Фән (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Фән — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, белем, ғилем, фән[1] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиәхмәтов Фән Ғәфис улы (18 ғинуар 1951 йыл) — йырсы. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы «Энергетик» мəҙəниəт һарайының «Болғар» ансамбле солисы. Башҡортостан (2011) һəм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Шаран районының почётлы гражданы (2013).
Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (рус. Шарифуллин Фан Шамсуллович),20 ноябрь 1932 йыл — 19 март 2016 йыл) — СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. КПСС-тың Краснокама һәм Яңауыл район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[2]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).
Исхаҡов Фән Ғәйнетдин улы (2 сентябрь 1932 йыл — 11 март 2014 йыл) — «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены кавалеры (1973), бригадир һәм тракторсы. 1954 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының Салауат исемендәге колхозы ағзаһы. СССР ВДНХ-ның Алтын (1970) һәм Бронза (1977) миҙалдары менән бүләкләнә. Ҡырмыҫҡалы районының маҡтаулы гражданы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән (Әлшәй районы) — (рус. Фань) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән (шулай уҡ ғилем) — кеше эшмәкәрлегенең ысынбарлыҡ тураһындағы объектив белемдәрҙе булдырыусы һәм системалаштырыусы өлкәһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |