Эстәлеккә күсергә

Каспий диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хазар диңгеҙе битенән йүнәлтелде)
Озеро
Каспий диңгеҙе
фарсы دریای خزر, авар. Хазар ралъад, әзерб. Xəzər dənizi, чеч. Каспий-хIорд, дарг. Каспила урхьу, ҡаҙ. Каспий теңізі, лезг. Каспи гьуьл, лакск. Каспи хьхьири, рут. Kaspy der'ya, tk Hazar deňzi
Морфометрия
Абсолют бейеклеге-28 м
Үлсәме1200 × 435 км
Майҙаны371 000 км²
Күләме78 200 км³
Яр һыҙаты7000 км
Иң тәрән урыны1025 м
Уртаса тәрәнләк208 м
Гидрология
Минераллығыаҙ миҡдарҙа тоҙлолоҡ 
Тоҙлолоғодо 13 ‰
Бассейн
Площадь бассейна3 626 000 км²
Впадающие рекиСамур, Волга, Яйыҡ, Тирәк, Көр
Урынлашыуы
42° с. ш. 51° в. д.HGЯO
Идентификаторы
Регистрационный номер в ГКГН: 0333068
Яҡын һәм Урта Көнсығыш
Точка
Каспий диңгеҙе
 Каспий диңгеҙе Викимилектә


Каспий диңгеҙе (башҡортса боронғо атамаһыХазар диңгеҙе[1][2]; фарс. دریای خزر, авар. Хазар ралъад, әзерб. Xəzər dənizi, чеч. Каспий-хIорд, дарг. Каспила урхьу, ҡум. Хазар денгиз, лезг. Каспи гьуьл, лаҡ Каспи хьхьири, рут. Kaspy der'ya, төркм. Hazar deňzi) — Ерҙәге иң ҙур йомоҡ һыу ятҡылығы[3]. Уны иң ҙур тымыҡ күл, йәки ҙурлығына һәм төбөнөң океан тибындағы ер ҡабығы менән көпләнеүенә ҡарап, «диңгеҙ» тип атарға ла тулы нигеҙ бар Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Һыуы тоҙло — Волга тамағы янында − 0,05 ‰ алып көньяҡ-көнсығышында 11—13 ‰ тиклем. Һыу кимәле тирбәлеп тора. 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, диңгеҙ кимәленән 27,16 метрға түбән[4]. Хәҙерге көндәге майҙаны — сама менән 371 000 км², иң ҙур тәрәнлеге — 1025 м.

Риүәйәттәрҙең береһендә диңгеҙҙең исеме б. э. т. 1 мең йыллыҡта Каспийҙың көньяҡ-көнбайыш ярында йәшәгән боронғо йылҡысы ҡәбиләләр-каспийҙар атамаһынан алынған тиелә. Төпкөл тарихтан килгән, төрлө халыҡтарҙа йөрөгән атамалары 70-тән артыҡ:

  • Гиркан диңгеҙе — ҡала (хәҙерге Горган) һәм Гиркания провинцияһы исеменән.
  • Джурджан диңгеҙе — Джурджан ҡалаһы исеменән (хәҙерге Горган).
  • Хвалынск йәки Хвалисск —боронғо урыҫ исеме, Каспийҙа һатыу иткән Хорезм халҡы исеме менән (хвалиста) аталған.
  • Хазар диңгеҙе — ғәрәпсә (Бахр-аль-хазар) исеме, фарсы телендә (Дарья-е хезар), төрөк,әзербайжан, ҡырым татарҙары телендә (Хазар денъизи), төркмәнсә (Хазар дензи);
  • Абескунск диңгеҙе — Кура йылғаһы тамағындағы утрау һәм ундағы ҡаланың исеменән алынған (XIV быуатта диңгеҙ аҫтында күмелеп ҡалған)
  • Һарай диңгеҙе;
  • Дәрбәнт диңгеҙе — Дағстандағы Дербент ҡалаһы исеменән;
  • Сихай Һәм башҡа исемдәре бар[5].

Әзербайжанда һәм Иранда Каспий диңгеҙен хәҙер ҙә Хазар йәки Мазәндәран (Ирандың яры буйында йәшәгән халыҡ һәм провинцияның уртаҡ исеме) тип йөрөтәләр.

Каспий диңгеҙе Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай сама менән — 1200 километр (36°34'—47°13' төньяҡ киңлек), көнбайыштан көнсығышҡа — 195-тән 435 километрға тиклем, уртаса 310—320 километр (46°—56° көнсығыш оҙонлоҡ) һуҙылған.

Каспий диңгеҙен физико-географик шарттарына ҡарап шарлы рәүештә 3 өлөшкә: Төньяҡ Каспий, Урта Каспий и Көньяҡ Каспий тип бүлеп йөрөтәләр. Төньяҡ һәм Урта Каспий араһындағы шартлы сик Чечень утрауы — Төп-Ҡараған мороно һыҙаты аша үтә. Ә Урта һәм Көньяҡ Каспий араһындағыһы — Чилов утрауы — Ган-Гулу мороны буйынса. Төньяҡ, Урта, Көньяҡ Каспий майҙандарының нисбәте − 25, 36, 39 фаиз.

Каспийҙың яр буйҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр һыҙатының оҙонлоғо яҡынса 6500—6700 километр,ә утрауҙары менән бергә — до 7000 километр. Каспий диңгеҙенең яры күп өлөшендә тәпәш һәм тигеҙ. Төньяҡ яры ҡушылдыҡтар һәм Волга һәм Яйыҡтың дельтаһындағы утрауҙар менән телгеләнгән һәм һаҙыматлы; һыу өҫтөн күп ерҙәрендә үҫентеләр сырмап бөткән. Көнсығышында-ярымсүлдәргә һәм ярымсүлдәргә барып терәлеүсе эзбизташлы ярҙар.

Ә инде иң бормалы-бормалы ярҙар — Апшерон ярымутрауының көнбайыш һыҙаты менән Ҡаҙаҡ ҡултығының, Ҡара-Боғаҙ-Күлдең көнсығыш һыҙаты. Каспий диңгеҙенә терәлеп торған биләмә Каспий яны тип атала.

Каспий диңгеҙе ярымутрауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспийҙың эре ярымутрауҙары :

  • Ағрахан ярымутрауы
  • Апшерон ярымутрауы. Каспийҙың көнбайыш ярында, Әзербайжан биләмәһендә, Ҙур Кавказдың төньяҡ-көнсығыш осонда урынлашҡан. Баҡы менән Сумғайыт ҡалалары ошо ярымутрауҙа.
  • Бузачи
  • Манғышлаҡ, Каспийҙың көнсығыш ярында, Ҡаҙағстан биләмәһенә инә. Актау ҡалаһы ошо ярымутрауҙа.
  • Мейәнҡала
  • Төп-Ҡараған

Каспий диңгеҙе утрауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙендә 50 эре һәм уртаса ҙурлыҡтағы утрау бар. Дөйөм майҙандары — 350 квадрат километр тирәһе.

Иң ҙур утрауҙары:

  • Ашыр-Ада
  • Ҡараһыу
  • Ҡом
  • Таш
  • Бөйөк-Зерә
  • Зянбил
  • Көр Ташы
  • Ҡара-Зерә
  • Огурчинский
  • Сенги-Мугань
  • Тюлений
  • Тюлень утрауы
  • Чечень
  • Чыгыл
1995 йылдың сентәбрендә Ҡара-Боғаҙ-Күл ҡултығы

Көнсыығш ярында тоҙло күл Ҡара-Боғаҙ-Күл ята. Ул 1980 йылға тиклем тар ғына боғаҙ аша тоташып торған Каспийҙың бер ҡултығы булған. Унан Ҡара-Боғаҙ-Күлде Каспий диңгеҙенән айырып торған дамба төҙөлгән. 1984 йылда һыу үткәргес ҡоролма эшләгәндәр. Шуның һөҙөмтәһенәдә Ҡара-Боғаҙ-Күлдең кимәле бер нисә метрға түбән төшкән.

1992 йылда боғаҙҙы кире тергеҙгәндәр. Уның аша Каспийҙан Ҡара-Боғаҙ-Күлгә һыу килеп тора. Йылына был һыу 8—10 куб километр тәшкил итә (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 25 куб километр) һәм уның менән бергә 15 млн тонн тирәһе тоҙ килә.

Каспийҙың ҡушылдыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Волга дельтаһы. Йыһандан күренеш.

Каспийға 130 йылға ҡушыла, уларҙың 9-ың дельтаһы бар. Каспийҙың иң эре ҡушылдыҡтары: Волга, Тирәк, Һулаҡ, Самур (Рәсәй), Яйыҡ, Имбе (Ҡаҙағстан), Көр (Әзербайжан), Әтрәк (Төркмәнстан), Сәфидруд (Иран) һ. б. Волга иң эреләренән булып, йылына уртаса һыу килеме 215—224 кубич километр. Волга, Яйыҡ, Тирәк, Һулаҡ һәм Имбе йылғалары аша Каспий йыллыҡ һыу килеменең 88—90%-ын ала.

Яр буйы илдәре

Каспий яны дәүләттәренең Хөкүмәт-ара ихтисад конференцияһына ярашлы Каспий диңгеҙе биш илдең ярҙарын йыуа:[6]:

  • Иран — көнъғынан, яр һыҙатының оҙонлоғо — 724 километр тирәһе;
  • Ҡаҙағстан — төньяғынан, төньяҡ -көнсығыштан һәм көнсығыштан, яр һыҙаты 2320 километр тирәһе;
  • Төрөкмәнстан — көньяҡ-көнсығышта, яр һыҙаты, 1200 километр тирәһе;
  • Рәсәй — көнбайышта, төньяҡ-көнбайышта яр һыҙаты 695 километр;
  • Әзербайжан — төньяҡ көнбайыштан, яр буйы һыҙаты 955 километр[6].

Каспий ярындағы ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Баҡы — Каспий ярында иң эре ҡалалар

Баҡы — Каспий янындағы бик ҙур ҡала-порт, Әзербайжандың баш ҡалаһы. Апшерон ярымутрауының көньяғында урынлашҡан. 2,5 млн кеше йәшәй(2010).

Тағы ла ҙур ҡалаларҙан — Сомғайыт (Апшерон ярымутрауының төньяғында) һәм Ләнкәран (Әзербайжандың көньяҡ сигенән алыҫ түгел урынлашҡан). Апшерон ярымутрауынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай нефтселәр ҡасабаһы — Нефтяные Камни урынлашҡан. Уның ҡоролмалары яһалма утрауҙарҙа, таш ҡоролмаларҙа, технологик майҙандарҙа ултыра.

Красноводск ҡултығының төньяҡ ярында төркмән ҡалаһы Төркмәнбашы (элекке Красноводск); шулай уҡ,яр буйында, Төркмәнстан биләмәһендә иң ҙур курорт Ауаза; көньяҡ ярындағы (Иран) иң ҙур ҡалаларҙан береһе — Әнзәли.

Каспийҙың көнсығыш ярында Ҡаҙағстандың ҡала-порты Аҡтау, ә төньяҡтан Яйыҡтың дельтаһында, диңгеҙҙән 20 км алыҫлыҡта Атырау ҡалаһы ята.

Рәсәй яғынан ярҙағы ҡалалар — Лагань, Махачҡала, Каспийск, Эҙбербаш, Дағстан Уттары һәм Дәрбәнт. Волганың дельтаһында, Хазарҙың төньяҡ ярынан 60 километр алыҫлыҡтағы Хажитархан ҡалаһы почта хеҙмәтен үтәй.

Каспий диңгеҙенең ташлы ҡаяһы. Набрань

Һыуының майҙаны, тәрәнлеге, күләме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙенең майҙаны менән күләме һыу тирбәлештәренә ҡарап үҙгәреп тора. Һыу кимәле 26,75 м булғанда Каспий сама менән 371 000 квадрат километр майҙан ерҙе биләй, күләме 78 648 куб километр[7] тәшкил итә.

Был донъялағы күл һыуҙары тупланмаһының 44 % тирәһе була. Иң тәрән урыны Көньяҡ-Каспий уйпатында — 1025 метр. Был күрһәткес буйынса (иң ҙур тәрәнлек) Каспий Байкалдан ғына (1620 м) (1435 м) ғына ҡалыша. Уртаса тәрәнлеге батиграфик үлсәүҙәр буйынса 208 метр[8]. Каспийҙың төньяҡ өлөше һай, иң тәрән урыны 25 метр, ә уртаса тәрәнлеге — 4 метр.

Һыу кимәленең тирбәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспийҙа һыу кимәле ныҡ тирбәлеп тора. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы 3 мең йыллыҡта һыу кимәлендәге тирбәлештәр 15 метрға етә. Археология мәғлүмәттәре һәмяҙма сығанаҡтар буйынса Каспийҙың иң тәрән сағы XIV быуаттың башына тура килә.

Каспийҙың кимәлен махсус инструментар менән үлсәү, даими күҙәтеүҙәр 1837 йылдан алып барыла. Был арауыҡта иң ҙур тәрәнлек 1882 йылда (−25,2 м), иң һайыҡҡан сағы 1977 йылда (−29,0 м) теркәлгән. 1978 йылдан һыу кимәле арта килеп, 1995 йылда 26,7 метрға еткән. Ә инде 1996 йылдан тағы һайығыуға табан киткән[9]. 2001 йылдан яңынан арта барып 26,3 метр кимәленә еткән. Тирбәлештәрҙең сәбәбен ғалимдар климатҡа, геологик һәм антропоген факторҙарға бәйләй.

Каспий тымыҡ (йомоҡ) диңгеҙ булараҡ, тоҙлолоғо даръяныҡынан айырыла. Йылғаларҙан килгән һыу диңгеҙ һыуында хлоридтар нисбәтен кәметеп, карбонат, сульфат, кальцийҙың микдарын арттыра.

Иң даими (консерватив) иондар калий, натрий, хлор һәм магний. Кальций менән гидрокарбонат-ионда был сифат кәмерәк. Каспийҙа кальция менән магния катиондары Азовтыҡына ҡарағанда -ике тапҡыр, сульфат-анион өс тапҡыр күберәк,

Һыуҙың тоҙлолоғо бигерәк тә төньяғында ныҡ үҙгәрә: Волга һәм Яйыҡ тамағы яғында 0,1 берәмек-тән (PSU)Урта Каспийҙа 10—11 берәмеккә(PSU)тиклем. Һай һыулы ҡултыҡтарҙа минералләшеү 60—100 г/кг-ға барып етергә мөмкин.

Төньяҡ Каспийҙа апрелдән ноябргә тиклемге боҙһоҙ ваҡытында тоҙло һыу фронтының үҙгәрә барыу күренеше күҙәтелә(фронт квазиширотного расположения). Йылға һыуҙары тәьҫиренән Каспийҙың бөтөн һуҙымында һыуҙың иң ныҡ сөсөләнеүе июнь айына тура килә.

Төньяҡ Каспийҙа тоҙло һыу яланы яһалыуға ел йүнәлеше яланы ныҡ тәьҫир итә. Урта һәм көньяҡ өлөштәрендә тоҙлолоҡ күрһәткесе улай ныҡ тирбәлеш яһамай. Нигеҙҙә ул, көньяҡ ҙәм көнсығыш йүнәлештәрҙә арта барып, 11,2—12,8 берәмек. PSU тәшкил итә. Ә түбәнгә ҡарай (төбөнә) тоҙлолоҡ бик әҙгә генә арта (0,1—0,2 берәмеккә PSU).

Каспийҙың тәрән ҡатламдарының вертикаль киҫемендә тоҙлолоҡ ҡиммәттәрен күрһәткән бөгөм (прогибы изогалин) һәм көнсығыштан ҡитғаға ҡараған битләүендә айырым нөктәләге (локальные экстремумы: минимум и максимум значения) иң түбән һәм иң юғары ҡиммәттәре — Көньяҡ Каспийҙың көнсығыш һарҡыуынан диңгеҙ төбөнә тоҙлораҡ һыуҙың шыуып төшөүе тураһында һөйләй.

Һыуҙың тоҙлолоғо, шулай уҡ, диңгеҙ кимәленә һәм материктан килгән һыу күләменә ныҡ бәйле.

Каспийҙың климаты — төньяҡ өлөшендә континенталь, урта өлөшендә — уртаса климат, көньяғында — субтропик. Ҡышҡыһын һауаның уртаса айлыҡ температураһы төньяҡ өлөшендә − 8…−10-дан көньяғында +8…+10, йәйгеһен — төньяҡ яғында +24…+25-тән көньяҡ яғында +26…+27 араларында үҙгәрә. Иң юғары температура +44 градус — көнсығыш ярында күҙәтелгән.

Яуым-төшөмдең уртаса йыллыҡ миҡдары − 200 миллиметр. Ҡорораҡ көнсығышында 90—100 миллиметрҙан, көньяҡ-көнбайыш ярына ҡарай(субтропик) 1700 миллиметрға етә. Каспийзың өҫкө йөҙөнән һыуының быуға әйләнеүе — йылына 1000 миллиметр тирәһе. Иң көслө быуға осоу Апшерон ярымутрауында һәм Көньяҡ Каспийҙың көнсығыш өлөшендә — йылына 1400 миллиметр тирәһе.

Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге-секундына 3—7 метр, башлыса төньяҡ елдәре өҫтөнлөк итә(роза ветров). Көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа ел көсәйә. Тиҙлеге секундына 35—40 метрға еткән саҡтары һәүетемсә генә була. Апшерон ярымутрауы, Махачҡала һәм Дәрбәнт — ел ныҡ булған урындарҙан һанала. Иң бейек тулҡындар ҙа-11 метр, шул өлкәләрҙә күҙәтелә.

Каспийҙа һыуҙың ағымы (циркуляцияһы)һыу килеменә һәм елдәргә бәйле. Иң ҙур һыу килеме Төньяҡ Каспийға тура килгәнлектән, төньяҡ ағымдар өҫтөнлөк итә. Көслө төньяҡ ағымы Төньяҡ Каспийҙан һыуҙы көнбайыш яр буйлап Апшерон ярымутрауына алып килә. Унда ағым ике тармаҡҡа бүленеп, береһе көнбайыш яр буйлап артабан китә, икенсеһе Көнсығыш Каспийға йүнәлә.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайуандар донъяһы 1809 төрҙө үҙ эсенә ала. Шуларҙың 415 умыртҡалылар[7]. Каспийҙа 101 төр балыҡ асыҡланған. Унда -мәрсендәрҙең бөтә донъя тупланмаһының(запас) төп өлөше. Шулай уҡ, сөсө һыу балыҡтарынан диңгеҙ сабағы (вобла), һаҙан, һыла тереклек итә.

Каспий — карп, кефаль, килька, кутум, ҡорман, Һөмбаш (лосось), алабуға, суртан балыҡтарының, имеҙеүселәрҙән Каспий тюлененең йәшәү мөхите.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспийҙың һәм ярҙарының үҫемлектәр донъяһы үҙ эсенә 728 төрҙө ала. Диңгеҙҙә ылымыҡтар өҫтөнлөк итә: диатом, ҡыҙыл, көрән, хара Һ. б. Сәскәлеләрҙән — зостера һәм руппия. Сығышы буйынса флораһы неоген дәүеренә ҡарай. Ҡайһы бер төрҙәр кеше тарафынан аңлы рәүештә күсерелеп ултыртылған йәки караптар төбөнә йәбешеп килгән.

Каспий диңгеҙенең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙенең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспийҙың төбөн океан тибындағы ер ҡабығы көпләп тора.13 млн йыл элек Альп тауҙары барлыҡҡа килеп, Урта диңгеҙҙән Сармат диңгеҙен айырып ала. Сармат диңгеҙе бүленә барып, 1 млн йыл элек Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәренә тамам айырылып ҡуя[10].

Каспийҙың антропологик һәм мәҙәни тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярындағы Хуто мәмерйәһендәге табылдыҡтар был төбәктә кешеләрҙең 75 йыл элек үк йәшәгәнен[11] күрһәтә.

Каспий тураһында тәүге мәғлүмәттәр, уның ярында йәшәүсе ҡәбиләләрҙә (массагеттар), Геродот яҙмаларында табыла. Б. э. тиклем V—II быуаттарҙа Каспий ярында сак ҡәбиләләре йәшәгән. Һуңғараҡ төрки ҡәбиләләре килгән. IV—V быуаттарҙа бында талыштар йәшәй.

Боронғо иран ҡулъяҙмалары буйынса урыҫтар Каспийҙа IX—X быуаттан күренә башлаған.

Каспий диңгеҙендә тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1614 йылғы картала Каспий диңгеҙе. Авторы голланд картографы Гессель Герритс
Степька Разин (Василий Суриков)

Б. э. тиклем 285 и 282 йй. Селевк I ҡушыуы буйынса грек навархы һәм географы Патрокл Македонянин Каспий диңгеҙен өйрәнеү эштәрен башлап ҡарай[12].

Унан һуң Петр I фарманы буйынса 1714—1715 йй. А. Бекович-Черкасский етәкселегендә гидрографик экспедициялар ойошторола. 1720 йылдарҙа Карл фон Верден һәм Ф. И. Соймонов, һуңғараҡ — И. В. Токмачёв, М. И. Войнович етәкселегендә экспедициялар, һ. б. тикшеренеүселәр артабан өйрәнеүҙе дауам итәләр. XIX быуат башында И. Ф. Колодкин яр буйҙарына инструменталь төшөрөү эшләй.

19 быуатта Н. А. Ивашинцев тарафынан инструменталь географик төшөрөү башҡарыла. 1866 йылдан алып 50 йылдан артыҡ дауамда гидрология и гидробиология буйынса Н. М. Книпович етәкселегендә экспедициялар тикшеренеү үткәрә.

1897 йылда Хажитврхвн фәнни-тикшеренеү станцияһы эшләй башлай. Совет хакимлегенең тәүге йылдарында Каспийҙа И. М. Губкин һәм башҡа геологтар тарафынан нефть эҙләү, һыу балансын, кимәлен өйрәнеү буйынса геологик эҙләнеүҙәр башҡарыла.

Каспийҙы хужалыҡ яғынан үҙләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефть һәм газ табыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Каспий төбөнән тәүге нефть сығарған урында быраулыу вышкаларыы

Каспий диңгеҙендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары бик күп. Асыҡланған миҡдары 10 миллиард тонна тәшкил итә. Ә дөйөм нефть и газоконденсат ресурсы 18—20 миллиард тонна тип баһалана.

Каспийҙа нефть табыу 1820 йылда башлана. Баҡыға яҡын ғына, Апшерон шельфында иң беренсе нефть скважинаһы төҙөлә.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан, тәүҙә Апшерон ярымутрауында, аҙаҡ башҡа биләмәләрҙә лә нефть сәнәғәте киң йәйелдерелә.

1949 йылда Нефтяные Камниҙа башлап һыу аҫтынан нефть табыу башланғыс ала. 1949 йылдың 24 авгусында Михаил Каверочкиндың бригадаһы быраулау эштәренә тотона һәм 7 ноябрҙә күптән көтөп алынған нефть[13] сыға башлай.

Нефть менән газ табыуҙан тыш, Каспий ярында, һайлыҡтарында (шельф) тоҙ, эзбизташ, таш, ҡом, балсыҡ сығарыла.

Диңгеҙ транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҡтау йорто башындағы саяҡ. Каспий диңгеҙенән күренеш

Каспий диңгеҙендә Баҡы — Төркмәнбаш, Баҡы — Аҡтау, Махачҡала — Аҡтау һ. б паром булдырылған.

Каспий диңгеҙе менән Аҙау араһында Волга йылғаһы, Дон һәм Волга-Дон каналы аша диңгеҙ юлы бәйләнештәре урынлаштырылған.

Балыҡсылыҡ һәм и диңгеҙ продукттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡсылыҡ (мәрсен һымаҡтар, ҡорман, һаҙан, судак, килька), ыуылдырыҡ алыу, тюлень аулау. Каспийға донъялала ауланған мәрсен һымаҡтарҙың 90 проценты тура килә. Рөхсәт ителгән аулауҙарҙан тыш, мәрсен һымаҡтарҙы йәшертен тотоу киң ҡолас алған.

Рекреация ресурсы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каспий ҡомло пляждары, минераль һыуҙары һәм шифалы ҡойоһы, тәбиғәте ял һәм дауаланыу өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙыра. Шулай ҙа, курорттары, сәйәхәт индустрияһы (туризм) үҫеше буйынса Ҡара диңгеҙҙән ҡалыша.

Һуңғы йылдарҙа Әзербайжанда, Иранда, Төркмәнстанда һәм Дағстанда был өлкәлә күп эштәр йәйелдерелә. Баҡы эргәһендәәүҙем рәүештә курорт төҙөлә. Әле Амбуранда донъя кимәленә еткереп курорт төҙөлгән дә инде.

Нардаран ҡасабаһы эргәһендә заманса туристик комплекс булдырылған.

Бильге һәм Загульба ҡасабаларындағы санаторийҙар киң танылыу алған.

Әзербайжандың төньяғында Набрань янында курорт зонаһы үҫешеп килә.

Тик рекламаның булмауы, түбән кимәлдәге хеҙмәт күрһәтеүҙәр, хаҡтарҙың юғары булыуы арҡаһында сит илдәрҙән килеүселәр юҡ тиерлек.

Каспийҙың экологик торошо диңгеҙ эсендә, ярға яҡын һайлыҡтарҙа(континентальном шельфта) нефть табыу, ташыу менән бәйле һыуҙың бысраныуына бәйле.

Бынан тыш уның ҡушылдыҡтары: Волга һәм башҡа йылғалар менән бысраҡ ағып килә.

Яр буйы ҡалаларының эшмәкәрлеге, Каспийҙың һыуы күтәрелеү сәбәпле һыу баҫыуҙар, браконьерлыҡ, мәрсен һымаҡ балыҡтарҙы ҡырағайҙарса аулау — былар ҙа экологик хәлдең тос өлөше булып тора.

Каспийҙың хоҡуки статусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР емерелгәндән һуң Каспийҙың нефть, газ һәм биологик ресурстарын бүлешеү хәҙергәсә көйләнеп бөтмәгән һәм ниғаз сәбәбе булып тора.

Каспий диңгеҙенең статусы тураһында һөйләшеүҙәрҙә Әзербайжан, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан Каспийҙы урта һыҙат буйынса бүлеү яғында булһалар, Иран Каспийҙың яны илдәр һәр береһе 1/5 өлөшен алырға тейеш ныҡыша.

Каспий — йомоҡ һыу ятҡылығы булып тора. Ул Донъя даръяһы менән бәйләнеше юҡ.

Каспий диңгеҙенә халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы нормалары, шулай уҡ, диңгеҙ хоҡуғы буйынса БМО-ның 1982 йылғы Конвенцияһы (Конвенции ООН по морскому праву 1982 г.) ҡағыла алмай. Каспийға ҡарата «территориаль диңгеҙ», «үҙенә бер айырым иҡдисади зона», «континенталь шельф» төшөнсәләрен ҡулланып булмай һ. б.

Каспийға ҡарата әлеге хоҡуҡи режим 1921 һәм 1940 йылдарҙағы совет-иран килешеүҙәре менән урынлаштырылған булған. Ә ул килешеүҙәр буйынса Каспий буйлап караптар йөрөүе, балыҡ тотоу Каспий илдәре өсөн ирекле (Каспий илдәре флагы булмаған илдәргә тыйылған). Каспийҙың хоҡуки статусы буйынса килешеүгә һаман да өлгәшеп бөтмәгәндәр.

Каспийҙың төбөн ҡулланыу маҡсатында сикләүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы менән Каҙаҡстан араһында Каспийҙың төньяғындағы төбөн ҡулланыуҙа хоҡуҡтар (1998 йылдың 6 июленән, уға ҡарата 2002 йылдың 13 майынан Протокол) һәм сикләүҙәр буйынса килешеү төҙөлә (2002 йылдың 23 сентябренән). Шулай уҡ, Рәсәй-Әзербайжан-Ҡаҙағстан өс яҡлы килешеүе нигеҙендә йәнәшәләрендәге диңгеҙ төбөн сикләүсе һыҙаттар асыҡлана (2003 йылдың 14 майынан). Һәр илдең минерал ресурстарҙы эҙләү һәм табыу өсөн хоҡуҡ биргән сиктәрҙең географик координаталары билдәләнелә.

Каспийҙың диңгеҙ мөхитен һаҡлау буйынса (Рамочная)конвенция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдың 4 ноябрендә Тәһранда (Иран) биш Каспий яны илдәре: Әзербайжан Республикаһы, Иран Ислам Республикаһы, Ҡаҙағстан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Төркмәнстан вәкилдәре тарафынан Каспийҙың диңгеҙ мөхитен һаҡлау буйына (Рамочная) конвенцияға ҡул ҡуйыла.

Конвенцияның маҡсаты «Каспийҙың диңгеҙ мөхитен бысраныуҙан һаҡлау, шулай уҡ биологик ресурстарын һаҡлау тергеҙеү, тотороҡло һәм маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы тәьмин итеү». Конвенция 2006 йылдың 12 авгусынан үҙ көсөнә инә.

Каспий — донъя энергетикаһында бик мөһим регион. Шуға ла, Каспий яны илдәренең бындағы көстәр балансы тышҡы көстәр тәьҫиренә, шулай уҡ АҠШ, Ҡытай, ЕС баҫымына дусар. Каспийҙың тәбиғи ресурстарына киң дәирәлә геополитик ҡыҙыҡһыныу тыуыуы Рәсәйҙең милли мәнфәғәтенә ҡаршы сыға.

Энергетика һәм халыҡ-ара хәүефһелек өлкәһендә эксперт (НИУ ВШЭ) Александр Симонов Каспий хеҙмәттәшлек институнына биргән интервьюһында Каспийҙың ресурс потенциалы глобаль хәүефһеҙлектең[14][15] мөһим факторы тип атаны

Каспий регионы иҡтисади һәм геополитик мәнфәғәттәрҙең сеймәлгән йомғағы булып тора. Каспийҙың статусын һәм тәбиғи ресурстарының яҙмышын көйләүҙәге билдәһеҙлек, Каспий яны илдәренең милли мәнфәғәте -регионды халыҡ-ара мәсьәлә кимәленә күтәрә.

Региондың потенциалы материктың энергетик хәүефһеҙлегенә йоғонтоһо әҙ түгел. Европа илдәренең һәм Ҡытайҙың был регион биргән нефть менән газға ҡыҙыҡһыныуы, элекке, Европа өсөн ғәҙәти булған углеводородтар менән тәьмин итеү маршрутына ышаныстың кәмеүе региондан тәьмин итеүселәренә һәм ташыусыларына көсөргәнешле конкуренцияға[15] тыуҙыра.

Шулай итеп, Каспий яны илдәре үҙ-ара килешеп эшләгәндә генә тулыһынса файҙа алырға өлгәшәсәктәр. Ә инде һәр береһе үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртһа, бының эҙемтәләрен әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә файҙаһы ситкә китеүе мөмкин

  1. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: «Китап», 1997. — 440 бит. — 357-се бит.
  2. Zeki Velidi Togan. Başkurtların Tarihi - 2003. 384-се бит
  3. Каспийское море // Большая советская энциклопедия. — М, 1969—1978.
  4. Resolution of conference «Climate and Water Balance Changes in the Caspian Region» (October 2010)
  5. Имена Каспия
  6. 6,0 6,1 Межправительственная экономическая конференция Прикаспийских государств — Астрахань 2008 год. 2014 йыл 2 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 Azerbaijan — Каспийское Море 2018 йыл 3 февраль архивланған.
  8. Петепюр Цхдпнкнцхвеяйхе Юяоейрш Опнакелш Спнбмъ Йюяохъ 2017 йыл 21 июль архивланған.
  9. Пачкалов А. В. Трансгрессия Каспийского моря и история золотоордынских городов в Северном Прикаспии // Восток — Запад: Диалог культур и цивилизаций Евразии. Вып. 8. Казань, 2007. С. 171—180
  10. История Чёрного моря
  11. The Search Engine that Does at InfoWeb.net
  12. seleucus1
  13. Росгидромет
  14. Александр Собянин: «Мир на Каспии не может быть нарушен в угоду реваншистским планам»
  15. 15,0 15,1 Александр Симонов. Каспийский регион представляет собой сосредоточение весьма запутанного клубка как экономических, так и геополитических интересов. Институт каспийского сотрудничества (8 сентябрь 2014). 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  • Шлямин Б. А. Каспийское море. — М.: Географгиз, 1954. — 128 с.: ил.