Хоментовский Александр Степанович
Хоментовский Александр Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 11 (24) март 1908[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 14 март 1986[1] (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | геолог |
Эшмәкәрлек төрө | геология |
Эш урыны | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Уҡыу йорто | Томск политехник университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хоментовский Александр Степанович (11 март (24 март) 1908 йыл — 14 март 1986 йыл) — СССР геологы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Степанович Хоментовский 1908 йылдың 11 (24) мартында Санкт-Петербург ҡалаһында тыуа. 1930 йылда Себер технологиялар институтын (Томск) тамамлай.
1930—1937 йылдарҙа — Көнсығыш Себерҙә геология партиялары начальнигы. 1938—1941 йылдарҙа— Красноярск педагогия институты уҡытыусыһы. 1941—1943 йылдарҙа — РККА-ла хеҙмәт итә (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша). 1943—1954 йылдарҙа — СССР Күмер сәнәғәте министрлығының (Ырымбур) «Южуралуглеразведка» тресы баш геологы, бер үк ваҡытта 1943—1951 йылдарҙа Ырымбур педагогия институты доценты. 1951 йылда Көнсығыш Ҡытайҙа геология-разведка эштәренә етәкселек итә, уның методикаһы буйынса унда 16 күмер ятҡылығы асыла[3]. 1955—1957 йылдарҙа— Һарытау университетының геология кафедраһы мөдире. 1957—1958 йылдарҙа — ғилми кадрҙар әҙерләү өсөн Ҡытайҙа командировкала була. 1958—1960 йылдарҙа— Пермь политехник институтының геология кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта Пермь университетының файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм разведкалау кафедраһы мөдире, профессоры (1959—1960). 1960 йыл — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Алыҫ Көнсығыш филиалы президиумы рәйесе. 1968—1970 — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Хабаровск комплекслы ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороусы һәм тәүге директоры. 1971—1972 йылдар — Пермь политехник институтының геология кафедраһы мөдире. 1973 йылда — Ырымбур политехник институтының инженер геологияһы һәм геодезия кафедраһы мөдире. 1976—1984 йылдар — Ырымбур тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу ғилми-тикшеренеү институты директоры. 1976-1986йылдар — СССР География йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге мөдире.
Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1938). Геология-минералогия фәндәре докторы (1954). Профессор (1955). Урал һәм Себерҙә тектоника һәм күмер ятҡылыҡтары барлыҡҡа килеү законлылығы өлкәһендә белгес. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1960). Ырымбур университетының "Почет китабы"на индерелгән (1998)[4].
А. С. Хоментовскийҙың ғилми-методик эшләнмәләре Көньяҡ Уралда, Рәсәйҙең алыҫ Көнсығышында, Ҡытайҙа, Кореяла, Вьетнамда күмер ятҡылыҡтары асылыуға килтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (30.7.1943; Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән була)[5]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- ете юбилей миҙалы
- «Ҡытай-совет дуҫлығы» миҙалы (ҠХР)
- өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950)[6] — яңы күмер ятҡылыҡтарын асҡан өсөн (Көньяҡ Уралдағы Төйлөгән һоро күмер ятҡылығы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ Хоментовский Александр Степанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Электронная энциклопедия: Томский политехнический университет
- ↑ Хоментовский Александр Степанович // Российская академия наук. Сибирское отделение: Персональный состав
- ↑ Сайт «Память народа»
- ↑ Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1950)#Третья степень|Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1950). Третья степень, п. 157
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Академия наук. Персональный состав. М., 1997. Кн. 2. 600 с. С. 548—549, 577, 582.
- Журнал ТПУ «Томский политехник», 2004, № 10, с. 199.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хоментовский Александр Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2021)
- Профиль Александра Степановича Хоментовского РФА рәсми сайтында
- Хоментовский Александр Степанович // Российская академия наук. Сибирское отделение: Персональный состав / Сост. Е. Г. Водичев, Г. М. Запорожченко, О. Н. Калинина и др. Новосибирск: Наука, 2007. 603 с. ISBN 978-5-02-032106-9.
- Статья на сайте ПНИПУ
- 24 мартта тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 14 мартта вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Ырымбурҙа вафат булғандар
- Томск политехник университетын тамамлаусылар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ҡытай-СССР дуҫлығы» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- КПСС ағзалары
- СССР ФА мөхбир ағзалары