Эстәлеккә күсергә

Мостовая

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Чүжде битенән йүнәлтелде)
Мостовая ауылы
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°57′43″ с. ш. 55°33′58″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 019

ОКТМО коды

57 604 407 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мостовая ауылы (Рәсәй)
Мостовая ауылы
Мостовая ауылы
Мостовая (Пермь крайы)
Мостовая ауылы

Мостовая (Сүжде, Чүжде[1]; рус. Мостовая) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Барҙы ауыл биләмәһенә керә. Халыҡ телендә ауыл шулай уҡ Сөзде тип атала
Почта индексы — 618150, ОКАТО коды — 57204807002.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 4 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 337 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 168 ир һәм 169 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 398 кеше йәшәгән[3].

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 32 йортонда 80 ир һәм 58 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. 1834 йылда 27 йортта 100 ир һәм 89 ҡатын-ҡыҙ, ә 1859 йылда 42 йортта 130 ир һәм 114 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[4].

Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендә 1840 йылдан бирле эшләп килгән мосолман мәктәбе булған[4]. 1868 йылда мәктәптә 22 малай һәм 12 ҡыҙ белем алған[4].

Ауылда йәшәүсе зауряд-есаул Сакаев Тәһәүей Ниғмән улы (Сакаев Тахавый Нигманович) 20-се башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша[4].

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.