Шәрип (Ҡурған өлкәһе)
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыл | |
Шәрип | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Почта индексы |
641147 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Шәрип (рус. Шарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Шәрип ауыл советы составына керә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Шәрип ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ялан-Ҡатай улусы ҡарамағында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
---|---|---|---|
74 | 220 | 282 | 387 |
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
1926 | 2010[1] |
466 | ↘371 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (83 %) йәшәй[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был Ҡурған өлкәһе географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |