Шәфәғәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Шәфәғәт (ғәр. شفاعة — яҡлау, ҡурсалау ; рус. Шафаат) — ислам эсхатологияһында: Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың пәйғәмбәрҙәргә рөхсәт ителгән аралашсылығы.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пәйғәмбәрҙәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендә, гонаһлы мосолмандарҙың бөтәһен дә, уларҙы тамуҡ ғазаптарынан ҡотҡарып , йәннәт индереүҙе һорап, ҡурсый ала. Аралашсылыҡ тураһында Та Һа сүрәһенең 109 аятында әйтелә[1].
Бәғеҫтән (үленән терелеү) һуң фәрештәләр бөтә кешеләрҙе бер урынға (мәүкиф) йыйыр һәм Аллаһ хөкөмө башланыр. Ислам сөннәтендә, кешеләр яланғас, яланаяҡ һәм сөннәтләнмәгән булыр, тип әйтелә. Үҙ хәленең ҡотолғоһоҙ булыуын күреп, кешеләр үҙ пәйғәмбәрҙәренән Аллаһ алдында үҙҙәрен яҡлауҙарын һорар. Әммә һәр пәйғәмбәр уларҙы унан һуң килгән пәйғәмбәргә ебәрер, һәм, ниһайәт, бөтә кешеләр һуңғы пәйғәмбәр — Мөхәммәт Пәйғәмбәр тирәләй йыйылыр. Мөхәммәт Пәйғәмбәр, шәфәғәт — минең эшем, тип белдерер, шунан һуң өс тапҡыр Аллаһы тәғәлә алдында үҙенең өммәтен яҡлап сығыр [2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑
В тот день не поможет [ничьё] заступничество, кроме тех, кому Милостивый дал [такое] право и чьими речами он будет доволен.
Та Һа https://ru.quranacademy.org/quran/20:109-109/kul
- ↑ Али-заде, 2007
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [896 Шафаат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- S̲h̲afāʿa // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |