Эстәлеккә күсергә

Тәүәссүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәүәссүл (ғәр. توسل‎; рус. Тавассуль или васила) — мосолман кешеһенең Аллаһҡа яҡын булырға тырышҡан дини практикаһы. Тәүәссүлдең аныҡ билдәләмәһе һәм ысулы Ислам ағымдары эсендәге бәхәстәр предметы булып тора.

Тәүәссүл, киң мәғәнәлә, ниндәй ҙә булһа сәбәпте йәки берәй сараны билдәле маҡсатҡа ирешеү өсөн ҡулланыуҙы аңлата. Шулай итеп, тәүәссүлдең маҡсаты — теләгәнеңә яҡынайыу. Ибн әл-Ғәсир : " «үәсил» «теләүсе» тигәнде аңлата, ә «үәсилә» — «яҡынлыҡ», «аралашлыҡ», «теләгәндәргә яҡынлашырға мөмкинлек биргән нәмә». Был һүҙҙең күплек формаһы « үәсәил»", тигән[1]. Әл-Фәйрүзәбәди әйткән: «Аллаһ исеме менән ҡушып әйткән „үәссәлә“ һүҙе „Уға яҡынлаштырған эш ҡылыу“ тигәнде аңлата»[2]. Ибн Фарис әйткән: «үәсилә» — «теләк», «ынтылыш» тигәнде аңлата, ә «үәссәлә» ҡылымы — «теләү». «Үәсил» иһә Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһҡа ынтылыусы[3][4].

тәүәссүлдең бер нисә төрө бар:

Тәүәссүлдең тәүге өс төрө буйынса фекер айырымлыҡтары юҡ.[6].[7].

Үлгән пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүәләр ярҙамында тәүәссүлгә ҡарата фекер айырымлыҡтары бар. Бындай төрҙәге тәүәссүлдең рөхсәт ителеүе тураһында дүрт сөнни мәҙһәб, суфыйҙар һәм шиғый-имами хоҡуҡ белгестәренең күпселеге һөйләй. Шиғый фаҡиһтар тәүәссүлде Мөхәммәт пәйғәмбәр, уның ғаилә ағзалары һәм әүлиәләр аша үткәрергә рөхсәт итә[8][9].

Күвейт Фиҡһ энциклопедияһына ярашлы, мәлики, шәфиғи, хәнбәли һәм хәнәфиҙәрҙең аҙаҡҡы быуындары хоҡуҡ белгестәренең күпселеге шулай уҡ үлеләр ярҙамында тәүәссүлде рөхсәт ителгән тип иҫәпләйҙәр[10][11][12]. Ибн Тәймиә тәүәссүлдең мосолмандарҙың тәүге быуындары (сәләфтәр) тарафынан ҡулланылыуы , Әхмәт ибн Хәнбәл иһә әл-Мансаҡ тигән китапта Мөхәммәт пәйғәмбәр аша тәүәссүл тапшырылыуы хаҡында хәбәр иткән[13]. Сәләфиҙәр (үәһһәбиҙәр) үлеләр аша тәүәссүлде законһыҙ тип иҫәпләйҙәр. Сәғүд Ғәрәбстанының фәтүәләр буйынса даими комитеты мәрхүмдәр аша тәүәссүл бидғәт һәм ширккә юл аса тип иҫәпләй.

  1. Ибн аль-Асир «ан-Нихая».
  2. Аль-Файрузабади «аль-Камус».
  3. Ибн Фарис «Муджам аль-Макайис»
  4. М. Н. аль-Альбани. Тавассуль (Пути приближения к Аллаху) его виды и положения / Перевод: Кулиев Эльмир.
  5. Tawassul (Supplicating Allah through an intermediary). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 13 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 13 сентябрь архивланған.
  6. Fatwa on the ruling regarding Tawassul using collective recitation of the term Oh He from the supreme Fatwa Council of Morocco(недоступная ссылка) islam-maroc.ma
  7. Salih al-Na`man’s fatwa on Tawassul 2019 йыл 24 декабрь архивланған. sunnah.org
  8. Shirazi, Muhammad. The Shi'a and their Beliefs. — London,UK: Fountain Books, 2008. — С. 37—38.
  9. Donaldson, Dwight M. The Shi'ite Religion: A History of Islam in Persia and Irak. — BURLEIGH PRESS, 1933. — С. 339—358.
  10. аль-Мавсуату ль-Фикхияту ль-Кувейтия, — 14/156.
  11. al-Zurqani, Muhammad. Sharh al-Mawahib al-ladunniyah. — Beirut: Dar al-Ma'rifa. — С. 304—305.
  12. Ibn Juzayy, Muhammad. Al-Qawanin al-Fiqhiyyah. — Matbaat al-Nahda, 1926. — С. 148.
  13. Ибн Таймия Каида джалиля фи тавассуль ва-ль-василя, стр. 94; аль-Акыда // Маджму аль-Фатава.