Сәләфтәр
Сәләфтәр | |
Ҡапма-ҡаршыһы | халяфы[d] |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сәләфтәр ((ғәр. سلف) — әүәлгеләр; тәҡүә әүәлгеләр (ғәр. السلف الصالح — әс-сәләф әс-салих; рус. Саляфы) — мосолмандарҙың тәүге өс быуыны, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға)сәхәбәләре, Уға эйәреүселәр (тәбиғиндәр) һәм эйәреүселәренең эйәреүселәре (тәбиғ әт-тәбиғин)[1]..
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам тарихының төрлө осорҙарында сәләфтәрҙең (әүәлгеләрҙең) йәшәү рәүешенә һәм инанысына эйәрергә саҡырып сығыш яһаусыларҙы билдәләү өсөн хеҙмәт иткән «сәләфилек» термины «сәләф» һүҙенән барлыҡҡа килгән[2]..
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаһ башҡаларҙан алда килгән тәүге мөһәжирҙәргә һәм ансарҙарға - рәхмәттә. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт һәм улар ҙа Аллаһынан ҡәнәғәт. Ул уларға мәңге йәшәү өсөн йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне. Был — оло уңыш! |
Әсхәбтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсхәбтәр (ғәр. الصحابة — дуҫтар, көрәштәштәр), сәхәбә (ғәр. صحابي — иптәш, көрәштәш) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре, Уға инанып, имандарын һаҡлап үлгәндәр. Сәхәбәләргә шулай уҡ 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән мөһәжирҙәр (ғәр. المهاجرون) һәм ансарҙар (ғәр. أنصاري (ярҙамсылар) — үҙҙәрендә Мәккә күскенселәрен ҡабул иткән Мәҙинә халҡы.
Тәбиғиндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғиндәр(ғәр. تابعون — эйәреүселәр). Тәбиғиндәр араһында, Әбү Хәнифә башҡа билдәле ислам дине белгестәре булған.
Тәбиғиндәрҙең тәбиғиндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғ әт-тәбиғин (ғәр. تبع التابعين — тәбиғиндәргә эйәреүселәр) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләрен күрмәгән тәбиғиндәрҙең шәкерттәре. Тәбиғиндәрҙең тәбиғиндәре араһында Ғабдрахман ибн Ғабдуллаһ, Әхмәт ибн Хәнбәл, Жәғәфәр әс-Садиҡ, Мәлик ибн Әнәс, Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Тәриҡ ибн Зыят һәм башҡалар булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Абу Са’д ас-Сам’ани. Китаб ал-ансаб. III, 274
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [107 Асхаб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ибрагим Т. К. и Сагадеев А. В. ас-Салафийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 204. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- al-Salaf wa ’l-K̲h̲alaf / Chaumont, E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |