Эстәлеккә күсергә

Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр
Рәсем
Атамаһы ვეფხისტყაოსანი
Жанр Эпос
Автор Шота Руставели
Әҫәрҙең теле Грузин теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1180
Иллюстратор Михаил Зичи[d]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL nplg.gov.ge/ebooks/autho…
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр Викимилектә
Ростеван батша һәм Автандил һунарҙа. Мамука Тавакарашвили ҡулъяҙмаһынан иллюстрация, 1646 йыл

«Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» [~ 1], шулай уҡ «Ҡаплан тиреһе ябынған баһадир»[~ 2], "Юлбарыҫ тиреһе ябынған ҡаһарман (груз. ვეფხისტყაოსანი, Вэпхисткаосанһәм, һүҙмә-һүҙ Юлбарыҫ тиреле) — Шота Руставели[1], XII быуатта, моғайын, 1189—1212 йылдар араһында, грузин телендә яҙған эпик поэма.

Был поэма үҙенең төп башланғыс төрөндә беҙгә килеп етмәгән. Быуаттар дауамында поэма тексы дауам итеүселәр — бик күп ҡабатлаусылар һәм күсереп яҙыусылар ҡулында билдәле бер үҙгәрештәр кисергән. XVI—XVIII быуаттарҙа сыҡҡан байтаҡ интерполированный һуңғы редакциялар һаҡланған, һәм тикшеренеүселәр араһында, дөйөм алғанда, йөкмәткеһенә лә, әҫәрҙең ҡайһы бер аңлатмаларына ҡарата ла бәхәстәр туҡтамай. Поэманың «Оманиани» тип аталған дауамы ла бар. «Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир»ҙың барлыҡ редакциялары араһынан иң канонлаштырылғаны һәм таралғаны тип 1712 йылда Вахтанг батша Тифлиста баҫтырған һәм махсус аңлатмалар менән тәьмин ителгән Вахтанг редакцияһы һанала. Поэманың яңы баҫмалары утыҙға яҡын яңы поэмаһы бар, әммә ике баҫманы иҫәпләмәгәндә, асылда улар бөтәһе лә Вахтанг баҫмаһын ҡабатлау булып тора. Руставелиҙың фәлсәфәүи-дини ҡараштарын ул замандың рәсми сиркәүе мөртәтлек тип атаған; ул поэманы эҙәрлекләүгә юл асҡан.

Һаманға саҡлы Руставели поэманың сюжетын ҡайҙан алыуы тураһындағы һорау асыҡ ҡала. Әҙәбиәттә дүрт фекер әйтелгән: беренсеһе Руставелиҙың поэманың 16-сы строфаһында «фарсы хикәйәһен таптым һәм, ҡулдан ҡулға күскән ҙур ынйылай күреп, шиғырлы юлдарға һалдым» тигән үҙенең һүҙҙәренә нигеҙләнә; эҙләнеү эштәре алып барылһа ла, әлегә фарсы оригиналы табылмаған. Руставели әйткән фарсы хикәйәһе, күрәһең, дөйөм алғанда, төп сюжет һыҙығынан, бик күп ваҡ деталдәренән күренеүенсә, «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһы менән тап килгән һинд эпосы "Рамаяна"ны яңынан һөйләп биреүе булып тора.

«Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» поэмаһының сюжетын көнсығыш яҙыусыларынан алмаған тигән икенсе фекерҙе тәүләп профессор Д. И. Чубинов әйткән; уны ул үҙе яҙған һәм батшабикә Тамараны данлауға йүнәлткән.

Өсөнсө фекерҙе А. Хаханов әйткән: Руставели шиғырҙарын Тариэл тураһындағы халыҡ йырҙары менән сағыштырып, ул XII быуат яһалма поэмаһының нигеҙендә «Фауст» һәм «Гамлет»ҡа оҡшаған урта быуат халыҡ традицияларына барып тоташҡан халыҡ шиғриәте ята тип фараз итә. Руставели бөйөк тарихи эпоханы һүрәтләү маҡсатында халыҡ хикәйәтен файҙаланған. Грузин халҡы араһында таралған Тариэл тураһындағы йырҙарҙы Руставели поэмаһы менән сағыштырыу уларҙың дөйөм сюжеты һәм деталдәре менән һис шикһеҙ оҡшашлығын белдерә .

Икенсе яҡтан, Тамараның тормошон поэмала һүрәтләнгән ваҡиғалар менән сағыштырыу Нестан-Дареджан исемле төп героиня ул Тамара үҙе тип уйларға сәбәп булып тора. Шағир аңлы рәүештә «Юлбарыҫ тиреһе…» сюжетын — уҡыусыны тоҫмаллауҙан алып китеү һәм «дарыу табып булмаған…» һөйөүен йәшерер өсөн — идеаль урынға, «Һиндостанға, Ғәрәбстанға, Ҡытайға» күсергән.

Хәйер, тағы ла бер фараз бар: поэмала һүрәтләнгән ваҡиғалар, халыҡтар араһындағы раса айырымлыҡтары әһәмиәтһеҙ һәм был тарих Грузияла ғына түгел, теләһә ниндәй башҡа илдә лә булыуы мөмкин, тигәнде күрһәтер өсөн икенсе илдәргә күсерелгән.

Килеп сығышы тураһында бәхәстәргә ҡарамаҫтан — кешелек тормошонда китап ҡиммәтле ваҡиға булып ҡала.

Китаптан бер бит

«Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир» поэманың фабулаһы түбәндәгегә ҡайтып ҡала: атаҡлы, ләкин оло йәштәге Ғәрәбстан батшаһы — Ростеван, вариҫлыҡҡа ҡалдырыр улы булмағанлыҡтан, тәхеткә үҙенең Автандил исемле йәш ғәскәр башлығы полководецҡа ғишыҡ тотҡан берҙән-бер ҡыҙын — гүзәл һәм аҡыллы Тинатинаны күтәрә …

Руставели боронғо Грузияла өҫтөнлөклө булған шаири тип аталған — ун алты ижекле шиғырҙы — поэтик метрҙы индереүсе һәм тиңе булмаған оҫтаһы булған. Руставели был ике метрҙың ике: бейек (4+4+4+4) һәм түбән (5+3+5+3) төрҙәрен ҡуллана. Поэмала метрҙың төрҙәре төрлөлөгө рифма системаһының айырым бер тәртибе менән бәйләнгән. Поэманың дүртюллыҡтары (һаны 1500 тиклем; ә академик Броссе баҫмаһы буйынса, 1637 строфаға, һәр шиғырҙа 16-шар ижеккә эйә) уның органик музыкаллеген күтәреүсе аллитерацияларға бай.

Руставелиҙың башҡа шиғыр ҡоролошо үҙенсәлектәренән — метафораның художество аныҡлығын билдәләргә кәрәк. Поэманың строфалары ҡатмарлы һәм йәйелдерелгән метафора рәттәренә бай. Һәм ошо Руставели поэтикаһының барлыҡ ҡатмарлылығында теленең ябайлығы, идея тәрәнлеге һәм художество тәбиғилеге өҫтөнлөк итә.

Руставелиҙың поэмаһының инеш өлөшөндә бирелгән poetica ars («шиғриәт сәнғәте» — лат.) иғтибарға лайыҡ. Шағирға шиғриәттең юғары ижтимағи тәғәйенләнеше һәм идея ҡиммәттәре бәхәсһеҙ. Руставели эпик жанрҙың фәҡәт "күңел асыу, оҡшарға тырышыу һәм мәрәкә"гә генә яраған лирик жанрҙан өҫтөнлөгөн яҡлай. Уның ҡараштары буйынса, ысын шағир — эпик, сикһеҙ ҙур хикәйәләүҙәрҙе ижад итеүсе.

Авторҙың сәйәси ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» поэмаһы үҙенең грузин феодализмының «патронкмоба» (патронат) тип билдәлелек алған осорон бөтә ҡатмарлығында һурәтләй. Поэманың төп һәм идеаль геройҙары — Тариэл һәм Автандил — былар тоғро һәм итәғәтле «кма» — үҙенең патронына эскерһеҙ хеҙмәт итеүсе, тәрбиәле һәм тотанаҡлы, тәрән фекерле һарай кешеләре, ҡыйыу һәм фиҙакәр ҡаһарман вассалдар.

Поэмала вассалдың тоғролоғон һәм уның батша — юғары патрон алдындағы бурысын ысынбарлыҡтан ситләштерә. Батшаның туранан-тура вассалдары, һарай кешеләре һәм вельможалары йәки юғары ҡатлам вәкилдәре (мәҫәлән, Автандил, Тариэл һ. б. кеүек) шулай уҡ үҙҙәренә буйһонған вассал-вельможаларға эйә. Шулай итеп, поэмала һүрәтләнгән йәмәғәтселек патронат йәки, дөрөҫөрәге, сюзерен-вассал мөнәсәбәттәренең бер бүлеге булып тора, Руставели был мөнәсәбәттәрҙең гуманистик формаларын хыяллаштырған: «һөйөп-һөйөлөүсе парға ҡарағанда, бер-береһен яратҡан сюзерен һәм вассал яҡшыраҡ», тип белдерә ул. Автор аңлы рәүештә уҡыусыларын иҫкәртә: «үҙ сюзереныңа (патроныңа) хеҙмәт бер ҡасан да юҡҡа булмай». Әммә шағир сюзерендарҙы бары тик «күктәргә оҡшаған, миһырбанлыҡ аңҡытыусы һөйөклө, татлы, изгелексән шәфҡәтле» тип ҡабул итә.

Руставели —сюзерен-вассал үҙ-ара мөнәсәбәттәренә һәм династия легитимизмына нигеҙләнгән гуманистик монархизмды ажар яҡлаусы булған. Поэманың үҙәк мотивтарҙың береһе булып ҡаһарманлыҡ, хәрби ғәйрәт һәм ҡыйыулыҡ культы тора. Шағир хыяллаштырған ҡаһарман герой дуҫлыҡта һәм иптәшлектә тоғро һәм фиҙакәр. Дуҫлыҡ һәм иптәшлек — рыцарлыҡ хоҡуҡ тәртибенең нигеҙе. рыцарь хоҡуҡ нигеҙҙәре; теләктәшлек һәм үҙ-үҙеңде фиҙа ҡылыу — Руставели ҡәҙерләгән идеал. Рыцарҙар сауҙагәрҙәрҙе пираттар һәм юлбаҫарҙарҙан эскерһеҙ һаҡлаған, ҡатын-ҡыҙға оло хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараған, тол ҡатындарҙы һәм етем балаларҙы, мохтаждарҙы, фәҡирҙәрҙе ҡурсалаған һәм ярҙам иткән. Руставели, «ҡояш үҙенең нурҙары менән рауза сәскәһен дә, тиҙәкте лә бер төрлө яҡтырта», тип йомартлыҡты, «бөйөк һәм кеселәргә» самалы шәфҡәтлекте вәғәзләгән. Ул «ҡатын һайлау» иреклеген яҡлап сыҡҡан. Үҙ файҙаһын ғына күҙәткән ҡараштарҙан ситтә торған мөхәббәт хистәрен данлаусы Руставели рәхимһеҙлекте һәм тотанаҡһыҙ енси нәфсене ялҡынлы ғәйепләй. Шуныһына иғтибар итер кәрәк, руставели мөхәббәтендәге — «миджнуроба» — үҙ-ара мөнәсәбәттәргә патронат (сюзерен-вассал) формаһы хас. Үҙҙәренең хәлдәре буйынса һөйгән ҡатын-ҡыҙ иң бөйөк патрон-сюзерен, ғашиҡ баһадир витязь «бик тоғро» вассал-хеҙмәтсе (кма) булып тора.

Руставели — художник та, аҡыл эйәһе лә. Уға урта быуат Көнбайышының христиан-клерикаль догматизмы, һәм фарсы суфыйсылығының мистицизмы, һәм рәсми ислам ят. Ул билдәле диндәрҙең береһен дә кире ҡаҡмай. Ижад иткән поэмаһының тексын баһалағанда, Руставелиҙың фәлсәфәүи-дини фекерләүе үҙендә көслө неоплатонизм йоғонтоһо эҙҙәрен йөрөтә.

Поэманың композицияһына йыш ҡына көтөлмәгән ситуацияларға алып килеүсе динамик драматизм хас. Поэмала тулыһынса тиерлек әкиәти фантастик элементтар юҡ: ысын, кешелекле-тормошсан, тере кешеләрҙең көслө кисерештәре тормошсан дөрөҫ итеп, художестволы-тәбиғи, ышандырырлыҡ итеп күрһәтелгән. Поэманың һәр геройы, төп героймы ул, икенсе планлымы, иң типик һыҙаттарҙа асыҡлана. Был ҡараштан һәр бер иң кескәй деталь дә законға нигеҙләнгән. Поэманың төп образдары — Грузияла популяр булған һәм кешеләр теленән төшмәгән Нестан-Дареджан, Тинатин, Асмат, Тариэл, Автандил, Фридон, Шермадин исемдәре шундай.

Сюжетты йәйелдергәндә, шағир ҡапма-ҡаршылыҡ алымын ҡулланған: төрлө ижтимағи ҡатламдар һәм художестволы образдар ҙур сама тойғоһо менән бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла.

Руставелиҙың афоризмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡыллы, тәрән фекерле һәм шуның менән бергә ыҡсым, ҡанатлы руставели афоризмдары киң халыҡ массаларына үтеп ингән, халыҡ әйтемдәренә, халыҡ аҡылына (грузин телендә генә түгел) әйләнгән. Әйтер кәрәк, лирик тайпылыштар, хат мөрәжәғәттәре формаһындағы афоризмдар әхлаҡ сентенцияларынан йыраҡ тора. Улар хикәйәләүҙе йәнләндереүгә булышлыҡ итә, шиғырҙы хәрәкәткә килтерә, әҫәрҙең монументаллеген айырып күрһәтә. «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» архитектоникаһы һәм композицияһы буйынса донъя әҙәбиәтенең иң мөһабәт өлгөһө булып тора.

Поэманың әһәмиәте — уның художестволы эшкәртелеүендә, психологик анализында һәм йомарт һибелгән аҡыллы фекерҙәрендә, һәм 800 йыл үткәс тә, уларҙы һәр грузин оло хөрмәт тойғоһо менән әйтә. Руставели «ҡолдарҙы азат итергә» өйрәткән, енестәрҙең тигеҙлеген иғлан иткән («ниндәй генә енестән булмаһын, арыҫландан тыуған арыҫлан булып ҡала»), йомарт шәфҡәтлеккә саҡырған: «нимәне таратып биргәнһең — һинеке, юҡ икән — юғалыуға тиң». Шәхси ҡаҙаныштарын ул юғары ҡатламдан булыуҙан өҫтөн, данлыҡлы үлемде хурлыҡлы тормоштан артығыраҡ күргән, уның «ялған һәм хыянат — бер туған апалы-һеңлеле» тип әйткәне алдашыуҙы түҙеп тормағанын күрһәтә. Шуға оҡшаш фекерҙәр «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһын халыҡты тәрбиәләү китабына, ә талантлы техника уны грузиндар өсөн юғары һәм нәфис шиғриәт синонимына әйләндергән.

Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһы — донъя әҙәбиәтенең иң бөйөк һәйкәлдәренең береһе — быуаттар дауамында һәм хәҙер ҙә, грузин әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә айырата йоғонто яһап, Грузия халҡының иң уҡымлы китабы булып ҡала.

Баҫмалар һәм тәржемәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1712 йылдан һуң поэма Санкт-Петербургта һәм Грузияның төрлө ҡалаларында бер нисә тапҡыр баҫыла. Поэманың грузин телендә 50-нән артыҡ баҫмаһы бар.

1855 йылда Мәскәүҙә батша улы Окропир урыҫ телендә шиғри юл менән яҙған «Барыҫ тиреһе» трагедияһы донъя күрә. Руставелиҙың поэмаһын 1890 йылда К. Месхи драма итеп үҙгәрткән, һәм ул Тифлиста ҡуйылған. "Барыҫ тиреһе"нән Ипполит Бартдинскийҙың урыҫ теленә шиғри тәржемә иткән өҙөгө «Иллюстрациялар»ҙа (1845 йылдың 6-7-се һаны) баҫылған.

Поэманың урыҫ теленә авторҙар Константин Дмитриевич Бальмонт, Пантелеймон Антонович Петренко (Борис Брик тамамлаған), Георгий Константинович Цагарели[2], Шалва Исакович Нуцубидзе һәм Николай Алексеевич Заболоцкий (йәштәр өсөн адаптациялы тәржемәне индереп: М. 1930/яңынан баҫтырылғаны: М. 1983) тәржемә иткән тулы биш баҫмаһы бар. Шулай уҡ әлегә тиклем поэманың тулыһынса баҫтырылмаған С. Шатри, Н. Мзареулов һәм К. Ованов тәржемә иткән тулы текстары бар. Ҡайһы бер фрагменттарын шағирҙар П. Антокольский, В. Державин, И. Бардтинский, Е. Евтушенко тәржемә иткән[3].

«Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир»ҙың немец (Leist, «Der Mann im Tigerfelle», Лейпциг, 1880), француз («La peau de léopard», 1885), украин («Витязь в тигровій шкурі», Микола Платонович Бажан тәржемәһе, 1937), поляк, инглиз, ғәрәп, әрмән, испан, итальян, ҡытай, фарсы һәм япон телдәрендә, һәм шулай уҡ иврит һәм һинд телдәрендә тулы тәржемәләре бар.

Поэманың украин теленә өс тәржемәһе бар. Беренсеһе — прозаик тәржемә һәм XIX быуатта уҡ тәржемә ителгән, уның авторы украин ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре Николай Иванович Гулак. Гулактың прозаик тәржемәһенең шиғри эшкәртмәһен уның ике туғаны Александр Навроцкийэшләй башлаған, әммә был эш аҙағына саҡлы еткерелмәй ҡалған[4]. Икенсе иң тулы шиғри тәржемәне украин совет яҙыусыһы Микола Платонович Бажан әҙерләгән һәм 1937 йылда тәүләп баҫтырған. Өсөнсөһө — Григорий Халимоненконың 1991 йылда тәүге тапҡыр баҫылған прозаик тәржемәһе.

Поляк телендә текстың ике тулы тәржемәһе — 1960 йылда Николай Заболоцкийҙың урыҫ телендәге тәржемәһенән Игорь Сикирыцкий поляк теленә һәм грузин төп нөсхәһенән (батша Вахтанг VI редакцияһы) 1976 йылда поляк теленә Ежи Загорский ауҙарған.

Осетин теленә «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» ике тапҡыр тәржемә ителгән: тәүге тәржемәне Мөхтәр Шавлохов тормошҡа ашырған[5], икенсеһен — шағир Георгий Гиглаевич Бестауты[6].

2009 йылда поэма сыуаш телендә: «Тигăр тирĕпе витĕннĕ паттăр» баҫылған[7]. 2016 йылда Афинала поэманың яңы грек теленә Манолис Митафиди тәржемә иткән тулы шиғри тәржемәһе баҫыла: «Ο Ιππότης με δέρμα τίγρη». Тәржемә 1974 йылда уҡ тәржемә ителһә лә, китап 42 йылдан һуң ғына сыға.

1930-сы йылдарҙан башлап 1980-се йылдар дауамында поэманан өҙөктәр йыш ҡына СССР һәм социалистик лагерь илдәре халыҡтарының телдәренә тәржемә ителеп күп тапҡыр баҫтырылған.

СССР маркаһы, 1966 й. «Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир» проэмаһына иллюстрация: Тариэл ағым эргәһендә (С. Кобуладзеның шул уҡ атамалы һүрәте буйынса, 1935—1937).
  • Ростеван — Ғәрәбстан батшаһы
  • Тинатина — Ростевандың ҡыҙы, Автандилдың һөйгән йәре
  • Автандил — Ғәрәбстандағы полководец
  • Сограт — один из визирей Ростевандың вәзирҙәренең береһе
  • Тариэл — юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир
  • Шермадин — Автандилдың, үҙе булмағанда, вотчинаһында етәкселек итә алған хеҙмәтсеһе
  • Асмат — Тариэлдың ҡол ҡатын-ҡыҙы, Нестан-Дареджандың элекке ҡоло
  • Фарсадан — һинд батшаһы
  • Нестан-Дареджан — Фарсадандың ҡыҙы, Тариэлдың һөйгән йәре
  • Давар — сихырсы, Фарсадандың һеңлеһе, Нестан-Дареджандың тәрбиәсеһе
  • Рамаз — хатавтарҙың хакимы
  • Нурадин-Фридон — Мульгазанзар хөкөмдары, Тариэлдың һәм Автандилдың дуҫы
  • Усам — Автандил пираттарҙан ҡотҡарған диңгеҙгиҙәрҙәрҙең капитаны
  • Мелик Сурхави — Гуланшароның батшаһы
  • Усен — Гуланшаро сауҙагәрҙәренең башлығы
  • Фатьма — жена Усендың ҡатыны
  • Дулардухт — Каджетиҙың батшабикәһе
  • Росан һәм Родья — Дулардухттың туғандарының балалары, Дулардухт Ростанға Нестан-Дареджанды кейәүгә бирергә теләгән
  • Рошак — Каджетиҙың хәрби начальнигы

Һүҙлек (Н. Заболоцкий тәржемәһендәге баҫмаларҙың береһе, М. 1983)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Абдул-Мессия (һүҙмә-һүҙ — мессияның ҡоло) — моғайын, XII быуатта йәшәгән грузин шағиры Иоанн Шавтели ижад иткән «Тамара батшабикәгә һәм Давидҡа» одаһының атамаһы.
  • Абсаль — грек батшаһы улы Саламанды имеҙеп үҫтереүсеһе, урта быуатта Көнсығыш илдәрендә таралған мөхәббәт тураһындағы хикәйәттең герой ҡатын-ҡыҙы героиня.
  • Алоэ — тәмәке тәртыу өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа ҡулланылған хуш еҫле ағас.
  • Амиран — аллалар язалап, Кавказ ҡаяһына ҡаҙаҡлап ҡуйылған грузин мифологияһы геройы. Фаразланғанса, «Амиран-Дареджаниани» авторы тип һаналған Мосе Хонели Амиран образын файҙаланған.
  • Амирбар — Көнсығышта диңгеҙ министры йәки һарай министры.
  • Ғәрәбиә — моғайын, Ғәрәп ярымутрауындағы илдәрҙең береһе.
  • Аспироз — Венера планетаһы йәғни Зөһрә йондоҙо.
  • Бадаһшан — Көньяҡ Памирҙағы ил, унда «бадаһшан ташы» йәки «бадаһш» тигән атама алған рубин ҡыҙыл яҡут йәки ҡыҙыл йәүһәр ташы табылған хәҙерге Афғанстан провинцияһы.
  • Басра — хәҙерге Ираҡтың көньяҡ-көнсығышындағы ҡала
  • Безоар — органик аҫыл таш.
  • Вәзир — вәзир.
  • Вис — XI быуат фарсы шағиры Фәхретдин Асад Гүрғәниҙең батшабикә Вистең Рамин батшаның ир туғаны менән мөхәббәтенә бағышланған парфия повесы мотивтарына нигеҙләнеп яҙылған «Вис һәм Рамин» поэмаһының төп героиняһы. Грузин теленә тәржемә иткән автор тип Саргис Тмогвели һанала.
  • Габаон — Иерусалим эргәһендәге изге тип һаналыусы ерҙәр. Унда үҫеүсе шыршы һәм кипарис ағастары иң матуры һанала.
  • Геон (Джеон, Джейхун) — Амударья йылғаһы.
  • Гишер — гагат.
  • Голиаф — Иҫке Ғәһеттәге бәһлеүән филистимлян яугиры.
  • Гуланшаро («гулан» (раузалар) + «шахр» (ҡала) = раузалар ҡалаһы) — уйлап сығарылған ҡала һәм дәүләт.
  • Давид — моғайын, грузин батшабикәһе Тамараның ире Давид Сосландыр.
  • Диларгет — авторы Саргис Тмогвели тип иҫәпләнгән беҙҙең көнгә саҡлы килеп етмәгән «Диларгетиани» әҫәренең фаразланған төп геройы.
  • Дивнос — Дионисий Ареопагит, V быуат христиан изгеһе һәм фәлсәфәсеһе, «Ареопагитика» ғилеме авторы.
  • Достакан — иҫәнлек-һаулыҡ теләп әйтелгән кубок.
  • Драхма — Боронғо Грецияла төрлө полистарҙа 4-тән алып 7-гә грамға тиң ауырлыҡ үлсәү берәмеге; шулай уҡ көмөш ауырлыҡ тәңкәһе.
  • Дейеү — Кавказ, Кесе һәм Урта Азия, Көнбайыш Себер һ. б. халыҡтарҙың фольклорында — уҫал йәндәр, башлыса, антропоморф йәки зооморф күренешле бәһлеүәндәр.
  • Зарадхана (фарс.) — ҡорал палатаһы.
  • Зуаль — Зөхәл планетаһы.
  • Кадж — уҫал зат, в «Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир»ҙа кадждар — мәкерле күҙ быуыусылар. Каджети — кадждар иле.
  • Кайс, йәки Каис — ғишығынан аҡылынан яҙған Низами Ғәнжәүиҙең (1140—1202) «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһының төр геройы. Артабан был ҡушамат башын юғалтып ғашиҡ булған кешеләрҙе дөйөм атау өсөн ҡулланылған атамаға әйләнгән.
  • Карауанһарай — юлда туҡтап, ҡунып китә торған урын.
  • Кимвал — уртаһына уң ҡулға кейҙереү өсөн ҡайыш йәки бау нығытылған металл тәрилкәнән торған боронғо көнсығыш һуҡма музыка ҡоралы.
  • Кронос — Зөхәл.
  • Ҡолан — аттар ғаиләһе төркөмө. Тышҡы ҡиәфәте бик ныҡ ишәкте хәтерләтһә лә, ат менән уртаҡ билдәләре лә күп булғанлыҡтан, уны йыш ҡына ярымишәк тиҙәр.
  • Лал — ҡыҙыл яҡут, ҡыҙыл йәүһәр йәки рубин.
  • Майҙан — ат ярыштары майҙаны йәки баҙар майҙаны.
  • Марих, йәки Маррих, Маррикх — Марс планетаһы.
  • Мижнур — Низами Ғәнжәүиҙең (1140—1202) «Ләйлә һәм Мәжнүн» поэмаһының мөхәббәттән аҡылдан яҙған төп геройы Кайстың ҡушаматы. Впоследствии это прозвище стало нарицательным именем для, обозначающим страстно влюблённого человека.
  • Мерани — грузин мифологияһында ҡанатлы ат.
  • Месхи, йәки месхетинлылар — Месхети ҡалаһы халҡы.
  • Моурав — идарасы.
  • Мукр — Ҡөрьән уҡыусы.
  • Мульганазанзар (фарс. «мургзар» — күләүек) — уйлап сығарылған ил.
  • Мөғәллим — мосолман дин белгесе.
  • Муштар — Юпитер планетаһы.
  • Най — тынлы музыка ҡоралы.
  • Нарды — ике яртыға бүленгән махсус таҡтала ике уйынсыға тәғәйенләнгән өҫтәл уйыны.
  • Ниневийцы — Ниневия халҡы
  • Отарид — Меркурий планетаһы.
  • Романья — роман халыҡтары йәшәгән европа илдәренең береһе.
  • Рөстәм — X быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән фарсы шағиры Фирҙәүсинең «Шаһнамә» эпопеяһының төп бәһлеүән баһадиры богатырь-великан.
  • Рустави — Месхетиҙағы ер-урын һәм һарай.
  • Сирин — ҡош-ҡыҙ.
  • Спасалар — ғәскәр башлығы.
  • Спаспет — ғәскәр башлығы.
  • Стадий — күп халыҡтарҙың боронғо үлсәү системаларында алыҫлыҡ үлсәү берәмеге.
  • Талант — Европала, Алғы Азияла һәм Төньяҡ Африкала антик осорҙа файҙаланылған ауырлыҡ берәмеге.
  • Тамара — Грузия батшабикәһе (1184—1213 йй.).
  • Саргис Тмогвели — фараз буйынса, Фәхретдин Асад Гүрғәниҙең «Вис һәм Рамин» романын тәржемә иткән XII быуатта йәшәгән грузин яҙыусыһы. Поэмала Диларгет тураһындағы әҫәрҙең авторы булараҡ телгә алына.
  • Хатаети — Ҡытайҙан төньяҡҡараҡ урынлашҡан һәм төрөктәр йәшәгән хатавтар иле.
  • Хатун — юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙы.
  • Мосе Хонели — «Амиран-Дареджаниани» хикәйәләр циклының фаразланған авторы, XII быуат грузин яҙыусыһы.
  • Хәрәзм — үҙәге Амударьяның түбәнге ағымында урынлашҡан боронғо урта азия дәүләте.
  • Эзрос — бәлки, XII быуатта йәшәгән йәһүд шағиры һәм фәлсәфәсеһе Авраам ибн Эзралыр.
  1. Самый распространённый и устоявшийся вариант перевода названия. Под таким названиям поэма публиковалась в наиболее тиражируемом переводе Николая Заболоцкого, а также в переводах Георгия Цагарели, Шалва Нуцубидзе.
  2. В переводе Константина Бальмонта.
  1. По одной из версий под этим псевдонимом скрывается имя царя и мужа царицы Тамары — алана Давида-Сослана, который как раз и правил Грузией со своей женой царицей Тамарой в то время, которым датируется написание поэмы «Витязь в тигровой шкуре», в XII—XIII вв.
  2. Антикварная книга (Интернет-магазин Среди коллекционеров www.collectors.ru)
  3. http://www.nplg.gov.ge/dlibrary/collect/0001/000044/Shota_Rustaveli.pdf 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  4. Ліна Вежель. Кавказкі візерунки в поемі Шота Руставелі «Витязь у тигровій шкурі» (Крізь призму М. Гулака та О. Навроцького)
  5. «Стайы цармдарæг», Югоосетинское государственное издательство, Сталинир, 1960 г.
  6. Осетинский перевод «Витязя в тигровой шкуре» (Переводчик — Георгий Бестауты)
  7. «Витязь в тигровой шкуре» зазвучал на чувашском 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  • Орбели И. Герои Руставели и их подданные. — Ереван, 1963.
  • Андроникашвили Р. Иллюстрации к поэме Шота Руставели «Витязь в тигровой шкуре». — Художник РСФСР, 1983.
  • Конрад Н. «Витязь в тигровой шкуре» и вопрос о ренессансном романтизме // Запад и Восток. Статьи. — 2 изд. — М., 1972.
  • Руставели Ш. «Витязь в тигровой шкуре.» Пер. Н. Заболоцкого. М. 1983.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр