Йомағужа (Күгәрсен районы)
Йомағужа | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Йомағужа ауыл Советы (Күгәрсен районы)[2] |
Административ-территориаль берәмек | Йомағужа ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны | 4564 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453336 |
Йомағужа (рус. Юмагузино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 5161 кеше[4]. Почта индексы — 453336, ОКАТО коды — 80238557000.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 325 | ||||
1920 йыл 26 август | 1320 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2079 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2355 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 5198 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 5343 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 4564 | 2191 | 2373 | 48,0 | 52,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомағужа ауылы XVIII быуат уртаһынан билдәле. Быуат аҙағында 97 кеше йәшәгән 14 ихатанан тора. 64 йылдан һуң уның 58 ихатаһы һәм 320 кешеһе була. Халыҡ этник яҡтан ҡатнаш була: 1920 йылда унда башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәгән. 226 йортта барлығы 1320 кеше йәшәгән.
1842 йылда 257 кешегә 512 бот яҙғы иген сәселә.
1816 йылдың VII ревизияһында Йомағужа исемле ике кеше иҫәпкә алына — беренсе Йомағужа Бикбовҡа 71 йәш (улдары Дәүләткилде, Сирбай, Бикмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Рәхимғол, Уразай). 1789 йылда Туғыҙтимер йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе Бекович-Черкасскийға һатыуҙа Санким һәм Бушман-Ҡыпсаҡ улустарының башҡорт аҫабаларының ышаныслы вәкиле булыуы менән билдәле. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе тағы бер Йомағужа булған. Ул Ҡаныев — 79 йәш. Улдары Әлмөхәмәт, Ярмөхәмәт, Мөхәмәтшәрип. Ауыл ике ауыл кешеһенең береһенең исемен йөрөтә. Кем икәнен әйтеүе ҡыйын[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйтүнә Әбдүрәшитова. Күгәрсен районы, Йомағужа ауылы. Слайд. Етегән-2020.[7]
- Хәтер бюсы. Йомағужа. Күгәрсен районы[8]
- Йомағужа күпере[9]
- Ҡурайсылар ансамбле. Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы, Йомағужа[10]
- Йомағужа һыуһаҡлағысы. Башҡортостандың Күгәрсен районы[11]
Топонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарҙы: Ғимранова Карина Рәмил ҡыҙы, 9-сы класс, Етәксеһе: Ғимранова Рәсимә Факил ҡыҙы[12].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (15.10.1922—12.08.1969), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Филиппов Александр Павлович (7.11.1932—15.10.2011) — урыҫ телендә ижад иткән шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2004).
- Титов Вячеслав Михайлович (11.05.1949—3.05.2010), инженер-технолог-ғалим, сәнәғәт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1987—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» произодство берекмәһенең генераль директоры, 2006—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) атҡаҙанған химигы, «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» (1999). Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры.
- Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы (8.09.1952), социолог-ғалим. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы (5.04.1950—6.08.2006), социолог-ғалим. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Социаль белем биреү (1997) һәм Сәйәси фәндәр академияһының (2000) ғәмәлдәге ағзаһы.
- Кинйәбулатов Ғәлим Ғиниәт улы (7.10.1963), музыкант, композитор. Күгәрсен районының «Ҡыҙыл мәсет» эстрада төркөмен ойоштороусы һәм 1991 йылдан уның етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009)[13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 150. 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 27 — 29-сы биттәр
- ↑ Отдел культуры Кугарчинского района. Официальный сайт. Галим Кинзябулатов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2023)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)