Юныс (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юныс — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Юныс исеме бар.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юныс исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Пәйғәмбәр исеменән алынған. Шулай уҡ күгәрсен (сығышы боронғо йәһүд теленән килә) мәғәнәһендә[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Юныс (бенг. মুহাম্মদ ইউনুস; 28 июнь 1940 йыл) — Бангладеш банкиры, иҡтисад профессоры. Нобель тыныслыҡ премияһының 2006 йылғы лауреаты.

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883 йыл — 1943 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1917—1919).

Асылбаев Юныс Баһауетдин улы (1908 йыл1981 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байҡы-Юныс (рус. Байки-Юнусово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.

Юныс (рус. Юнусово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йунус сүрәһе (ғәр. يونس‎‎, Юныс) — Ҡөрьән Кәримдең 10 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 109 аяттан тора.

Юныс үҙәге (Yunus Centre) — Даккала (Бангладеш) урынлашҡан аналитик үҙәк. 2006 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Мөхәммәт Юныс тарафынан фәҡирлекте кәметеү өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү, шулай уҡ профессор Юныстың идеяларын таратыу маҡсатында ойошторола. Үҙәктең башҡарма директоры — Ламия Моршед.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ