Чувашай
Ауыл | |||||
Сыуашай (Жаматай) | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
жаматайлар | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Чувашай (Жаматай, Сыуашай, Яматай[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810005.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 38 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 16 ир һәм 22 ҡатын-ҡыҙ[2]. 2005 йылда ауылда 60 кеше йәшәгән[3].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 17 йортонда 36 ир һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. Профессор Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә ауыл 1783 һәм 1795 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда ауылдың 15 йортонда 38 ир һәм 45 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 20 йортта 79 ир һәм 70 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[4].
1868 йылға тиклем ауылда мәсет тә, мәсет эргәһендәге мосолман мәктәбе лә булмаған[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.