Яңы Башап
| Ауыл | |||||
| Яңы Башап | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||||
| Муниципаль район | |||||
| Координаталар | |||||
| Милли состав | |||||
| Телефон коды | 34261 | ||||
| Һанлы танытмалар | |||||
| Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
| ОКАТО коды | |||||
| ОКТМО коды | |||||
| ГКГН номеры | |||||
Яңы Башап (Яңауыл[1]; рус. Новый Ашап)— Пермь крайының Барҙы районындағы татар ауылы, Яңы Башап ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618165, ОКАТО коды — 57204831001.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 330 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 157 ир һәм 173 ҡатын-ҡыҙ[2].
2005 йылда ауылда 432 кеше йәшәгән[3].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл 1811 йылдан алып Яңы Башап исеме аҫтында иҫкә алына башлай[4]. Ауылдың исеме Башап (Ашап) йылғаһы исеменән[4]. Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Яңы Башап ауылы 1818 йылда Сәрәш һәм Юғары Башап (Башапбаш) ауылдарынан айырылып, күсеп ултырған яңы ауыл (выселок) һымаҡ барлыҡҡа килгән[5]. Яңы ауылға шулай уҡ Конюково (Әрәмауыл) һәм Байауыл (Күзмә) ауылдарынан бер-нисә ғаилә күсеп килә[5].
1834 йылда ауылдың 30 йортонда милләте буйынса башҡорт 93 ир һәм 83 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[5].
1816 йылда ауылда 86 кеше, 1926 йылда 624 кеше йәшәгән[4].
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ғәйнә ырыуы вәкилдәре[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Новоашапово по VIII ревизии 1834 г. |
1929 йылда ауылда «Труд» колхозы барлыҡҡа килә, һуңыраҡ колхоз Булганин исемен йөрөтә башлай, 1957 йылдан алып колхозға «Труд» исеме кире ҡайтарыла[4].
1953 йылдан алып Яңы Ашап ауылында Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әминов Зариф Хурамша улы (1916 – 1974 йй.) йәшәгән[4].
Ауылдың күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминов Зариф Хурамша улы — Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- 1 2 3 4 5 6 Новый Ашап. Энциклопедия "Пермский край". Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йыл 7 март архивланған.
- 1 2 3 4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.