Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы |
авар. ХIамзатил Расул |
 |
Заты |
ир-ат[1] |
Гражданлығы |
СССР
Рәсәй[2] |
Тыуған көнө |
8 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3][4][5] |
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Дагестанская АССР[d], Хунзахский район[d], Цада[d] |
Вафат булған көнө |
3 ноябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[4][6][5] (80 йәш) |
Вафат булған урыны |
Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы |
Туған тел |
Ауар теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле |
Ауар теле һәм Урыҫ теле |
Һөнәр төрө |
шағир, яҙыусы, прозаик, публицист, тәржемәсе, сәйәсмән, поэт-песенник |
Биләгән вазифаһы |
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d] һәм народный депутат СССР[d] |
Сәнғәт йүнәлеше |
социалистик реализм[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы |
СССР Яҙыусылар союзы |
Уҡыу йорто |
А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы |
Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы |
XXII съезд КПСС[d] |
Жанр |
шиғыр[d] һәм поэма[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
|
Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы Викимилектә |
Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Рәсүл Ғамзат улы Ғамзатов 1923 йылдың 8 сентябрендә Дағстандың Хунзах районы Цада тигән авар ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Ғамзат Цадаса (1877—1951) ғаиләһендә тыуа.
Арани урта мәктбендә уҡый. 1939 йылда Авар педагогия училищеһын тамамлай. 1941 йылға тиклем мәктәптә уҡытыусы, шунан театрҙа режиссёр ярҙамсыһы, гәзиттәрҙә һәм радиола журналист булып эшләй. «1941— 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградлана.
1945—1950 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Дағстан АССР-ы Юғары Советы депутаты, Дағстан АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Юғары Советы депутаты һәм Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Бер нисә тиҫтә йыл буйы Дағстан, РСФСР, СССР яҙыусылары съездарының делегаты, Азия һәм Африка илдәре яҙыусыларының теләктәшлек бюроһы ағзаһы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитеты ағзаһы, Совет тыныслыҡты яҡлау комитеты идараһы ағзаһы, Азия һәм Африка халыҡтарының Совет теләктәшлек комитеты Рәйесе урынбаҫары була.
Дағстан АССР-ынан 6—11 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1962—1989)[7][8][9][10][11] . 1962—1966 йылдарҙа һәм 1971 йылда СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы. Петр фәндәр һәм сәнғәттәр академияһының ғәмәли ағзаһы.
1973 йылда бер төркөм совет яҙыусыларының Солженицын һәм Сахаров тураһында «Правда» гәзите редакцияһына яҙған хатына ҡул ҡуя.
2003 йылдың 3 ноябрендә Мәскәүҙә Үҙәк клиника дауаханала вафат була. Таркитау төбөндә Тарки зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнә.
Рәсүл Ғамзатов 1932 йылда шиғыр яҙа башлай, 1937 йылда республиканың авар телендәге «Тауҙар большевигы» гәзитендә тәүләп шиғыры донъя күрә. Авар телендәге беренсе китабы 1943 йылда баҫылып сыға. Ул классик һәм хәҙерге рус әҙәбиәтен, шул иҫәптән А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов, В. В. Маяковский һәм С. А. Есенин әҫәрҙәрен аварсаға тәржемә итә.
А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Ғамзатов йәш шағирҙар Наум Гребнев, Яков Козловский, Елена Николаевская, Владимир Солоухин менән таныша һәм дуҫлаша, улар уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итә. Ғамзатов шиғырҙарын һәм поэмаларын шулай уҡ Илья Сельвинский, Сергей Городецкий, Семён Липкин, Яков Хелемский, Юлия Нейман, Роберт Рождественский, Андрей Вознесенский, Юнна Мориц, Юрий Агеев[12], Дмитрий Филимонов[13], Шапи Казиев, Марина Ахмедова-Колюбакина, Сергей Соколкин тәржемә итә. Н. Гребнев айырыуса киң билдәле «Торналар» шиғырын тәржемәләй, шиғыр 1969 йылда М. Н. Бернес башҡарыуында йыр булып китә. Ғамзатовтың әҫәрҙәре Рәсәйҙең һәм донъяның тиҫтәләрсә теленә тәржемә ителә. Ғамзатовтың көйгә һалынған шиғырҙары араһында тағы бер билдәлеһе, мәҫәлән, — «Исчезли солнечные дни». Ғамзатов менән күп композиторҙар, шул иҫәптән Дмитрий Кабалевский, Ян Френкель, Раймонд Паулс, Юрий Антонов, Александра Пахмутова хеҙмәттәшлек итә; уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыусылар араһында — Анна Герман, Галина Вишневская, Муслим Магомаев, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, София Ротару, Вахтанг Кикабидзе, Марк Бернес, Дмитрий Хворостовский.
Рәсүл Ғамзатов Кияс Меджидов, Алирза Сәидов, Шах-Эмир Морадов, Байрам Сәлимов кеүек лезгин шағирҙарының ижади кисәләрендә йыш сығыш яһай, Дағстандың халыҡ рәссамы Салауат Салауатовтың яҡын дуҫы була, рәссам уның грампластинкаларының береһенең тышлығын һәм уның атаһы Ғамзат Цадасаның портреттары серияһын төшөрә. Ғамзатов шулай уҡ Иосиф Кобзон һәм Евгений Примаков менән тығыҙ аралаша[14].
Р. Ғамзатов «Новый Мир», «Дружба народов» журналдары, «Литературная газета», «Литературная Россия» гәзиттәренең, башҡа гәзит һәм журналдарҙың мөхәрририәте ағзаһы була. 1951 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Дағстан яҙыусылары берлегенә етәкселек итә.
Уның авар һәм рус телдәрендә, Дағстандың һәм Кавказдың, бөтә донъяның күп телдәрендә тиҫтәләрсә шиғыр, проза һәм публицистика китаптары баҫылып сыға.
Атаһы 1951 йылда, әсәһе 1965 йылда вафат була.
Ҡатыны Патимат Сәид ҡыҙы (1931—2000, 1964 йылдан Дағстан һынлы сәнғәт музейына етәкселе итә)[15] була, өс ҡыҙы һәм дүрт ейәнсәре булып, улар араһында — билдәле Шәһри Әмирханова менән Таус Махачева. Ҡыҙы Патимат (1959 йылғы) — сәнғәт белгесе, Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы. Кейәүе — археолог Хизри Әмирханов.
Ике ағаһы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай: Магомет (1916 йылғы) 20.08.1943 йылда 1687-се эвакогоспиталдә (Һарытау өлкәһе Балашов ҡалаһы) вафат була, ә Ахильчи (1918 йылғы) 1943 йылдың апрелендә хәбәрһеҙ юғала.
Ҡустыһы Ғаджи (1926—2011) — әҙәбиәт белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.
Рәсүл Ғамзатов — Изге Андрей Первозванный ордены кавалеры
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (27 сентябрь 1974)
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (8 сентябрь 2003) — ватан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[16]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (18 апрель 1999) — Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн[17]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (6 сентябрь 1993) — күп милләтле ватан әҙәбиәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[18]
- дүрт Ленин ордены (4 май 1960; 7 сентябрь 1973; 27 сентябрь 1974; 7 сентябрь 1983)
- Октябрь Революцияһы ордены
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28 октябрь 1967)
- «Кирилл һәм Мефодий» ордены (Болгария Халыҡ Республикаһы)
- СССР миҙалдары
- Ленин премияһы (1963) — «Высокие звёзды» китабы өсөн
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Год моего рождения» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн
- М. Горький исемендәге РСФСР премияһы (1980) — «Әсәләрҙе һаҡлағыҙ» поэмаһы өсөн
- Дағстандың халыҡ шағиры
- Алтын руно ордены (Грузия) Грузия Дәүләт наградаһы, 2003
- «XX быуаттың иң яҡшы шағиры» халыҡ-ара премияһы
- Азия һәм Африка яҙыусыларының «Лотос» премияһы
- Джавахарлал Неру премияһы
- Фирдәүси премияһы
- Христо Ботев премияһы
- Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
- Михаил Лермонтов исемендәге әҙәби премия
- Александр Фадеев исемендәге әҙәби премия
- Батырай премияһы
- Мәхмүд премияһы
- С. Стальский премияһы
- Ғ. Цадаса премияһы һәм башҡалар.
- СПбГУ-ның почетлы доктоы (2001)[19]
Библиография
- Пламенная любовь и жгучая ненависть. — 1943.
- Наши горы. — 1947.
- Земля моя. Стихи / Перевод Н. Гребнева, Я. Козловского. — Даггосиздат, 1948.
- Песни гор / Перевод Н. Гребнева, Я. А. Козловского, В. Е. Бахнова. — М. : Мол. гвардия, 1949.
- Песня о самом дорогом. — М.-Л. : Детгиз, 1950.
- Родной простор. — Махачкала, 1950.
- Год моего рождения. — М. : Мол. гвардия, 1950, 1952.
- Год моего рождения. — Махачкала : Даггиз, 1952.
- Слово о старшем брате. — М. : Мол. гвардия, 1952.
- Разговор с отцом. — 1953.
- Горная дорога. — М. : Правда, 1953.
- Лирика. — М. : Мол. гвардия, 1954, 1955.
- Поэмы. — М. : Сов. писатель, 1954.
- Стихотворения и поэмы. — М. : Гослитиздат, 1954.
- Мой дедушка. Сборник. — М. : Детгиз, 1955.
- Дагестанская весна. — М., 1955.
- О тебе я думаю. — М. : Правда, 1956.
- Стихотворения. — М. : Сов. писатель, 1956.
- Больные зубы. — М. : Правда, 1957.
- Мой дедушка. — М. : Детгиз, 1957.
- Новая встреча. — М. : Мол. гвардия, 1957.
- Горит моё сердце. — М. : Детгиз, 1958.
- Стихотворения. — М. : Гослитиздат, 1958.
- В горах моё сердце. — М. : Гослитиздат, 1959.
- Мой дедушка. — Махачкала, 1959.
- Поэмы. — М. : Мол. гвардия, 1960.
- Мой дедушка. — М. : Детгиз, 1961.
- Восьмистишия и надписи. — М. : Правда, 1962.
- Высокие звёзды. Стихи и поэма / Авторизованный перевод[20] с аварского Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1962, 1963.
- Горянка. — М. : Сов. Россия, 1963.
- Зарема. — М. : Детгиз, 1963.
- Письмена. Восьмистишия, эпиграммы, надписи / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Мол. гвардия, 1963.
- Избранное в двух томах. — М. : Худ. литература, 1964.
- И звезда с звездою говорит. — М. : Сов. Россия, 1964.
- Письмена. — М. : Мол. гвардия, 1964.
- Библиотека избранной лирики / Перевод Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Мол. гвардия, 1965.
- Не торопись. — М. : Правда, 1965.
- Мулатка. Стихи / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева, Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1966.
- Мой дедушка. — М. : Малыш, 1967.
- Горянка. Драма. — М. : Искусство, 1967.
- Зарема. — М. : Дет. литература, 1967.
- Мой Дагестан. Роман-газета. — М. : Худ. литература, 1968.
- Мой Дагестан. Лирическая повесть. — М. : Мол. гвардия, 1968.
- Собрание сочинений в трёх томах. — М. : Худ. литература, 1968—1969.
- А что потом? / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Правда, Библиотека «Крокодила», 1969.
- Горянка. — М. : Дет. литература, 1969.
- Чётки лет. — М. : Мол. гвардия, 1969.
- Мой Дагестан. — М. : Правда, 1969.
- Письмена. — М. : Мол. гвардия, 1969.
- Верность таланту. — М. : Сов. Россия, 1970.
- Третий час / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Сов. писатель, 1971.
- Две шали. — М. : Сов. Россия, 1971.
- Третий час. — М. : Сов. писатель, 1971.
- Берегите друзей / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Современник, 1972.
- Высокие звёзды / Перевод Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Худ. литература, 1972.
- Граница. — М. : Воениздат, 1972.
- Клинок и роза. — М. : Воениздат, 1972.
- Мой Дагестан. — М. : Мол. гвардия, 1972.
- Журавли / Перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Дет. литература, 1973.
- Письмена. — М. : Худ. литература, 1973.
- Сонеты / Авториз. перевод с аварского Н. Гребнева. — М. : Сов. писатель, 1973.
- Мой дедушка. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1973.
- Сонеты. — М. : Сов. писатель, 1973.
- Чётки лет. — 2-е доп. — М. : Мол. гвардия, 1973.
- Книга любви. — М. : Сов. Россия, 1974.
- Мой Дагестан. — Махачкала, 1974.
- Стихи и поэмы. — М. : Известия, 1974.
- Журавли. Песня. Комплект из двадцати листовок / Перевод Н. Гребнева, музыка Я. Френкеля. — М. : Планета, 1975.
- Мой дедушка. — М. : Дет. литература, 1975.
- Персидские стихи. — М. : Правда, 1975.
- Сказания. — М. : Мол. гвардия, 1975.
- Горянка. — М. : Сов. Россия, 1976.
- Избранные стихи. На русском и английском языках / Перевод на англ. Питера Темпеста. Перевод на русский Н. Гребнева и Я. Козловского. — М. : Прогресс, 1976.
- Покуда вертится земля. — Махачкала, 1976.
- Избранное в двух томах. — М. : Известия, 1977.
- Лирика. — М. : Худ. литература, 1977.
- Мой Дагестан. — М. : Известия, 1977.
- Разговор с отцом. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1977.
- Таинственность. — Минск, 1977.
- Берегите маму!. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1978.
- Берегите матерей. Поэма / Перевод Ю. Нейман. — М. : Дет. литература, 1978.
- У очага. — М. : Сов. писатель, 1978.
- Стихи. — М. : Махачкала, 1978.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1979.
- Последняя цена. — М. : Современник, 1979.
- Слово о поэте. — М. : Махачкала, 1979.
- Стихотворения. — М. : Сов. Россия, 1979.
- Суди меня по кодексу любви. — М. : Мол. гвардия, 1979.
- Верность таланту. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1980.
- Горские песни. — Махачкала, 1980.
- Горские элегии. — М. : Правда, 1980.
- Собрание сочинений в пяти томах. — М. : Худ. литература, 1980—1982.
- Берегите матерей. Поэма / Перевод Ю. Нейман. — М. : Сов. Россия, 1982.
- Остров женщин. — М. : Сов. писатель, 1982.
- Песни гор. — Киев : Молодь, 1982.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1983.
- Избранные стихотворения. — М. : Радуга, 1983.
- Книга сонетов. — М. : Мол. гвардия, 1983.
- Двадцатый век. — М. : Известия, 1983.
- Очаг. — М. : Дет. литература, 1983.
- Песни гор. — М. : Современник, 1983.
- Покуда вертится земля. — М. : Воениздат, 1983.
- Поэмы. — М. : Сов. Россия, 1983.
- Разве тот мужчина?. — М. : Правда, 1983.
- Разговор о любви. — М. : Искусство, 1983.
- Мой Дагестан. — М. : Книга, 1985.
- Мой Дагестан. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1985.
- Книга юмора и сатиры. — М. : Мол. гвардия, 1986.
- Чётки лет. — М. : Худ. литература, 1986.
- Белые журавли. — М. : Современник, 1987.
- Книга любви. — М. : Сов. Россия, 1987.
- Колесо жизни. — М. : Сов. писатель, 1987.
- По-земному беспокоясь …. — Махачкала : Дагучпедиздат, 1987.
- Пять пальцев. — Махачкала, 1987.
- Вечный бой. — М. : Воениздат, 1988.
- Две поэмы. — М. : Правда, 1988.
- Мгновенье и вечность. — М. : Книга, 1989.
- Мой Дагестан. — Махачкала, 1989.
- О бурных днях Кавказа. — М. : Современник, 1989.
- Песни гор. — Киев : Молодь, 1989.
- Клятва землёй. — М. : Дет. литература, 1990.
- Мне было двадцать. — Махачкала : Дагучпедгиз, 1990.
- Перед совестью и честью. — М. : Правда, 1991.
- Суди меня по кодексу любви. — М. : Новости, 1991.
- Стихотворения и поэмы. — М. : Мол. гвардия, 1992.
- Чаша жизни. — М. : Книжная палата, 1992.
- Письмена. — Махачкала, 1993.
- Полдневный жар. — М. : Сов. писатель, 1993.
- Собрание сочинений в трёх томах. — М. : Дружба народов, 1993.
- Сонеты. — М. : фонд им. Сытина, 1995.
- Времена и дороги / Перевод и предисловие Шапи Казиева. — Дружба Народов. — 2004. — № 8.
- Завещание: Избранные стихотворения. — Махачкала : Дагестанский писатель, 2009.
- Воспевший Родину. Избранные произведения в четырёх книгах / Фонд «Книжный Союз». — М., 2013.
РФ президенты В. Путин менән
Китаптары миллиондарса тираж менән тиҫтәләрсә телдә сыға. Ижади кисәләре тулы залдарҙа үтә, хатта «Лужники» (Мәскәү, 1983) һәм «Россия» кино-концерт залы ла (Мәскәү, 2003).
Рәсүл Ғамзатов ижады бик күп мәшһүр мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһын ала. Мәҫәлән, С. Маршак, А. Твардовский, К. Чуковский, Е. Евтушенко, И. Юсупов, С. Айытматов, Р. Рождественский, Ҡ. Кулиев, С. Михалков, В. Астафьев, М. Исаковский, И. Андронников һәм башҡалар төплө фекерҙәрен әйтә[21]. Күп авторҙар Рәсүл Ғамзатовтың ҡалыптарҙан азат, әсе телле сығыштарын, уның юғары кешелек сифтаттарын иҫләй. Уның афоризмдары билдәле[22]
Документаль һәм телевизион фильмдар[23]:
- «Мой Дагестан. Исповедь» (режиссёр — Морад Ибраһимбәков, сценарий авторҙары — Рөстәм Ибраһимбәков һәм Рамазан Абдулатипов, 2014 йыл[24])
- «Наш Расул»
- «В горах мое сердце»
- «Кавказец родом из Цада»
- «Расул Гамзатов и Грузия»
- «Моя дорога»
- «Расул Гамзатов. Третий час»
- Юрий Михайлович Агеев. Детство Расула Гамзатова. 2012.
- Валерий Васильевич Деме́нтьев. Песнь о Дагестане. 1985.
- Казбек Султанов «Снова мучаюсь, снова пишу…» О некоторых творческих уроках Р. Гамзатова // Дагестан. 2003. № 4-5
- Шапи Казиев «Я просто писал стихи о любви» Предисловие к книге Р. Гамзатова.
- Рәсүл Ғамзатов ғәйкәле 2010 йылдың 16 сентябрендә Махачкалала Рус драма театры алдында асыла[28][29].
- 2013 йылда Мәскәүҙә Яуза бульварында ҡуйыла[30] (скульпторҙары Игорь Новиков һәм Шамил Ҡанайғаджиев, архитекторы Алексей Тихонов)[31].
- Рәсүл Ғамзатов һәйкәлдәре шулай уҡ Южно-Сухокумсиҙа (2008, ск. Магомедали Алиев), Цадала (2008, ск. Магомедали Алиев) бар.
- 2014 йылдың 26 авгусында Төркиәнең Дағстан баш ҡалаһының туғанлашҡан ҡалаһы булған Яловаала шағирҙың бюсы асыла[32].
- 2013 йылдың сентябрендә Көньяҡ Осетия Республикаһы-Алания Дәүләтенең баш ҡалаһы Цхинвалда шағир хөрмәтенә сквер һәм иҫтәлекле таш асыла.
- 2013 йылдың 24 декабрендә Санкт-Петербург дәүләт университеты филология факультетының эске ихатаһында Рәсүл Ғамзатов бюсы асыла[33] (автор — дағстан рәссамы һәм скульпторы Гимбат Гимбатов).
- 2001 йылдың октябрендә Хасавюрт үҙәк ҡала китапханаһына Р. Ғамзатов исеме бирелә[34].
- Дағстан Республикаһы милли китапханаһына Р. Ғамзатов исеме бирелә[35].
- 2004 йылда Буйнак педагогия колледжына Ғамзатов исеме бирелә[36].
- Махачкаланың 50-се урта мәктәбе 1996 йылдан алып Р. Ғамзатов исемен йөрөтә[37].
- Дербенттың 20-се мәктәбенә 2006 йылда бөйөк шағир исеме бирелә[38].
- Кизилюрттың 7-се урта мәктәбе лә — Р. Ғамзатов исемендә[39].
- 2013 йылдың сентябрендә Кизляр районындаРәсүл Ғамзатов исемендәге урта мәктәп асыла[40].
- 2014 йылдың 19 ғинуарында Яңы Лак районында Р. Ғамзатов ис. Яңы Мехельти урта мәктәбе асыла[41].
- Бавтугай махсуслаштырылған мәктәп-интернаты Р. Ғамзатов исемен йөрөтә[42].
- Арани урта мәктәбенә Р. Ғамзатов исеме бирелгән[43].
Дағстандың түбәндәге ҡалаларындағы Р. Ғамзатов исеме бирелгән урамдар бар:
- Махачкалала үҙәк Ленин проспектына Ғамзатовтың вафатынан һуң Р. Ғамзатов проспекты атамаһы бирелә[44].
- Каспийскиҙа төп урамдарҙың береһе Рәсүл Ғамзатов исемендә.
- Дагестанские Огниҙа һәм Избербашта[45] Р. Ғамзатов исменедәге урамдар бар.
- Ауылдарҙа: Бабаюртта[46], Карабудахкентта[47], Манасаулда, Миатлиҙа[48] Р. Ғамзатов урамдары бар.
Төркиәләге Ялова ҡалаһында «Махачкала» паркында Рәсүл бюсы
- 2011 йылдың 23 сентябрендә Мәскәүҙә Тверь урамындағы 27/5-се йортта (Тверь урамы менән Благовещен тыҡрығы) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, бында ҡала 1974—2003 йылдарҙа йәшәгән; авторҙары: скульптор Паата Мерабишвили, архитектор Евгений Хайлов[49].
- 2013 йылдың 20 ноябрендә Гумберт районы Урта Арадерих ауылында Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов тыуған йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
2008 йылдың 8 сентябрендә Махачкалала Рәсүл Ғамзатов исемендәге Дәүләт әҙәбиәт музейы асыла.
- Миҙал 2006 йылда Р. Ғамзатов исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт фонды тарафынан булдырыла һәм Санкт-Петербург тәңкә ихатаһында һуғыла. Наградланыусылар араһында: ДР Президенты Рамазан Абдулатипов (медаль № 000001), Каспийск мэры Джамалудин Омаров (медаль № 000002). Шулай уҡ Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Реза Саджади (14 октябрь 2013 йыл), Евгений Примаков (9 февраль 2011 йыл), скульптор Магомед-Али Алиев (9 декабрь 2010 йыл), Беренсе каналдың генераль директоры Константин Эрнст, Рутуль районының «Ватан һаҡсыһы» етәксеһе Гасангусейн Абдулжелилов, һынлы сәнғәт музейы етәксеһе, шағирҙың ҡыҙы Салихат Ғамзатова һәм Дағстан музыканттары берлеге идараһы рәйесе, пианист, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Хан Бәширов, Р. Ғамзатов исемендәге Хасавюрт китапханаһы директоры Эльмир Якубов (27 декабрь 2013 йыл).
- Тағы бер миҙалды Хасавюрт ҡала мэрияһы булдыра.
- Өсөнсө миҙал Рәсәй Лермонтов комитеты (нигеҙләүселәренең береһе Рәсүл Ғамзатов була) тарафынан булдырыла.
- Магомедтамир Синдиков — Рәсүл Ғамзатов тураһында йыр.
- 2004 йылдың 1 июнендә Рәсүл Ғамзатов исеме Дағстандағы Каракойсу йылғаһындағы Гуниб ГЭС-ына бирелә[50].
- «Дағстан Авиалиниялары» авиакомпанияһының Ту-154М RA-85828 самолеты
- Махачкала халыҡ-ара диңгеҙ портының сухогрузы[51].
- Сик буйы һаҡ карабы.
- Дағстандың Рәсүл Ғамзатов исемендәге Республика премияһы. 2005 йылда булдырылған[52]. Йылына ике тапҡыр иң яҡшы әҙәби әҫәрҙәр авторҙарына тапшырыла[53].
- Р. Ғамзатов исемендәге стипендииялар[54]. Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға 1 йылға тәғәйенләнә.
- 1986 йылдан Дағстанда йыл һайын сентябрҙә (2003 йылда — августа) «Аҡ торналар» байрамы үткәрелә.
- 2011 йылдан алып Мәскәүҙә Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда һәм «Переделкино» ижад йортонда Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яҙыусы Сергей Соколкин башланғысы буйынса яҙыусылар һәм музыканттар көсө менән Халыҡтар дуҫлығы «Рәсәйҙең аҡ торналары» халыҡ-ара әҙәби-музыкаль фестивале үткәрелә.
Астероид № 7509 Рәсүл Ғамзатов исеме менән аталған (7509 Gamzatov)[55]. 1977 йылдың 9 мартында совет астрономы Николай Черных тарафынан асылған.
- Бөтә Рәсәй волейбол турниры «Дуҫлыҡ Кубогы» (2013 йылдан) йыл һайын Каспийскиҙа үтә.
- Кумторкали районы Тюбе ҡасабаһында мини-футбол турниры.
2013 йылда Рәсүл Ғамзатов рәсеме төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.
- ↑ OCLC. VIAF — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ LIBRIS — 2013.
- ↑ Гамзатов Расул Гамзатович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 4,0 4,1 SNAC — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Брокгауз энциклопедияһы
- ↑ Find a Grave — 1995.
- ↑ 06647. www.knowbysight.info. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ 06648. www.knowbysight.info. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ 06649. www.knowbysight.info. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ 07704. www.knowbysight.info. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ 07797. www.knowbysight.info. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Юрий Михайлович Агеев / Стихи.ру. www.stihi.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Путеводитель - Расула Гамзатова. www.rasulgamzatov.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ ФЛНКА. Лезгинский Расул Гамзатов. — 01.07.2013
- ↑ Новый директор Дагестанского музея. www.museum.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 08.09.2003 г. № 1040. Президент России. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18.04.1999 г. № 503. Президент России. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 06.09.1993 г. № 1336. Президент России. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ В СПбГУ открыли памятник почетному доктору Петербургского университета, поэту Расулу Гамзатову - Санкт-Петербургский государственный университет. spbu.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ «авторизованный перевод» — это перевод, прочитанный и одобренный автором
- ↑ см.: Архивированная копия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 декабрь 2013. 13 август 2013 тикшерелгән.
- ↑ Расул Гамзатов: цитаты, афоризмы, высказывания и мысли великих и умных людей. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Автор: haslibrary СЛОВО О РАСУЛЕ ГАМЗАТОВЕ (рус.). 22 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Admin Фильм о Расуле Гамзатове показали на ММКФ-2014 (ru-ru). rgvktv.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Вадим Валерьевич Дементьев Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы в «Журнальном зале»
- ↑ Расул Гамзатов | интернет-сообщество. vk.com. 6 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Владимир Федорович Огнев Ғамзатов Рәсүл Ғамзат улы в «Журнальном зале»
- ↑ Памятник Расулу Гамзатову (Россия - Кавказ, Махачкала) — вОтпуск.ру. Votpusk.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ В Махачкале открыт памятник Расулу Гамзатову. russkiymir.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ В самом самом центре Москвы открыт памятник Расулу Гамзатову. rgvktv.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Путин открыл в Москве памятник Расулу Гамзатову и поддержал идею снять о поэте фильм. NEWSru.com. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Бюст народного поэта Дагестана Расула Гамзатова торжественно открыли в турецкой Ялове. Информационный портал РИА "Дагестан". 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Этот домен припаркован компанией Timeweb. beth.timeweb.ru. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова: СТРАНИЦЫ ИСТОРИИ: 2000-ые годы. Хасавюртовская центральная городская библиотека имени Расула Гамзатова (пятница, 6 мая 2011 г.). 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ История библиотеки. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Буйнакскому педагогическому колледжу — 80. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2014. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Наше образовательное учреждение. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2014. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Школа и Расул Гамзатов. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 октябрь 2017. 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Главная страница. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2014. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ В селе Краснооктябрьское Кизлярского района открыли школу имени Расула Гамзатова на 460 ученических мест. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Новую школу открыли в Новолакском районе. 19 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Главная: Добро пожаловать на сайт Бавтугайской школы-интернат им. М. Г. Гамзатова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2014. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ История школы Архивная копия на Wayback Machine
- ↑ Проспект Ленина в Махачкале (Дагестан) переименуют в проспект Расула Гамзатова. ИА REGNUM. 22 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Избербаш. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Бабаюрт. 28 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Карабудахкент. 29 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов: Миатли. 29 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Мемориальная доска в Москве, 2011
- ↑ Гунибской ГЭС присвоено имя народного поэта Дагестана Расула Гамзатова. REGNUM. 10 июль 2011 тикшерелгән.
- ↑ Кисриев: поэта Гамзатова не смог бы "заглушить" никакой режим. Кавказский Узел. 22 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Республиканская премия Дагестана им. Расула Гамзатова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 сентябрь 2014. 30 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Глава Дагестана открыл в Махачкале Дом дружбы. 22 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ ОБ УВЕКОВЕЧЕНИИ ПАМЯТИ РАСУЛА ГАМЗАТОВА (с изменениями на: 22.07.2013), Указ Государственного Совета Республики Дагестан от 18 февраля 2004 года №35. docs.cntd.ru. 22 июль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Citation for (7509) Архивная копия на Wayback Machine (инг.)