Эстәлеккә күсергә

Ғиниәт

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғиниәт (Ғиниәтулла) — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Ғиниәт (Ғиниәтулла) — «изгелек», «мәрхәмәтлелек», «яҡшылыҡ» мәғәнәләрен аңлатыусы мосолман ир-ат исеме[1].

Ғиниәт Ҡунафин (22 ноябрь 1946 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Ғиниәт Насыров (5 ғинуар 1929 йыл — 11 июнь 1980 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1941—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхоздың звено етәксеһе, 1958—1961 йылдарҙа рәйес урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Ғиниәтулла Ишбаев (20 июль 1961 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған нефтсеһе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016). Башҡорт АССР-ының Учалы районы Уральск ҡасабаһында тыуған.

Ғиниәт Ушанов(5 май 1894 йыл — 5 март 1947 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Беренсе бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.

Ғиниәтуллин Марат Ғиндулла улы (8 март 1953 йыл) — зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999), Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы мөдире.

Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы рус. Гиниятуллина Светлана Гайнулловна; 7 июль 1975 йыл) — драма актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).

Ғиниәтулла Ҡапҡаев (14 сентябрь 1856 йыл — 21 март 1930 йыл) — ислам дине әһеле һәм йәмәғәтсе.

Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (17 октябрь 1936 йыл) — нефть һәм газ сығарыу тармағы ветераны. 1964—1987 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1986).

Ғиниәтуллин, Талха (Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы, псевдонимы Анатолий Генатулин 20 апрель 1925 йыл — 7 ноябрь 2019 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ