Ғәйнетдин (исем)
Ғәйнетдин — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнетдин — «диндең асылы» тигән мәғәнәле мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнетдин Моталов (18 декабрь 1929 йыл — 21 июнь 2011 йыл) — беренсе башҡорт дирижёры. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы 1992 йылдың 28 авгусы, Рәсәй, Башҡортостан, Белорет) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсерәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.
Ғәйнетдинов Мәүлетбай Сөләймән улы (14 май 1938 йыл — 6 июнь 2014 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы (10 февраль 1908 йыл — 1977 йыл) — совет архитекторы, рәссам. СССР Архитектурҙар союзы ағзаһы. 1949—1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. Архитектура кандидаты, профессор (1967). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкеле архитекторы. Башҡорт АССР-ының, Татар АССР-ының һәм Төньяҡ-Осетин АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы (15 март 1928 йыл — 14 октябрь 2000 йыл) — педагог. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы (19 август 1949 йыл) — совет ғалимы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |