Эстәлеккә күсергә

Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимов Сәләм
Исеме:

Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы

Псевдонимдары:

Сәләм Ғ. (Салям Г.)

Тыуған көнө:

18 ғинуар 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Оло Тәгеш ауылы, Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сосновка районы)

Вафат булған көнө:

19 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (28 йәш)

Вафат булған урыны:

Ленинград

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, публицист

Ижад йылдары:

19291939

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Хәүеф» (1932)

Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы (18 ғинуар 1911 йыл19 июль 1939 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының) Оло Тәгеш ауылында тыуған.

Мәктәпте тамамлағас, 1928—1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була.

1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Артабан Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июлендә[1] Ленинград ҡалаһында вафат була.

Ғәлимов Сәләм башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана.

  • Тревога: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башгосиздат, 1932. — 90 б.
  • Тревоганан һуң: Шиғырҙар. — Өфө: Башгосиздат, 1934. — 64 б.
  • Шоңкар: Поэма. — Өфө: Башгосиздат, 1936. — 35 б.
  • Бала: Поэма. — Өфө: Башгосиздат, 1940. — 72 б.
  • Аралбаева Л. Силәбелә башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең юбилейы уңайынан күргәҙмә асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 ғинуар[2].
  • Башҡорт АССР-ында әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәр һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йәштәргә 1967 йылдан 1990 йылғаса Башҡортостан комсомолының «Ғәлимов Сәләм исемендәге премия»һы бирелде.
  • Шағирҙың тыуған төйәге Силәбе өлкәһе Сосновка районында 2011 йылда «Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия» булдырылған. Уның лауреаттары өс номинацияла («Нәфис әҙәбиәт», «Тыуған яҡты өйрәнеү» һәм «Журналистика») билдәләнә[3].
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 б.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Живые родники (История, литература и культура Башкортостана). — Уфа: Китап, 2006. — 232 с. (рус.) — ISBN 5-295-03683-9