Эстәлеккә күсергә

Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Асҡын районы Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә эшләгән директорҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр исемлеге.

  • Вәлинурова Шәмсикамал Васби ҡыҙы (01.12.1954 — 27.12. 2019) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Хезмәт ветераны(2009). Бәләбәй педагогия училищеһын (1974) тамамлаған.1974 — 2010 йылдарҙа Ҡыйғаҙы урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Заманса уҡытыу алымдары ҡулланып, балаларҙа уҡыуға ихтирам уятҡан, алдынғы уҡытыу алымдары менән район семинарҙарында асыҡ дәрестәрҙә уртаҡлашҡан. Күп йылдар студенттар уҡытыусыла педагогик практика үтеп, оҫталыҡтарын ҡамилләштергән. Уҡыусыларҙы төрлө күләмдәге олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләп, призлы урындар алған. Башҡортостан Мәғариф министрлығының, Маҡтау ҡағыҙы, күп һанлы район мәғариф булеге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
  • Дәүләтова (Нәбиуллина) Әлиә Әхәт ҡыҙы (05.06.1986) — Ҡарткиҫәк урта мәктәбен (2001) , 1 — се Өфө педагогия колледжын башланғыс класс, рәсем, хеҙмәт уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2006) , Бөрө дәүләт социаль — педагогия академияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса (2010) тамамлаған. Асҡын районы Солтанай мәктәбендә (2006 — 2017) башланғыс кластар укытыусыһы булып эшләгән. 2017 йылдан Янаулда стажировка үтеп, Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) әйҙәүсе белгес булып эшләй.
  • Зарифуллина Алһыу Нәфҡәт ҡыҙы (10.08.1983) — Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Нефтекама педагогик колледжын(2002) тамамлаған. Нефтекама ҡалаһының 5-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә, ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2010 йылдан алып баш ҡаланың 159-сы белем биреү үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2014 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, Өфө ҡалаһы Октябрь районының уҡытыусылары араһында 1-се урынды яулай. Ҡала этабында ла «Баш ҡаланың 5 иң яҡшы уҡытыусыһы» исемлегенә инеп, республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә Өфө ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Номинацияға лайыҡ була. Алһыу Нәфҡәт ҡыҙының уҡытҡан уҡыусылары ла район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, йыш призлы урындар яулайҙар.
  • Фәррәхова Зинира Фәнил ҡыҙы (09.12.1979) — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Нефтекама педучилищеһын (1999), Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетының социаль педагог, педагог-психолог факультетын (2003) тамамлаған. 1999 йылда Өфө ҡалаһының 87-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә башлай, 2005 йылдан Өфө ҡалаһының 157-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2016 йылдан хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, 2018 йылдан башлап һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, профком ағзаһы вазифаларын башҡара. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы (2005), район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙы(2003,2005,2012, 2018,2019), РФ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ Рәхмәт хаты(2019), «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белем биреү учреждениеһы» (2018) Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
  • Әхмәдйәнова (Юмадилова) Фидания Тәфкил ҡыҙы (01.06.1978) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын (2001) тамамлаған. 2001 йылда Өфө ҡалаһының 94-се Лицейҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай, 2016 йылдан алып уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. «Оҫта уҡытыусы» («Педагог-мастер») – 2019 «Электрон белем биреү технологиялары апробаторы» - 2020, «Лучший сайт педагога – 2021” , Бөтә Рәсәй конкурсы 3 урын, XIII Халыҡ –ара «Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» - кешелек ҡаҙанышы» конкурсы дипломанты - 2022, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» төбәк-ара конкурсы (ҡала этабы) лауреаты, регион –ара этап финалисы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса бшҡарыусы Р.Хәбировтың рәхмәт хаты (2019), «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе (2021), Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең рәхмәт хаты (2021), Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы Почет грамотаһы (2023), Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы рәхмәт хаты (2019,2020,2021, 2022), Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы дипломы (2023). В. Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы – 2023.