Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙансы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙансы (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Село
Казанчи
башҡ. Ҡаҙансы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Ауыл биләмәһе

Иҫке Кәстәй ауыл Советы

Координаталар

55°12′45″ с. ш. 53°29′16″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1708

Халҡы

327[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452667

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 207 851 002

Код ОКТМО

80 607 451 106

Номер в ГКГН

0522375

Казанчи (Рәсәй)
Казанчи
Казанчи
Ҡаҙансы (Баҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Казанчи

Ҡаҙансы (рус. Казанчи) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Кәстәй ауыл Советы на ҡарай. 2008 йылға тиклем Ҡаҙансы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 327 кеше[2]. Почта индексы — 452667, ОКАТО коды — 80207851002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 98 км

Ҡаҙансы ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Шәршәле йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километр һәм тимер юл станцияһы Туймазынан төньяҡҡа табан 98 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Атамаһы ҡаҙансы (ҡаҙансы ‘котловой’) тигән башҡорт этнонимынан килеп сыҡҡан тип фаразлана[4]

Ҡаҙансы ауылы 1708 йылдан билдәле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауылға 1794 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса дәүләт крәҫтиәндәре индерелгән.

1865 йылда 158 хужалыҡта 912 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана яһау, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Ҡаҙансыла расколсылар ғибәҙәтханаһы, 11 тирмән булған. 1906 йылда сиркәү (1896 йылда төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе бар[5][6].

2008 йылда Ҡаҙансы ауыл Советын үҙгәртеүгә бәйле, ауыл Иҫке Кәстәй ауыл Советы составына индерелә (Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-сы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм ауылдарҙы тапшырыу менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы, 1-се статья, 6-сы пункт)[7].

Ҡаҙансы ауылы халҡы — урыҫтар. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1906 йыл 1307
1920 йыл 26 август 1747
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1400
1959 йыл 15 ғинуар 934
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 445
2002 йыл 9 октябрь 419
2010 йыл 14 октябрь 327 159 168 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡаҙансы ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб, китапхана бар[8].

  • Үҙәк урам — (рус.  Колхозная (улица)
  • Колхоз урамы — (рус.  Шоссейная (улица)[11]

.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡаҙансы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 54. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  5. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
  6. География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  8. Ҡаҙансы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. По новому стилю
  10. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2020)
  11. Карта д. Казанчи. Улицы