Ҡыңғыр-Мәнәүез
Ҡыңғыр-Мәнәүез | |
Нигеҙләү датаһы | 1762 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы (Бишбүләк районы)[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы, Бәләбәй районы һәм Бишбүләк районы |
Халыҡ һаны |
1344 кеше (2002)[3], 1348 кеше (2009)[3], 1323 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 452055 |
Урындағы телефон коды | 34743 |
Ҡыңғыр-Мәнәүез (рус. Кенгер-Менеуз, икенсе атамаһы Ҡорған) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1323 кеше булған[5]. Почта индексы — 452055, ОКАТО коды — 80212831001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1323 | 631 | 692 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыңғыр-Мәнәүез (Ҡорған) ауылы бай, әммә драматик тарихҡа эйә.Типтәрҙәрҙән торған Ҡорған ауылы 1741—1742 йылдарҙа Ҡаңлы улусының аҫаба ерендә нигеҙләнә. Һуңынан башҡорттар завод хужаһы И. Осокинға типтәрҙәр биләгән бөтә ерҙәрен һата. Шуға күрә типтәрҙәр Илекәй-Мең улусының аҫаба башҡорттары еренә күсергә мәжбүр була, уларға аҫаба башҡорттар 1761 йылғы килешеү яҙмаһы бирә. Был 1762 йылдың 15 июлендәге Өфө провинция канцелярияһы указы менән раҫлана.
Типтәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙарҙан тыш, 1762 йылда Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында (улар үрҙә әйтелгәнсә, 1762 йылда барлыҡҡа килә) керҙәш башҡорттар ҙа йәшәй, 1816 йылда 23 кешенән 4 йорт тәшкил итә. Уларҙың исемдәрен шул уҡ йылдағы ревизия күсерә. Һибәтулла Мөхәмәтбаҡыев, 61 йәш,улдары: Фәйзулла, Сафиулла. Миңлейәр; Дәүләтша Мөхәмәтбаҡыев, 43 йәш, Шаһиморат, Нәҙерша, Тажетдин, Хөснөтдин, Сәйетбатталдың улдары; ахун Сәйфелмөлөк Мөхәмәтбаҡыев, 34 йәш, Мөхәмәт-Жандың улы; Абдулла Әбүзәров, 1815 йылда бында 9-сы башҡорт кантонынан (Ырымбур өйәҙе) күсерелгән 50 йәш.
Бында йәшәүселәрҙең бер өлөшө Атйетәр ауылынан күсеп килгән.
1762 йылда - 102, 1783 йылда - 178, 1795 йылда - 246, 1816 йылда - 318, 1834 йылда - 442, шул иҫәптән 25 башҡорт, 1859 йылда - 788, 1870 йылда - 803, 1920 йылда 400 йорт эргәһендә 2042 типтәр иҫәпләнә.
Бында XIX быуат башынан мәсет һәм уның эргәһендәге мәктәп, шулай уҡ 5 - 7 тирмән иҫәпкә алынған.[6]
Урам исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айрат Хисмәтуллин урамы, (рус. Айрата Хисматуллина(улица))
- Көнсығыш урамы, (рус. Восточная(улица))
- Шишмә урамы, (рус. Ключевая(улица))
- Урман урамы, (рус. Лесная (улица))
- Йәштәр урамы, (рус. Молодежная(улица))
- Тау аҫты урамы , (рус. Подгорная (улица)
- Баҡса урамы, (рус. Садовая (улица))
- Совет урамы, (рус. Советская(улица))
- Үҙәк урамы , (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы , (рус. Школьная (улица))[7]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғатауллин Барый Бакир улы (19.03.1925—16.01.2023), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1980—1986 йылдарҙа Ауырғазы районы «Агропромхимия» берекмәһенең баш агрономы, 1989—1996 йылдарҙа 82-се һөнәри училищеның уҡыу хужалығы идарасыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе[8].
- Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12.03.1952—16.09.2019), бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы (6.09.1954), журналист, яҙыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге һәм Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге премиялары лауреаты[9].
- Фәритов Хәбир Салауат улы (1913—1997), педагог-методист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Зарипов Марат Исмәғил улы (15.09.1946)-Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.[10] 384-се бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.464
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ В Башкирии ушел из жизни ветеран Великой Отечественной войны Барый Гатауллин. ИА «Башинформ», 16 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2023)
- ↑ Светлые дороги Анвара Сулейманова (К 60-летию известного журналиста и писателя). ИА «Башинформ», 6 сентября 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 сентябрь 2019)
- ↑ Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыңғыр-Мәнәүез // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2019)