Эстәлеккә күсергә

Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәҙриә Ҡотлобаева битенән йүнәлтелде)
Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны улица Габдуллы Тукая[d], 5-я полицейская часть[d], Ҡазан, Казанский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 11 февраль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, табип
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы (10 март 1909 йыл, Ҡазан — 11 февраль 1997 йыл, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан табип-хирург, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби табибы. Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Башҡортостанда санитар авиацияға нигеҙ һалған табиптарҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры.

Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы, 16 гв.(112-се Башҡорт) кавалерия дивизияһы хәрби табибы

Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы Ҡотлобаева 1909 йылдың 11 мартында Ҡазан ҡалаһында табип, йәмәғәт эшмәкәре Ҡотлобаев Искәндәр Мостафа улы (18 −1912) һәм Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа[2]. Башҡорт дворяндары Ҡотлобаевтар нәҫеленән.

Ҡәҙриәнән тыш уларҙың Әҙилә исемле ҡыҙҙары була. Искәндәр Ҡотлобаев — Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы Камил ауылынан, башҡорт дворяндары нәҫеленән булған юрист Мостафа Вилдан улы Ҡотлобаевтың улы[3]. Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы отставкалағы капитан Шәйхәттәр Ғөбәйев ғаиләһендә тыуған, бик ҙур ауырлыҡтар менән Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлаған. Мортаза Мостафа улы Ҡотлобаев Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендә суд следователе була. 1910 йылда йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Искәндәр Ҡотлобаев үҙ теләге менән донъянан китә.

1912 йылда Раҡия Ҡотлобаева университетты тамамлау тураһында диплом ала һәм 1913 йылда ҡайныһы Мостафа Ҡотлобаев саҡырыуы буйынса Өфөгә килә.

Әҙилә һәм Ҡәҙриә Ҡотлобаевалар Өфөлә үҫә. Революцияға тиклем йәмғиәттә хөрмәтле кеше, Өфө губерна управаһына һайланған олаталары уларҙы ҡурсып тора. Раҡия Ҡотлобаева Өфө дауаханаларында эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында тора, Өфөләге 1-се бала табыу йортона нигеҙ һала.

1934 йылда Ҡәҙриә Ҡотлобаева Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай һәм 1932 йылда асылған Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта башлай.

19411946 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була, хәрби хирург булып хеҙмәт итә[4].

1943 йылдың мартында 16-сы гвардия кавалерия дивизияһына (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) военврач итеп ебәрелә, айырым медик -санитар эскадронда эвакуация һәм сортировкалау отделениеһы (19 омедсэк 16 гвардии кд гв.кк 7 гв.кк) командиры була. Дивизия менән бергә Украина, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.

1943 йылдың көҙөндә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша, Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә дивизия яугирҙарының күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә.

1943 йылдың 6 октябрендә медицина гвардия капитаны (военврач 3-го ранга) Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы Ҡотлобаева 1943 йылдың 19-20 сентябрендә күрһәткән батырлығы өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Архивтағы награда документындағы яҙыуҙан (яҙыу стиле үҙгәрешһеҙ бирелә):

Под неоднократными бомбежками авиацией противника в населенном пункте Березна 19 и 20.09.1943 г. в районе сильных пожаров руководила медицинской группой в количестве 3-х человек и спасла жизни 72-м раненым рядовым и офицерам, из них до 80 % тяжело раненым. 72-м раненым оказала квалифицированную медицинскую помощь и эвакуировала их в военные госпиталя. Все раненые были обеспечены питанием, кроме того, погреба, где были сосредоточены раненые, в результате повторных бомбежек охватывались пожарами, откуда тов. Кутлубаева со своей группой их дважды переносила в другие подвалы[5]

.

1946 йылда армиянан демобилизациялана.

19461968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта. Башҡортостанда санитар авиацияла эшләй башлаған тәүге табиптар араһында Ҡәҙриә Ҡотлобаева ла була, борт-хирург вазифаһын үтәй.

1997 йылдың 11 февралендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 3. З-К. 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7
  • История развития здравоохранения и медицинской науки в Башкирской АССР (1917—1980 гг.) Уфа, 1981. С.8.
  • Женщины Башкирии. Уфа, 1968. С. 357—358.
  • Р. Сулейманова. Женские движения. В борьбе за равные права. Бельские просторы, 2007, № 10