Эстәлеккә күсергә

Әбләй (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әбләй — боронғо башҡорт ир-ат исеме.

Әбләй (Әбеләй, Аблай) — «дегәнәк» тигәнде аңлата, баланы һаҡлау өсөн ҡушылған боронғо исем[1].

Аблаев Ирек Йомабай улы (рус. Аблаев Ирек Юмабаевич) — (9 май 1946 йыл11 ғинуар 2011 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001).

Әбләшев Раиф Ғабдулла улы (8 ноябрь 1950 йыл — 24 октябрь 2000 йыл) — фоторәссам һәм фотокорреспондент. 1991 йылдан Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзы ағзаһы.

Аблаев Яҡуб Мамут улы (рус. Аблаев Якуб Мамутович) (12 май 1914 йыл — 11 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның артиллерия-техник тәьмин итеү начальнигы. 3-сө ранглы техник-интендант. ВКП (б) ағзаһы.

Аблаев Ибраһим Я. (рус. Аблаев Ибрагим Я.) (1905 йыл — 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы составында ҡылыссы булып хеҙмәт итә.

Әбләй рус. Аблей — Рәсәй йылғаһы. Свердловск өлкәһе биләмәләрендә аға.

Әбләй (тау) Урта Уралдағы Веселки тауы(Весёлые горы түбәләренең береһе. Рәсәйҙә Свердловск өлкәһендә урынлашҡан. Бейеклеге — 524 м.

Әбләй (үҙән) (рус. Аблай) — үҙән, Рәсәйҙәге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында урынлашҡан.

Әбләй — башҡорт халыҡ эпосы "Ҡара юрға"ның 1-се вариантындағы төп герой.

Әбләй — «Өс бажа» шаян йыры геройы:

« Йәшәйҙәр ти өс бажа,

Шәкүр, Бәкер һәм Әбләй...

»


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ