Бәкер
Викидатала элемент юҡ |
Бәкер — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәкер — ғәрәп телендә — 1) өйрәнеүсе, тикшереүсе; 2) дөйә балаһы; 3) саф, йәш [1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (23 май 1915, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Иҫке Әмир ауылы — 31 март 1982, Тажик СССР-ы, Турсунзаде) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Әс-Сиддиҡ Әбү Бәкер Абдуллаһ ибн ’Усман әл-Ҡурайши, Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ булараҡ билдәле; 572, Ғәрәбстанда Мәккәлә тыуған, 634, 23 август Мәҙинәлә вафат булған. Хаҡ хәлифәттең тәүге хаҡ хәлифе, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең һәм ҡайныларының береһе.
Әр-Рази, Әбү Бәкер Мөхәммәт ибн Зәкәриә әр-Рази (ғәр. ابوبكر محمّد زکرياى رازى, 865, Рей, Иран — 925, шунда уҡ) — күренекле фарсы энциклопедиясы-ғалимы, табиб, алхимик, фәйләсуф. Европала латинлаштырылған Разес (Rhazes) исеме менән билдәле. Әр-Разиҙың күп кенә хеҙмәттәре X—XIII быуаттарҙа латин теленә тәржемә ителгән. Улар Көнбайыш Европа табибтары һәм алхимиктар тарафынан танылған. Әр-Разиҙы «табибтарҙың атаһы» тип йөрөткәндәр.
Ғәйшә бинт Әбү Бәкр (Әишә бинт Әбү Бәкр) (ғәр. عائشة بنت أَبي بكر; (Мәккә — 678, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ғиффәтле килеш алған берҙән-бер ҡатыны, сәхәбә Әбү Бәкр ҡыҙы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23 ноябрь 1932 йыл — 2013 йыл) — педиатр, 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Бәкеров Әхәт Барый улы (17 февраль 1952 йыл) — ғалим-гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). БР фәненең атҡаҙанған эшмәкәре (2005), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты[1].
Бәкеров Филарит Әбделғәзим улы (1 ғинуар 1950 йыл — 7 май 2013 йыл) — театр актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
Бакиров (Әбүбакиров) Ҡадир Һаҙый улы (9 ғинуар 1905 йыл — 3 октябрь 1970 йыл) — режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре (1935). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Бәкеров Мират Самиҡ улы (1 май 1931 йыл — 30 декабрь 2007 йыл) — инженер-химик технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1970 йылдарҙа Өфө химия заводының баш инженеры, 1970—1972 йылдарҙа — директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы химигы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1968).
Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы (27 декабрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәкер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Иҫке Иштерәк ауыл биләмәһе составына керә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |