Эстәлеккә күсергә

Әсхәт

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әсхәт — төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Әсхәт (Әсҡәт) — «иң бәхетле» мәғәнәле мосолман ир-ат исеме. Был исемдең «Әсҡәт» варианты ла бар[1].

Әсхәт Мәсғүт улы Мирзаһитов (13 октябрь 1928 йыл — 24 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.

Әсхәт Ғиниәт улы Басиров (11 ноябрь 1927 йыл — 3 октябрь 2012 йыл) — нефтсе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе (1994).

Әсхәт Тажетдин улы Әшрәпов (15 апрель 1931 йыл — 19 апрель 2008 йыл) — кинооператор һәм кинорежиссёр; Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979) һәм ике тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты (1967, 1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Әсхәт Урал улы Рәхмәтуллин (16 май 1978 йыл, Өфө, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. «Салауат Юлаев» СДЮШОР тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Әсхәт Хәтмулла улы Моҡатанов (10 апрель 1936 йыл — 3 август 2010 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. Биология фәндәре докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ