1-се Асҡар урта мәктәбе (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1-се Асҡар урта мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1876
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы һәм Асҡар
Рәсми сайт school1askarovo.02edu.ru
Карта

Асҡар 1-се урта мәктәбе мәктәбе (рус. МБОУ СОШ № 1 с. Аскарово МР Абзелиловский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1876 йылда Ырымбур губернаһы Тамъян-Түңгәүер улусының Верхнеурал өйәҙе земство идаралығы тарафынан Асҡар ауылында (хәҙерге Совет урамында) земство мәктәбе асыла. Ул хәҙерге урта мәктәпкә нигеҙ һала. Бай балалары менән бер рәттән бында ярлыларҙың балалары ла уҡый.

1917 йылдан мәктәп ике класлыға әүерелә һәм уҡытыу йәдид ысулы менән алып барыла. Мәктәптәрҙә уҡыу йылы тәртибе индерелә, класс-дәрес системаһына күсеү тормошҡа ашырыла, донъяуи фәндәрҙе: иҫәп, грамматика, тарих, география, рус телен өйрәнеү киңәйә.

Ул йылдарҙа мәктәп директоры итеп Троицк ҡалаһында белем алған Фәсхетдин хәлфә Исмәғилев (1917—1928) тәғәйенләнә, ул 1950 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. 1918—1919, 1921—1922 йылдарҙа мәктәп эшләмәй.

1919 йылдан 1-се баҫҡыс мәктәбе булараҡ эш башлай.

1928 йылдан мәктәпте терәк мәктәп тип атайҙар, ул алты йыллыҡ мәктәп булып китә һәм билдәләнгән программа буйынса эш башлай.

1930 йылдан балалар мәктәптең яңы бинаһында (хәҙерге хәрби комиссариат урынында) уҡый башлай, ул ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе) булараҡ билдәлелек ала. 1936 йылда Асҡар ете йыллыҡ мәктәбе урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

1939 йылда Асҡар урта мәктәбенең 10 синыф уҡыусыларының беренсе сығарылышы була.

1959/1960 уҡыу йылында урта мәктәптәрҙең 1-5 кластары яңы уҡыу планы буйынса эшләй башлай. Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә оҙайтылған көн төркөмдәре, киске мәктәп асыла.

650 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп 1969 йылда асыла.

1970-се йылдарҙа уҡыусылар һаны 1500-гә етә, бында яҡын-тирәләге ауылдарҙан: Таҡһыр, Юлдаш, Әхмәт, Баймырҙа, Ҡырҙас, Өмөтбай, Ишҡол, Дәүләтша, Салауат, Ҡужан, Ҡолоҡас, Дәүләттән балалар уҡый. Ошо йылдарҙа ике ҡатлы интернат төҙөлә. Мәктәп ике сменала эшләргә мәжбүр була. Гараж, оҫтахана, автомәктәп төҙөлә. Сығарылыш уҡыусылары мәктәпте тамамлау тураһында аттестат менән бергә автомобиль йөрөтөү хоҡуғына таныҡлыҡ ала башлай.

2001 йылда мәктәп үҙенең юбилейын — нигеҙ һалыныуына 125 йыл тулыуҙы билдәләне[1][2].

Филиалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үрге Әбдрәш — етәксеһе Дилмөхәмәтова Рәзилә Рәсүл ҡыҙы
  • Тал-Ҡусҡар — етәксеһе Шәрипова Вәсилә Рәсих ҡыҙы

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фәсхетдин хәлфә Исмәғилев (1917—1928)
  • М. Бикташев (1930—1935)
  • Ямалова Миләушә Йәғәфәр ҡыҙы

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ямалова Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы — химия уҡытыусыһы
  • Цициморова Елена Николаевна — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, химия уҡытыусыһы
  • Уйылданова Линиза Вәкил ҡыҙы — директор кәңәшсеһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Арыҫланова Гөлсинә Нуриман ҡыҙы — уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Тимерханова Ләлә Мансур ҡыҙы — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, рус теле уҡытыусыһы
  • Сабитова Әминә Таһир ҡыҙы — башланғыс кластар уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Абдрахманова Лира Сәлимйән ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Абдуллина Гүзәл Марсель ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Аллаярова Нурзилә Миңлейәр ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Әхмәтйәнова Гөлнара Мансур ҡыҙы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
  • Әхтәмова Лилиә Зәйнетдин ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Әхтәмова Нәйлә Зиннәт ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Батталова Ирина Ирек ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Бүләкбаев Илмир Мөхәррәм улы — физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
  • Ғәбитова Рузилә Иршат ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Вәлиева Ирина Кирамитдин ҡыҙы — биология уҡытыусыһы
  • Вәлиева Гөлсөм Фәтих ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ғәбитова Айгөл Булат ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ғайсина Айгөл Камил ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Ғәлләүетдинова Әлфиә Рәүеф ҡыҙы — Дәүләт педагогия комитеты тәрбиәсеһе
  • Ғәлиуллина Фәниә Кәрим ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ғәлләмова Зиниә Рәил ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Ғибәҙәтова Гөлназ Нуриман ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Зәйнуллина Гөлнара Урал ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Зарипова Лилиә Радик ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Дауытова Сәриә Мансур ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Зарипова Миләүшә Рәфҡәт ҡыҙы — география уҡытыусыһы
  • Йыһаншин Тимур Ибраһим улы — физик культура уҡытыусыһы
  • Ильясова Рәйлә Вәсил ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Исрафилов Фәнис Миҙхәт улы — технология уҡытыусыһы
  • Исрафилова Аэлита Рәхимйән ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Исрафилова Ләйсән Сәлимйән ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Ишҡолова Эльмира Ғәлимйән ҡыҙы — физика уҡытыусыһы
  • Ишмөхәмәтова Айгөл Булат ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Лоҡманова Лира Вәсил ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Мәхийәнова Зөлхизә Ансар ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Мәхийәнова Мәүлиҙә Камил ҡыҙы — педагог — психолог, география уҡытыусыһы
  • Машкова Елизавета Марат ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Моратшина Фирадус Рамазан ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Мортазина Фая Ғилметдин ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Мусина Дилә Йәмил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Мөхәмәтдинова Зилиә Марат ҡыҙы — педагог-ойоштороусы
  • Насирова Гөлдәр Рәсих ҡыҙы — физика уҡытыусыһы
  • Нафиҡова Резеда Ирмәк ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Ниғмәтуллина Әлсинә Рәмил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Рәхмәтова Ләйсән Вәкил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сабитова Әминә Таһир ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сәлихов Динис Фәрит улы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
  • Садиҡова Нәйлә Йомаҙил ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Тайсина Рәйсә Сәфәр ҡыҙы — уҡытыусы-логопед
  • Уйылданова Линиза Вәкил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Усманов Рәфис Рамаҙан улы — физик культура уҡытыусыһы
  • Фазуллина Гүзәл Рәшит ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Фәттәхова Зифа Сәрүәр ҡыҙы — технология уҡытыусыһы
  • Фәхретдинова Люциә Нардвик ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хәлитова Зилиә Шәфҡәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хәйретдинова Дилә Таһир ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ғәбитова Рузилә Иршат ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәктәп сайты Сайт(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]