Эстәлеккә күсергә

Гәзит

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Александр Герцендың «Колокол» гәзите, 1857

Гәзит, газета — даими исем менән билдәле бер ваҡыт йышлығында сығыусы матбуғат баҫмаһы. Боронғо ҡулдан яҙылған яңылыҡ мәғлүмәттәр — гәзиттең боронғо өлгөһө. Был йәһәттән Юлий Цезарь баҫтыра башлаған «Сенат эше», һуңыраҡ «Халыҡтың көндәлек ижтимағи эше» нәҡ шундайҙар. Ваҡиғалар йылъяҙмаһы яҙылған балсыҡ таҡтасыҡтар Боронғо Рим гәзиттәре булып тарихҡа ингән. Яҡынса 911 йылдан башлап Ҡытайҙа «Цзинь бао» («Баш ҡала хәбәрҙәре») сыға башлай.

«Газета» һүҙе ваҡ итальян аҡсаһы (итальянса gazzetta —гасета) исеменән алынған. XVI быуатта батша һарайы тормошо, сауҙа яңылыҡтары, башҡа ҡалаларҙан хәбәрҙәрҙән торған көндәлек мәғлүмәт баҫмаһын уҡыған өсөн бер гасета йәғни һайыҫҡан (итальянса — gazza) һүрәте төшөрөлгән иң ваҡ тимер аҡса түләгәндәр. Артабан баҫмаға нәҡ ошо атама йәбешеп ҡалған. Совет заманындағы дәүләт стандарты ГОСТ буйынса: гәзит — «нәшерләгәндә тәғәйен ваҡытлы матбуғат сараһы үҙенсәлегенә яраҡлаштырылған билдәле бер форматтағы бер йәки бер нисә битле баҫма»[1].

Йола буйынса, гәзит Боронғо Римдә таратылған ҡала яңылыҡтары хаҡындағы хәбәрҙәрҙән килә, тип иҫәпләнә. «Рим халҡының көндәлек эштәре» (итальянса — Acta diurna populi romani), урыҫса «Ежедневные дела римского народа») тип аталған һәм ҡулдан күсереп яҙылған ҡағыҙ төргәктәр формаында майҙандарҙа эленеп ҡуйылған, сәйәсмәндәргә йә юғары ҡатлам вәкилдәренә алып барылған. Артабанғы Рим гәзиттәре ваҡиғалар барышы яҙылған балсыҡ йә ағас таҡтасыҡтарҙан торған. Был мәғлүмәттәр Юлий Цезарь Боронғо Рим сенатының ултырыштары тураһында отчётты, полководецтар белдереүҙәрен һәм күрше дәүләт хакимдарының мөрәжәғәттәрен мотлаҡ таратыу тураһында фарман биргәнсе, әлбиттә, рәсми булмаған.

VIII быуатта Ҡытайҙа сыға башлаған «Баш ҡала хәбәрҙәре» («Цзинь бао» «Столичный вестник») донъялағы беренсе баҫма гәзит була. Унда император ҡарарҙары һәм мөһим ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙәр урын ала. Гәзит баҫыу өсөн башта таҡталарға иероглифтар уйып яҙғандар, уларҙы тушь менән буяп, оттиск эшләгәндәр. Был ысул бик уңайһыҙ булған, йыш буялған таҡта бик тиҙ яраҡһыҙға әйләнгән.

Артабанғы йөҙ йылыҡтар арауығында гәзиттәрҙә әлли ни үҙгәрмәй: 1450-се йылдарҙа Германияла Иоганн Гутенберг күсереп яҙыусылар ярҙамынан тыш текстарҙы баҫып күбәйтеү мөмкинлеге биргән текст баҫыу өсөн пресс уйлап тапҡансы әле һаман ҡулдан күсереп яҙылған төп яңылыҡтар «төргәге» юғары чиновниктар һәм бай сәүҙәгәрҙәр тормошондағы ғәйәт ҡыйбат атрибут булып ҡалыуын дауам итә. XVI быуатта гәзиттәр үҙҙәренең бөгөнгө йөҙ-ҡиәфәтен ала башлай. Нәҡ шул осорҙа ҡулланылышҡа «газета» һүҙе —Венецияла яңылыҡтар яҙылған мәғлүмәт баҫмаһы өсөн түләнелгән ваҡ итальян тимер аҡсаһы gazzettaның исеме инеп китә лә инде. Хәҙерге мәғлүмәт агентлыҡтарының боронғо өлгөһө булған мәғлүмәт йыйыу буйынса тәүге бюролар нәҡ ошо ҡалала ойошторолған һәм яңы шөғөл — «яңылыҡ яҙыусы» һөнәре бында тыуған тип иҫәпләнә.

«Relation» гәзитенең титул бите, 1609
Норвегияның «Моргенбладет» гәзитенең 1820 йылдың 2 ғинуарында сыҡҡан һанының беренсе бите

Хәҙерге мабуғат баҫмаларына ныҡ оҡшаған тәүге гәзиттәр иҫәбенә Францияла 1631 йылдың 30 майынан сыҡҡан "La Gazette"ны индерәләр. 1200 дана тирәһе тиражы булған был баҫманы ил биләмәләрендә яңылыҡтар таратыуға 1630 йылда патент алған дворян Теофраст Ренодо нәшер итә. "La Gazette"ның сәйәси әһәмиәте шул тиклем юғары була, хатта уға Франция короле Людовик XIII үҙе, шулай уҡ кардинал Арман Жан дю Плесси Ришельёның хәбәрҙәр яҙа. "La Gazette"ның Киң мәғлүмәт сараларының был төрө үҫеүе өсөн әһәмиәте ҙур була: ул түләүле реклама урынлаштыра башлай. 1657 йылда инглиз гәзиттәренең береһе тәүге реклама тәҡдиме баҫа, ә тиҙҙән король Карл II үҙенең яратҡан йорт эте юғалыуы хаҡында иғлан сығара. Ярты быуаттан һуң Даниэль Дефо, «Дәүләт эштәренә күҙәтеү» (урыҫса «Обозрение государственных дел») исемле аҙналыҡ нәшер итеп, сәйәси журналистикаға нигеҙ һала.

Европала ваҡытлы матбуғат 1605 йылда тыуған тип һанала. «Relation: Aller Fürnemmen» һүҙҙәре менән асылған тәүге баҫма Страсбургта донъя күрә. Уның мөхәррир-баҫыусыһы быға тиклем ҡулъяҙма гәзиттәр төҙөү менән шөғөлләнгән типограф Иоганн Каролус (нем.)баш. була. 1609 йылдың ғинуарында Вольфенбюттель ҡалаһында беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған тәүге гәзит — «Aviso» сыға. Унда Кёльн, Антверпен, Рим, Венеция, Вена һәм Прага ҡалаларынан яңылыҡтар[2].

нимес матбуғатына инеп ҡалған итальян һүҙе «avviso» нимес аҙналыҡтарының үҙҙәренең өлгөһө (прообраз) Венеция баҫмалары менән генетик бәйләнеше хаҡында бик асыҡ һөйләй. Нимес матбуғатының форматы һәм яңылыҡтарҙы биреү тәртибе лә avvisiларҙы хәтерләтә.

Тәүге баҫма гәзиттәрҙең аныҡ ҡына атамаһы булмай. Ғәҙәттә уларҙың нәшер ителеү урыны һәм мөхәррир-сығарыусыһының исем-шәрифе күрһәтелмәй. Яңылыҡ хәбәрҙәренең урынлашыуы уларҙа һөйләнелгәндең мөһимлегенә түгел, ә был мәғлүмәттең килгән көнөнә бәйле була. Яңылыҡтарға ғәмәлдә аңлатма бирелмәй, улар бер ниндәй рубрикаһыҙ ҡуйыла, сәйәси хәл-ваҡиғалар күп осраҡта бигүк дөрөҫ һәм хаҡ булмаған шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙәр (сенсациялар) менән ҡушып һәм буталып урынлаштырыла.

Рәсәй гәзитәре тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә баҫма гәзиттәр барлыҡҡа килгәнсе Посольский приказда оҙаҡ ваҡыт батша һәм баярҙар өсөн нимес һәм голланд матбуғатына ҡулъяҙма күҙәтеүҙәр төҙөгәндәр. Улар «куранттар» тип аталған. 1702 йылдың 15 декабрендә Пётр I ҡул ҡуйған указ куранттарҙы үҙ ҡарамағында типографияһы булған Монастырский приказға бирергә һәм «донъя»ға сығарырға ҡуша. Баҫыр алдынан куранттарҙы мөхәррирләгәндәр. Бер нисә тапҡыр Пётр үҙе корректураларҙы уҡый. 1702 йылдың аҙағында уҡ донъя күргән тәүге гәзиттәрҙең бары тик корректуралары һәм ҡулъяҙма күсермәләре генә һаҡланып ҡалған. Беҙҙең көндәргәсә был гәзиттең Мәскәүҙә 1703 йылдың 13 ғинуарында (иҫкесә 2 ғинуарында сыҡҡаны килеп еткән (был дата 1991 йылдан Рәсәй матбуғаты көнө булараҡ билдәләнә). Гәзит ҡағыҙ табағының һигеҙҙән бер өлөшө ҙурлығында була, ситтәрендә буш урындар ҡалдырылмай, текст сиркәү шрифты менән йыйыла (ҡайһы бер осраҡта формат үҙгәргән, шрифт ғәҙәтигә алмаштырылған). Баҫманың даими атамаһы ла булмай, шулай ҙа баш исемдең күп варианттарында «Ведомости» һүҙе осрай. Матбуғат тарихы буйынса әҙәбиәттә нәҡ уны баҫма атамаһы булараҡ ҡарау ҡабул ителгән. Гәзиттең тәғәйен тиражы шулай уҡ булмай, 1-2 меңдән 30 меңгәсә дана менән баҫыла. Уның сығыу аралығы сит ил матбуғатын килтереүсе почтаға, Посольский приказ тәржемәселәренең һәм типография ҡеүәттәренең эш күләменә бәйле булған. Мәскәүҙән тыш «Ведомости» баҫмаһының ҡайһы бер һандары Петербургта ла донъя күрә. Тора-бара яңы баш ҡала гәзитте нәшерләүҙең төп урынына әйләнә, ә сит ил матбуғатына күҙәтеүҙәр Сит ил эштәре коллегияһы өсөн яһала башлай[3].

Гәзиттәрҙең яһалма һәм тиҙ үҫеүе XIX быуатҡа тура килә: нәҡ ошо осорҙа күп кенә Европа илдәрендә сәйәси һәм йәмғиәт тормошоноң үҙәге матбуғатҡа күсә. XX йөҙ йыллыҡта гәзиттәр уңышлы үҫешен артабан дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уҙған быуаттың 20-се йылдарында радио, 50-се йылдарында телевидение кеүек яңы электрон матбуғат саралары барлыҡҡа килеү менән баҫма матбуғат бер ни тиклем үҙгәрҙе. Мәҫәлән, мәғлүмәт биреүҙә өлгөрлөк һәм етеҙлек йәһәтенән, хис-тойғоло сюжеттар ойоштороу яғынан радио һәм телевидение менән тиңләшә алмаған гәзиттәр төп иғтибарҙы аңлатма (комментарий) биреүгә, хәл-ваҡиғаларҙы ентекләп анализлауға, шулай уҡ урындағы яңылыҡтарҙы яҡтыртыуға һәм төрлө яҡлы ваҡ белдереүҙәр баҫтырыуға йүнәлтте.

XX быуат аҙағы — XXI быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат аҙағында, Интернет барлыҡҡа килеп, реклама һәм белдереүҙәрҙең һиҙелерлек өлөшө унда киткәндән һуң[4], гәзиттәр көрсөккә килеп терәлде. Уларҙың күптәре, быға яуап итеп, таблоид форматына күсте: был бер яҡтан ҡағыҙҙы бәрәкәтле тотоноуға килтерһә, икенсенән бәләкәй күләмле һәм хис-тойғоға байыраҡ мәҡәләләр менән элекке иҫке ҡарашлы баҫмалар иғтибарынан ситтә ҡалған йәш һәм йылғырыраҡ уҡыусыларҙы үҙҙәренә йәлеп итергә мөминлек бирҙе. Шулай ҙа таблоид форматына күсеү бар бәләләрҙән ҡотҡара торған универсаль сара булып сыҡманы, һәм бар осраҡта ла көтөлгән нәтижә һәм матди файҙа бирмәне. Хәҙерге ваҡытта донъя гәзиттәренең күбеһе материалдар урынлаштырыуҙың һәм уҡыусылар менән реклама биреүселәрҙе күберәк табыуға булышлыҡ итерҙәй яңы формалар эҙләү юлында.

XXI быуатта Ер шарында берҙән-бер ҡулъяҙма гәзит — «Мусальман» Һиндостандың Ченнаи ҡалаһында 1927 йылдан бирле сығып килә. Дүрт матур яҙыу оҫтаһы (каллиграф) урду телендә көндә уның тексын яҙа, аҙаҡтан был өлгө пресс ярҙамында кәрәк булған данала баҫыла.

  1. Газета (англ. newspaper) :: Г :: Словари | Большой толковый словарь Владимира Чернышева 2013 йыл 20 август архивланған.
  2. Майер И. Вести-Куранты 1656 г., 1660—1662 гг., 1664—1670 гг. Часть 2. Иностранные оригиналы к русским текстам. М., 2008. С. 26-27.
  3. См.: Шамин С. М. Куранты XVII столетия: Европейская пресса в России и возникновение русской периодической печати. — М.—СПб., 2011. С. 141—145
  4. Кто спасет утопающих? Частный Корреспондент (8 ғинуар 2009). Архивировано 23 август 2011 года. 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.