Эстәлеккә күсергә

Батик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батик
яв. ꦧꦛꦶꦏ꧀
Рәсем
Культура коренные индонезийцы[d] һәм яванская культура[d]
Дәүләт  Индонезия
Барлыҡҡа килгән Индонезия
Урын Центральная Ява[d], Суракарта[d] һәм Banyuwangi[d]
Ил  Индонезия[1][2]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән туҡыма[d][3]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][2]
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/001…
ich.unesco.org/fr/RL/001…
ich.unesco.org/es/RL/001…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Батик Викимилектә

Батик — буяуҙан һаҡлаусы составтарҙы файҙаланып, туҡымаға ҡулдан биҙәк төшөрөү.

Һинд ҡатын-ҡыҙҙары һүрәтләнгән батик
Футболканың ике буяулы төҫө. «Бандан» техникаһы

Туҡымаға — ебәк, кизе-мамыҡмамыҡ, ебәк, йөн, синтетикаға — буяу һалына. Буяуҙарҙың тоташыуында аныҡ сиктәр алыу өсөн резерв тип аталған махсус состав (парафин, бензин, һыу нигеҙендә — һайланған техникаға, туҡымаға һәм буяуҙарға ҡарап) файҙаланыла.

«Батик» һүрәте Индонезия[4][5], Һиндостан һ. б. халыҡтарында күптән билдәле. Европала — XX быуаттан.

2009 йылдың 2 октябрендә ЮНЕСКО кешелектең ауыҙ тел һәм рухи мираҫы шедеврҙары исемлегенә индерелгән[6].

Батик (индон. batik) рус теленә тәржемә иткәндә«балауыҙ тамсыһы» тигәнде аңлата[7]; membatik — «һүрәт төшөрөү, тамсылар менән ҡаплау, һыҙатлау». Батик техникаһы нигеҙендә парафин, резина елеме, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер ыҫмалалар һәм лактар ҡулланыла, туҡымаға һалынған хәлдә улар буяуҙарҙы үткәрмәй йәки, рәссамдар әйтеүенсә, буяуҙан туҡыманың айырым өлөштәрен һаҡлайҙар.

Батиктың бер нисә төрө бар: ҡайнар, һалҡын, ирекле биҙәк. Улар туҡыманы резервлау ысулы менән айырыла. Рәсәйҙә батикҡа шулай уҡ бауланған һәм бөгәрләнгән туҡыманы буяу ҙа (тай-дай[en]) (мәҫәлән, төйөнлө ысул) ҡулланыла.

Тоҙ иретмәһен ҡулланып ирекле биҙәү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Бандан " техникаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Андреева Р. П. Батик // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 102. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Искусство батика. — М.: «АСТ», 2001.
  • Синеглазова М. О. Распишем ткань сами. — М.: «Профиздат», 2001.
  • Синеглазова М. О. Батик. — М.: «МСП», 2004.
  • Дворкина И. А. Батик. Горячий. Холодный. Узелковый. — 2-е изд.доп., 2008. — М.: «Радуга», 2002.
  • Гильман Р. А. Художественная роспись тканей. — «Владос», 2004.
  • Давыдов C. Батик: техника, приемы, изделия. — М.: «АСТ-Пресс», 2005.
  • Перелёшина И. А. Батик. От основ к импровизации. — СПб.: «Паритет», 2007.
  • Погадаев, Виктор. Магия батика. — «Восточная коллекция», 2002 № 6. — М.: «Российская государственная библиотека». — С. 71—74.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.