Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу көйләүҙәре
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | |
Элекке исеме |
1-се Башҡорт дәүләт драма театры |
---|---|
Эшләй башлаған |
1919 |
Наградалары | |
Урынлашҡан | |
| |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе | |
Ссылки | |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300110000 |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.
Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле даталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1935 йылда «академия театры» исеме бирелә.
- 1971 йылда Мәжит Ғафури исеме бирелә.
- 1979 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Репертуар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гастролдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандан ситтә гастролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1922 йылда Петроградта.
- 1927 йылда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе һәм Пермь ҡалаларында.
Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[1].
Шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Художество етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1919—1937 — Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы[2]
- 1937—1938 — Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы ???
- 1933—1938 — Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы[3][4]
- 1939—1940 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1940—1941 — Витт В. С.
- 1942—1948 — Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы[6][7]
- 1945—1948 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1948—?? — Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- 1987—1996 — Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- 1997—2012 — ??
- 2012—2019 — Ханов Олег Закир улы[8].
- 04.2019 — вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы — театр директоры Иршат Фәйзуллин[8].
Режиссерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- Вәлиев Лек Вәли улы
- Витт В.С.
- Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы, Хажи Бохарский
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
- Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
- Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы, Вәлиулла Мортазин-Иманский
- Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы
- Нәҙерғолов Азат Әхмәҙулла улы
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы
- Әйүпов Рафаэль Мөхәмәт улы
Артистар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы яңылыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамланды. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртылған. Төҙөкләндереү, әлбиттә, тамашасы зонаһына ла ҡағылған: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртылған, яңы креслолар ҡуйылған. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырылған. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелгән, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалынған. Театр фасадының яҡтыртылышы байытылған, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленгән[9].
- 2017 йылдың 27 июлендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейен байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы ойоштороу комитетының составы раҫланды, Республика Хөкүмәтенә сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү планын эшләргә ҡушылды[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 5 февраль
- ↑ Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ сайтында Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы улы сәхифәһе(недоступная ссылка)
- ↑ 5,0 5,1 Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2019 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2020 йыл 7 август архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ», 11 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
- ↑ В Уфе после реконструкции открылся Башкирский академический театр имени Мажита Гафури. ИА «Башинформ», 29 декабря 2020 года (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2020)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт дәүләт академия драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кадрҙар етмәү, исемдәргә квота, пьесаларҙың булмауы – бөгөн Башҡортостан театрҙарын нимә борсой? «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2019)
- Башҡорт дәүләт академия драма театрының репертуар архивы(недоступная ссылка)
- Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне
- Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр постановкаһы алтын юбилейын билдәләй
Башҡорт дәүләт академия драма театры Викимилектә | |
Башҡорт дәүләт академия драма театры Викияңылыҡтарҙа |