Эстәлеккә күсергә

Гай районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гай районы
Гайский район
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан урыны

Ырымбур өлкәһе

Берләштерә

8

Административ үҙәк

Гай ҡалаһы (район составына инмәй)

Барлыҡҡа килеүе

1960

башлык

Папунин Олег Юрьевич

Халҡы (2015)

9419[1]
(0.47 %)

Тығыҙлығы

3,25 кеше/км²

Майҙаны

2900 км²

Гай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Телефон коды

+7 35362

Автомобиль номерҙары коды

56

Га́й районы — Ырымбур өлкәһенең административ берәмеге. Район территорияһы буйлап Яйыҡ йылғаһы аға. 1960 йылға тиклем Хәлил районы исемен йөрөткән.

Ирекле электр станцияһы, Гай районы

XVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында (хәҙерге Гай районы биләмәләрендә) йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында XIX быутта кире Гөбөрлө тауҙарына күсеп бер нисә ауылға нигеҙ һала: Ишбирҙе, Ҡунаҡ, Әбүбәкир, Йомағужа (һуңыраҡ унан 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа, 4-се Йомағужа һәм Үҙәмбай ауылдары бүленеп сыҡҡан)[2].

1960 йылда 3 ноябрҙә ойошторолған. Майҙаны — 2900 км2. Район үҙәге — Гай ҡалаһы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар.

Халҡы — 10,7 мең кеше (2010), шул иҫәптән 32,4 % башҡорттар. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Ишбирҙе, Ишкенә, Нурбулат, Иҫке Хәлил, Үҙәмбай, Хәлил һәм башҡалар. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 3 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Гай ҡалаһында 2002 йылдың алып «Ырымбур өлкәһенең Гай районы һәм Гай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» эшләй, Нурбулат ҡасабаһында — башҡорт мәҙәниәте һәм көнкүреше музейы, «Умырзая» вокаль ансамбле, Ишкенә ауылында — «Йәйғор», Иҫке Хәлил ауылында «Сулпан» вокаль ансамблдәре эшләй.

  1. Гөбәрле ауыл советы
  2. Ирекле ҡасабаһы
  3. Камейкинск ауыл советы
  4. Колпак ауыл советы
  5. Новониколаевск ҡасаба советы
  6. Новопетропавловск ауыл советы
  7. Репинск ауыл советы
  8. Хәлил ауыл советы
  1. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 65-66. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.