Гризодубова Валентина Степановна
Гризодубова Валентина Степановна | |
укр. Валентина Степанівна Гризодубова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 (27) апрель 1909 |
Тыуған урыны | Харьков, Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 апрель 1993 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Гризодубов, Степан Васильевич[d] |
Хәләл ефете | Q105998845? |
Һөнәр төрө | лётчик, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Харьковский политехнический институт[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гризодубова Валентина Степановна Викимилектә |
Валенти́на Степа́новна Гризоду́бова (1909 йылдың 14 (27) апреле, Харьков — 1993 йылдың 28 апреле, Мәскәү) — СССР лётчигы, полковник (1943), бер рекордлы осошта ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1] Советтар Союзы Геройы[2] исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ (1938), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентина Гризодубова — уйлап табыусы һәм лётчик Степан Васильевич Гризодубовтың ҡыҙы. Тыуған Харьков ҡалаһында 1909 йылдың 27 апрелендә (иҫке стиль буйынса 14 апрель) (Харьков музей хеҙмәткәрҙәре Гризодубованың ысын тыуыу датаһын белә алды; тыуыуы тураһында рәсми дата 1910 йылдың 31 ғинуары (иҫке стиль буйынса 18 ғинуар) тип иҫәпләнгән).
Валентина ике йәш ярымд, атаһына ҡайыш менән бәйләнгән көйө, Харьков аэродромынан аэропланда күккә күтәрелә. 14 йәшендә ул Коктебелдә үткән планеристар слётында планерҙа беренсе осошон яһай.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын Харьков технология институтында дауам итә. Параллель рәүештә рояль класы буйынса музыка училищеһын тамамлағандан һуң, консерваторияға алына.
1928 йылдың 4 ноябрендә, Харьков технология институты студенты булараҡ, Харьков Үҙәк аэроклубына беренселәрҙән булып яҙыла. Аэроклубты өс ай эсендә тамамлай. Оҫта булғаны өсөн түгел, Харьковта осоу оҫталығына уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, Гризодубов институтты ҡалдырып, ОСОАВИАХИМ-дың 1-се Тула спорт мәктәбенә килә. 1929 йылда Пенза лётчик-инструкторҙар әҙерләү мәктәбенә уҡырға инә.
Планёр спорты менән шөғөлләнә. 1930—1933 йылдарҙа эшләй Тула «Добролёт» аэроклубында лётчик-инструктор, аҙаҡ — Мәскәү эргәһендәге Тушино ауылы осоу мәктәбендә инструктор булып эшләй. 1934—1935 йылдарҙа Мәскәү Үҙәк аэродромында урынлашҡан М. Горький исемендәге агитэскадрилья лётчигы була. Эскадрильяла эшләгәндә, шул ваҡыттағы самолёттарҙың төрлө тибында бөтә илде тиерлек осоп сыға. Памир, Ҡабарҙы-Балҡар, Фирғәнә үҙәне өҫтөнән оса. 1939 йылда СССР-ҙың халыҡ-ара һауа линиялары Идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ленинград Граждандар һауа флоты инженерҙары институтында уҡый.
1937 йылдың октябрендә еңел моторлы самолёттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биш донъя авиация рекорды ҡуйҙы. 24-25 менән бергә 1938 йылдың сентябрендә, экипаж командиры булараҡ, П. Д. Осипенко һәм М. М. Раскова менән «Родина» (АНТ-37 «Родина») самолётында, Мәскәүҙән Алыҫ Көнсығышҡа туҡталышһыҙ осош яһап, ҡатын-ҡыҙ араһында осош алыҫлығы буйынса халыҡ-ара (29 сәғәт 26 минут эсендә 6450 км алыҫлыҡ ҡаплана) рекорды ҡуйҙы. Уралды уҙғас, ер менән радиоэлемтә өҙөлә, шуның өсөн, бында төшөү һәм шул уңайҙан тантана планлаштырылһа ла, экипаж Амурҙағы Комсомольск эргәһенән экипаж осоп үтә. Бензин ярты сәғәткә етерлек кенә ҡалғас, Гризодубова самолётты тайгаға йыйылған шасси менән ултыртырға хәл итә, Расковаға парашют менән һикерергә бойороҡ бирә. Самолёт тайга йылғаһы Амгундең үрге ағымындағы һаҙлыҡҡа төшә. Самолётты эҙләү әүҙем алып барыла, һәм уны һауанан ҡарап эҙләп табалар. Керби ауылынан сыҡҡан «Дальневосточный» катеры сыҡҡан, ә Амгунь йылғаһының үрендә экипаж табыла[3]. 1938 йылдың 2 ноябрендә был осош өсөн, Ленин орденын тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1939 йылдың 4 ноябрендә айырым баһалау билдәһе раҫланғандан һуң, уға 104-се «Алтын йондоҙ» миҙалы[4] тапшырыла.
В. С. Гризодубова, үҙенең билдәлелеге һәм юғары даирәләрҙә танышлығын ҡулланып, репрессияларҙан зыян күргән бер нисә кешене яҡлауҙы юллаған. Атап әйткәндә, танылған лётчик, М. М. Громов менән бергә, киләсәктә совет космос программаһын ойоштороусыны, С. П. Королёвты яҡлау эшенә ҡушыла; уларҙың күп тырышлығы арҡаһында, ғалимды Колымалағы лагерҙан ЦКБ-29-ға күсерәләр.
1941 йылда ВКП(б.) сафына ҡабул ителә. Совет ҡатын-ҡыҙҙарының антифашистик комитетын етәкләй. Немец-фашист илбаҫарҙарының яуызлыҡтарын тикшереү буйынса комиссия ағзаһы (1942).
Бөйөк ватан һуғышы осоронда, 1943 йылдың мартынан 1942 йылдың октябренә саҡлы Алыҫ араға оса торған авиацияның 101-се авиаполкы командиры.
1943 йылдың майына ҡарата шәхсән үҙе генә 200-гә яҡын хәрби осош яһай (шул иҫәптән — 132 төнгө) Ли-2 самолётында дошман объекттарын бомбаға тотоу, алғы һыҙыҡҡа боепрпастар һәм хәрби йөктәрҙе ташыу һәм партизан отрядтары менән бәйләнеш тотоу маҡсатында 1943 йылда уға полковник званиеһы бирелә.
Шул уҡ ваҡытта, Алыҫ араға оса торған авиация командующийы А. Е. Голованов мәғлүмәттәре буйынса, Гризодубова полкы шәхси составы түбән дисциплиналы һәм хәрби хәрәкәттәргә бәйле булмаған осоу мажараларына бай, тип иҫәпләнгән, ә Гризодубова хәрби хәрәкәттәр барғанда ла үҙ белдеге менән часын бер генә тапҡыр ҡалдырып китмәй[5]. 1944 йылда, А. Е. Головановҡа ярашлы, генерал исемен алыу һәм үҙ полкын гвардия полкы, тип үҙгәртеү маҡсатында Алыҫ араға оса торған авиация командующийы А. Е. Голованов өҫтөнән ВКП (б) Үҙәк Комитетына ялыу бирә. Тикереү һөҙөмтәһендә ялыу күрәләтә ялған тип табыла, шунан һуң Гризодубова Алыҫ араға оса торған авиация составынан сығарыла, ә уның эше хәрби трибуналға тапшырыла (был сығанаҡ тексынан күренеүенсә, Голованов үҙ абруйын өҫтөн ҡуйғанлыҡтан һәм ялыусы менән мөнәсәбәттәрен асыҡлауҙы дауам итергә теләмәгәнлектән, эш трибуналға тиклем еткерелмәй). Гризодубова полкы, уның элекке урынбаҫарҙары етәкселегендә, бер нисә айҙан 31-се гвардия бомбардировка полкы итеп үҙгәртелә.
1946 йылдан — полковник В. С. Гризодубова запасҡа китә. Совет армияһынан демобилизацияланғандан һуң граждандар авиацияһында Ғилми-тикшеренеү институты-17 (һуңыраҡ приборҙар эшләү Институты, әлеге ваҡытта «Вега» радио төҙөү Концерны) осоу часы буйынса начальнигы урынбаҫары була. Уның подразделениеһы Хәрби-һауа көстәре һәм граждандар авиацияһы өсөн радиоэлектрон аппаратураға һынау үткәрә. Ул шәхсән буйынса Ғилми-тикшеренеү институты-17-лә ентекләп эшләнгән радиолокация ҡорамалдарын һынау һәм еренә еткереү буйынса осоштарҙа шәхсән ҡатнаша.
1963 йылда Гризодубованың шәхси инициативаһы буйынса Солнцево аэродромында уникаль Фәнни-тикшеренеү осоу-һынау үҙәге (НИЛИЦА) ойошторола, һәм ул уны етәкләй. 1972 йылда Гризодубова Приборҙар эшләү институтына начальник урынбаҫары вазифаһына кире ҡайта, унда 1993 йылға тиклем эшләй.
1-се саҡырылышСССР Юғары Советы депутаты.
1993 йылдың 28 апрелендә вафат була, Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (11-се урын) ерләнгән.
Донъя авиация рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дата | Самолёт | Экипаж | Класс | Рекорд исеме | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|
07.10.1937 | УТ-1 | В. С. Гризодубова | С класы, 2-се категория, ҡатын-ҡыҙ |
100-километрлы сикләнгән маршрутта осоу тиҙлеге | 218,18 км/сәғәт |
09.10.1937 | УТ-1 гидро | В. С. Гризодубова | С-бис класы, 2-се категория, ҡатын-ҡыҙ |
100-километрлы сикләнгән маршрутта осоу тиҙлеге | 190,88 км/сәғәт |
09.10.1937 | УТ-2 гидро | В. С. Гризодубова — лётчик; Е. Слобоженко — бортмеханик |
С-бис класы, 1-се категория, ҡатын-ҡыҙ |
100-километрлы сикләнгән маршрутта осоу тиҙлеге | 200,00 км/сәғәт |
15.10.1937 | УТ-2 гидро | В. С. Гризодубова — лётчик; Е. Слобоженко — бортмеханик |
С-бис класы, 1-се категория, ҡатын-ҡыҙ |
Осоу бейеклеге | 3267 м |
24.10.1937 | АИР-12 | В. С. Гризодубова — лётчик; М. М. Раскова — штурман |
С-бис класы, 1-я категория, ҡатын-ҡыҙ |
Туранан-тура осоу алыҫлығы | 1444,72 км |
24—25.09.1938 | АНТ-37 «Родина» | В. С. Гризодубова — экипаж командиры; П. Д. Осипенко — 2-й пилот; М. М. Раскова — штурман |
Класс С, ҡатын-ҡыҙ |
Туранан-тура осоу алыҫлығы | 5908,61 км |
С Класы — ҡоро ер самолёттары (1930-сы йылдар классификацияһы буйынса).
С-бис класы — гидросамолёттар (1930-сы йылдар классификацияһы буйынса).
1-се һәм 2-се категория — төрлө осоу ауырлығындағы самолёттар (ҡағиҙә булараҡ, кесе ауырлыҡтағы).
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гризодубова урамдары Мәскәүҙә[6], Владивостокта, Георгиевскиҙа, Екатеринбургта, Жуковскийҙа, Заволжьела, Ҡурғанда, Новоалтайскиҙа, Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Павловта, Смоленскиҙа, Ставрополдә, Сузунда, Дондағы Ростовта, Якутскиҙа, Шарьела (Кострома өлкәһе), Грязи ҡалаһында (Липецк өлкәһе), Петряевка ҡасабаһында (Түбәнге Новгород өлкәһе), Ленинск-Кузнецкиҙа (Кемерово өлкәһе), Черемховола (Иркутск өлкәһе).
- Мәскәүҙә Кутузовский проспектында Мәскәү приборҙар эшләү ғилми-тикшеренеү институтына ингән ерҙә (34-се йорт, хәҙерге «Вега» радио төҙөү Концерны) 2000 йылдың 1 сентябрендә Гризодубова һәйкәле ҡуйыла, скульпторҙар Щербаков Салауат һәм Федор Викулов эше.
- Пензала, ДОСААФ бинаһы янында (Коммунистик урам, 30) 2018 йылдың 31 октябрендә В. С. Гризодубова бюсы асыла, скульптор Салауат Щербаков.
- Полина Осипенко исемендәге ауылда (Хабаровск крайы) 2016 йылдың 2 июнендә В. С. Гризодубова мемориаль таҡтаташы ҡуйыла.
- Мәскәү ҡалаһының 185-се һанлы мәктәбе Валентина Степановна Гризодубова исемен йөрөтә. Мәктәптә Валентина Степановна Гризодубова музейы асылды[7].
- Мәскәүҙә Гризодубова йәшәгән Ленинград проспектындағы 44-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
- Ҡурғанда Гризодубова урамы, 2б адресы буйынса мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Жуковскийҙа урынлашҡан «Осоу һынауҙары һәм етештереү» ААЙ авиапредприятиеһы Гризодубова исемен йөрөтә.
- Смоленск ҡалаһында дислокацияланған Ҡыҙыл Байраҡлы Красносельский 103-сө гвардия хәрби-транспорт авиация полкына Валентина Гризодубова исеме бирелгән була, әммә 2009 йылдың октябрендә тарҡатылыуы сәбәпле, хәрби байрағы һәм тарихи формуляры Ырымбур авиация базаһына тапшырыла.
- 2010 йылда Гризодубова хөрмәтенә Рәсәй почта маркаһы сығарыла.
- 1973 йылдың 24 сентябрендә АНТ-37 «Родина» самолётында Мәскәү — Алыҫ Көнсығыш маршруты буйынса туҡталышһыҙ осоуға 35 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, Полина Осипенко исемендәге ауылда (Хабаровск крайы), Амгуньская һәм Мәктәп урамдары киҫелешендә ҡатын-ҡыҙ экипажы хөрмәтенә обелиск — күккә төбәлгән гранит ҡанаттар — асыла.
Украина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гризодубова урамы әм тыҡрығы Мелитополь ҡалаһында, Снежноела, Черкассыла, Сумыла, Харьковта, Кривой Рогта, Луцкиҙа, Донецкиҙа, Белая Церковта, Макеевкала һәм Мариуполдә бар.
- Украина оборонаһына ярҙам итеү Йәмғиәтенең В. С. Гризодубова исемендәге Харьков аэроклубы.
- Харьковта өс ҡатлы йорттоң 1-се ҡатындағы улар йәшәгән фатирҙа Гризодубовтар музейы — Мироносицкая урамы, 54Б. 2008 йылда сарҙаҡта тоҡанған янғынды һүндергәндә музей бинаһы һыуҙан зыян күргәнлектән, музей ике йыл дауамында эшләмәй тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, музей хеҙмәткәрҙәре Харьковта 2009 йылдың 22 майында С. В. Гризодубовтың тыуыуына 125 йыл һәм В. С. Гризодубованың тыуыуына 100 йыл айҡанлы научную ю «Авиация тарихында Гризодубовтарҙың эҙе» тип аталған фәнни конференция әҙерләп үткәрҙе, шулай уҡ был конференция материалдары йыйынтығын баҫтырҙы (2010 й.донъя күрҙе). Әлеге ваҡытта музей бинаһы ремонтланған, яңы экспозициялар әҙерләнә, килеүселәрҙе ҡабул итә.
Белоруссия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соколда (Минск) Гризодубова урамы бар.
Ҡаҙағстан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алма-Атыла Гризодубова урамы бар.
Филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
СССР почта конверты:
Мәскәү — Алыҫ Көнсығыш маршруты буйынса осоуға 50 йыл -
СССР почта маркаһы
-
Рәсәй почта маркаһы
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Гризодубов Степан Васильевич.
- Әсәһе — Гризодубова (Комаренко) Надежда Андреевна.
- Ире — Соколов Виктор Александрович (1907—1979).
- Улы — Соколов Валерий Викторович (1936—1986).
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы исеме (1938 йылдың 2 ноябре) «Алтын йондоҙ» миҙалы, № 104;
- Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме (1986 йылдың 6 ғинуары);
- ике Ленин ордены (1938, 1986);
- ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985);
- Октябрь Революцияһы ордены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1936);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1937).
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- 1-се дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны» миҙалы;
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
- «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Егерме йыл» юбилей миҙалы;
- «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Утыҙ йыл» юбилей миҙалы;
- «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы.
- Пенза ҡалаһының почётлы гражданы (1965).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гризодубова Валентина Степановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1. Абаев — Любичев. — С. 374. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Верхозин А. М. Самолёты летят к партизанам: Записки начальника штаба / Литературная обработка В. Погребного. — М.: Политиздат, 1964. — 207 с., ил. — Тираж 195 тыс. экз.
- Панин А. С. Власть высоты. — Изд. 2-е, доп. и перераб. — Харьков: МТК-книга, 2008. — 112 с., ил. — Тираж 1000 экз. — ISBN 966-872-09-3
- С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества / Под ред. В. А. Лопота. — РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — ISBN 978-5-906674-04-3
- Верзохин А. Командир полка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Пронякин К. А. Первые летчики на Дальнем Востоке России: влетевшие в историю (справочник. 196 биографий). К 80-летию Хабаровского края, к 95-летию Гражданского Воздушного флота России и к 100-летию Восточного военного округа. Приветствия: Героя России Г. В. Жидко, С. И. Авакянца, С. И. Фургала, А. С. Николаева; предисл. Т. В. Барановой; послесл.: А. М. Будника, В. М. Куканова. — Хабаровск: ООО «МедиаМост»; РГО, 2019—160 с., ил. (Серия: История развития авиации на Дальнем Востоке), стр. 41-42.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Емельянов Ю. Н., Шляхтин А. В. Рекорды Советской наградной системы.
- ↑ Емельянов Ю. Н., Шляхтин А. В. Рекорды Советской наградной системы.
- ↑ Пике и взлёты Гризодубовой / Территория истории
- ↑ Гризодубова Валентина Степановна | Красные соколы нашей Родины
- ↑ Голованов А. Е. Дальняя бомбардировочная… Воспоминания Главного маршала авиации 1941—1945. — М.: Центрополиграф, 2007. — ISBN 978-5-9524-3033-4.
- ↑ В Хорошёвском районе Москвы, названа в 2004 году (бывший Проектируемый проезд № 5485).
- ↑ Музей Героя Советского Союза, Героя Социалистического Труда В.С. Гризодубовой, ГБОУ Школа № 185, Москва . sch185s.mskobr.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 27 апрелдә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Харьковта тыуғандар
- 28 апрелдә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- КПСС ағзалары
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр