Дравид телдәре
Дравид телдәре | |
Таксон |
ғаилә |
---|---|
Статусы |
дөйөм танылған |
Таралыуы |
көньяҡ һәм үҙәк Һиндостан, Белуджистан |
Аралашыусылар һаны |
200+ млн |
Классификацияһы | |
Категорияһы | |
Ностратик макроғаиләһе (гипотеза) | |
Составы | |
гондвана, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, үҙәк, көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ | |
Айырылыу ваҡыты |
Б.э.т. IV мең йыллыҡ |
Тел төркөмөнөң кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
дра 185 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Дравид телдәре (шулай уҡ дравидий телдәре) — башлыса Һиндостанда (айырыуса көньяҡ өлөшөндә), шулай уҡ Пакистанда, көньяҡ Афғанстанда, көнсығыш Иранда (брахуи теле), өлөшләтә Шри-Ланкала, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә, Һинд һәм Тымыҡ океандары утрауҙарында һәм Көньяҡ Африкала һөйләшкән Көньяҡ Азия (Һиндостан) субконтинентындағы телдәр ғаиләһе.
85 дравид телендә[1] аралашыусыларҙың дөйөм һаны — 200 миллиондан ашыу. Әммә уларҙың 95 проценттан ашыуы телугу, тамил, каннада һәм малаялам телдәрен ҡуллана.
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. С. Андронов буйынса телдәр ғаиләһенең классификацияһы:
- төньяҡ-көнбайыш төркөм
- брауи (брагуи, брахуи)
- төньяҡ-көнсығыш төркөм
- үҙәк төркөм
- гондвана төркөмө
- көньяҡ-көнсығыш төркөм
- көньяҡ-көнбайыш төркөм
- көньяҡ төркөм
Дравид телдәренең ҡайһы берҙәре (ерукала, кайкади, курумба, беллари, корага һәм башҡалар) насар өйрәнелгән, һәм теге йәки был төркөмгә ҡарауы аныҡланмаған. Дравил телдәрендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны әлеге ваҡытта 200 миллиондан ашыу. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 90 проценттан ашыуын «ҙур дравид дүртәүе» — телугу, тамил, каннада һәм малаялам телдәренә тура килә. Уларҙың мең йылдан ашыу яҙма һәм әҙәби традициялары (иң боронғо тамил ҡомартҡылары беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттар менән билдәләнә) һәм Һиндостандың Андхра-Прадеш, Тамилнад, Керала һәм Карнатака штаттарының рәсми телдәре статусы бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо заманда дравид телле ҡәбиләләр Фарсы ҡултығынан (Элам) алып Бенгал ҡултығына тиклем, төньяҡта Урта Азияның көньяҡ-көнбайыш төбәктәренә тиклем киң таралған булған[2]; уларҙың боронғо төйәге Иран территорияһы булған тигән фраз бар[3]. Дравид телдәре иҫәбенә шулай уҡ элам теле (брауи теле был ваҡытта элам һәм башҡа дравид телдәре араһындағы аралаш звено булып тора) һәм бәлки (һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларҙың шифрланған хәле насар булыу сәбәпле) Мохенджо-Даро һәм Хараппаның — Һинд йылғаһы үҙәнендәге «боронғо һинд» мәҙәниәттәре теле инә.
Донъя фәне кире ҡаҡҡан ностратик гипотеза яҡлы Георгий Старостин тикшеренеүҙәренә ярашлы, элам теле дравид телдәре менән яҡын туғанлыҡта түгел, ә бәлки, ностратик һәм афразия телдәре араһында бәйләүсе звено булып тора[4].
Яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дравид телдәрен яҙыу өсөн башлыса һинд яҙмаһының төрлө варианттары ҡулланыла.
Башҡа ғаиләләр менән туғанлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дравид телдәре төньяҡ Һиндостан телдәренең (һинд, бенгал, пенджаб һәм башҡалар) күпселегенә яҡын түгел. Улар һинд-европа ғаиләһенә ҡарай һәм Һиндостан территорияһына сағыштырмаса һуңыраҡ — моғайын, беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың аҙағына, үтеп ингән.
Дравид телдәрендә һөйләшеүселәр Һиндостанда йәшәүсе, шулай уҡ индуизм нигеҙенә ятҡан мифологик системаны үҫтергән Һинд йылғаһы үҙәнендәге цивилизация булдырыусы булған, тигән фараздар күп булған. Шулай уҡ дравид телдәре Һиндостанда һәм Иран таулығында таралыу алғандыр, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, был өлкәләге күпселек гипотезалар бөгөнгө көндә лә фәнни бәхәстәр тыуҙыра.
Евразия телдәренең алыҫ туғанлығы тураһындағы ностратик гипотезаға ярашлы, дравид телдәре һинд-европа, афразия, картвель, урал һәм алтай телдәре менән бергә ностратик макроғаиләгә инә. Әммә был позицияны төрлө белгестәр тәнҡитләне, ул бик бәхәсле тип иҫәпләнә һәм уның һығымталарын ностратик телдәр теорияһын ҡараған йәки, иң насар осраҡта, тулыһынса хаталы йәки, иң яҡшы осраҡта, ышандырырлыҡ булмаған күп компаративсылар ҡабул итмәй[5][6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ethnologue report for Dravidian . Дата обращения: 29 ғинуар 2013. Архивировано 1 февраль 2013 года.
- ↑ ИРАН И СРЕДНЯЯ АЗИЯ В ДРЕВНОСТИ . Дата обращения: 11 февраль 2010. Архивировано 17 март 2010 года.
- ↑ Ностратические языки . Дата обращения: 11 февраль 2010. Архивировано 22 сентябрь 2010 года.
- ↑ ON THE GENETIC AFFILIATION OF THE ELAMITE LANGUAGE . Дата обращения: 27 май 2007. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
- ↑ George Starostin. Nostratic . Oxford Bibliographies. Oxford University Press (29 октябрь 2013). doi:10.1093/OBO/9780199772810-0156. — «Nevertheless, this evidence is also regarded by many specialists as insufficient to satisfy the criteria generally required for demonstrating genetic relationship, and the theory remains highly controversial among mainstream historical linguists, who tend to view it as, at worst, completely invalid or, at best, inconclusive.» Архивировано 13 сентябрь 2015 года.
- ↑ Нерознак В. П. Праязык: реконструкт или реальность? // Сравнительно-историческое изучение языков разных семей : Теория лингвистической реконструкции / Отв. ред. Н. З. Гаджиева. — М.: Наука, 1988. — С. 36—38. — ISBN 5-02-010869-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андронов М. С. Дравидийские языки. М., 1965. — 124 с.
- Андронов М. С. Дравидийские языки. — В кн.: Языки Азии и Африки, т. II. М., 1978
- Андронов М. С. Сравнительная грамматика дравидийских языков. М., 1978
- Гуров Н. В. Дравидийские языки // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: СЭ, 1990. — С. 139—140.
- Дыбо В. А., Пейрос И. И. Проблемы отдаленного родства языков // Вестник АН СССР. 1985. № 2.
- Дьяконов И. М. Языки древней Передней Азии. М., 1964.
- Старостин С. А. Сравнительно-историческое языкознание и лексико-статистика // Лингвистическая реконструкция и древнейшая история Востока. Ч. 1 М., 1989).
- Krishnamurti, B., The Dravidian Languages, Cambridge University Press, 2003. ISBN 0-521-77111-0
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дравидское языковедение (дравидоведение, дравидология, дравидистика)
- Дравидийские языки — Кругосвет энциклопедияһынан
- Дравидийские языки. Схема
- История изучения дравидской литературы в России 2022 йыл 9 август архивланған.