Эстәлеккә күсергә

Йорт аты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йылҡы битенән йүнәлтелде)
Йорт аты
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Equus ferus caballus (Linnaeus, 1758)


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр


Ат, Йорт аты (лат. Equus ferus caballus) — аттар ырыуынан булған берҙән-бер йомро тояҡлылар ғаиләһе; йомро тояҡлы, ялбыр ҡыл ҡойроҡло, яллы эре йорт хайуаны. Меңгегә, еккегә өйрәтелгән, кешегә хеҙмәт итеүсе эре мал[1]; кешене, йөктө һ.б. йөрөтөү, ташыу өсөн файҙаланыла торған, йомро тояҡлы эре йорт малы, ат[1].

Йылҡы — ирекле йөрөгән өйөр аты; ат[2]. Меңгегә һәм еккегә өйрәтелмәгән, тоҡом, һуғым, ҡымыҙ өсөн үҫтерелгән ат тоҡомло эре мал. Артабан өйрәтелгәндән һуң АТ була ала.

Ат беҙҙең эраға тиклемге 4-се мең йыллыҡта уҡ ҡулға эйәләштерелгән. Кешелектең рухи тормошонда, хәрби эштә, хужалыҡ итеүҙә аттың әһәмиәте ҙур. Аттар ауыл хужалығында ер ешкәртеү, йөк ташыу, һыбай йөрөү өсөн файҙаланылған. Хәрби эштә атланып йөрөү, хәрби припастар ташыу, артиллерияны һөйрәп йөрөү өсөн файҙаланылған. Ат спорт уйындарында ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек сығанағы булараҡ йылҡысылыҡ бик күп халыҡтарҙың төп шөғөлдәренең береһе. Ҡымыҙ етештереү, йылҡы ите етештереү табышлы тармаҡ булып иҫәпләнә.

Шүлгәнташ мәмерйәһеендәге һүрәттәр (йылҡы һүрәте уртала)
Искәндәр Зөлҡәрнәй Буцефалда (Сидон саркофагы)
Фин почта маркаһында йылкы

Был бүлек ҡайҙандыр күсермә, яңынан яҙырға кәрәк!

Төҫтәре буйынса бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уларҙың төҫтәре һәм төҫсәләре бик күп. Ҡәҙимге аҡ, ҡара, һоро, ала төҫтәрҙән, ҡатнаштарынан тыш, төрлө урындағы таптары буйынса ла айырылалар. Йылҡысылыҡта аҡ төҫ хупланмай, сөнки альбинослыҡ кире күренеш тип иҫәпләнә. Төп төҫтәргә туҡталайыҡ.

  • Ерән (рыжий) — ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт һары (ҡан ерән, ҡола ерән, сағыу ерән һ.б. төҫсәләре була).
  • Саптар (игреневый) — ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән ат.
  • Туры (гнедой).
  • Ҡоба туры (каурий) — ҡара- ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара төҫтәге ат (ҡара туры, ҡобау туры, ҡыҙыл туры һ.б.)
  • Ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый) — үҙе һары, ҡойроҡ, ялы ҡара ат.
  • Буҙ (сивый), аҡ буҙ (светлосивый) — көлһыу күгелйем төҫ (аҡ буҙ, күк буҙ, ҡара буҙ).
  • Күк, күксәй, күксәнәй — күк буҙ төҫтөң төрҙәре.
  • Тимергүк — ҡараһыу буҙ, ҡорос төҫөндәге ат.
  • Бурыл (чалый) — буҙ менән ҡара ҡатыш.
  • Кир (мухортый) — һарғылт туры төҫ.
  • Бүртә (караковый) — аҡ менән туры ҡатыш төҫ.
  • Ала (пегий) — аҡ менән берәй төҫ таптары ҡатнашҡан.
  • Алмасыбар (в яблоках) — буҙ төҫ өҫтөнән тимгел-тимгел ҡара таптар ятҡан төҫ.

Йәштәре буйынса бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш Йәки ябаға(ябаға тай).
  • Тай — ике йәшкә тиклем.
  • Ҡонан (иркәк малға), ҡонажын (орғасы малға). Ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы.
  • Дүнән, дүнәжен. Өс йәштән дүрт йәшкәсә.
  • Дүрт йәштән иркәк малға айғыр. Орғасы малға беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә.
  • Артабан ҡолонламаған бейә тыу(ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр — һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр — алаша.

Ҡайһы бер атамалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ат көтөүе түгел, йылҡы өйөрө. Өйөрҙө бер айғыр йөрөтә. Көҙ һәм ҡыш айғырҙар йыуашайғас, бер нисә өйөр бергә ҡушыла, табын барлыҡҡа килә. Уны йылҡы табыны тиҙәр.
  • Йылҡы ите тиҙәр, ә ат ите түгел. Шулай уҡ ат һөтө тип аталмай, ә бейә һөтө тип йөрөтөлә.
  • Ҡырағай аттар — тарпан тип йөрөтөлгән. Хәҙер улар юҡ, сөнки ҡырып бөтөрөлгән.
  • Юрға — етеҙ йөрөшлө, шәп сабыусы йылҡы малы. Ике уң һәм ике һул аяҡты бер юлы алдырып саба.
  • Нәҫел дауам итеү өсөн һайлап ҡалдырылған йылҡы малы — ҡур мал тип йөрөтөлә.
  • Аттар һәм һимертеп ҡуйыуға бүленгән башҡа төр йылҡы малы — ҡыҫырыҡ өйөр.
  • Донъяла 1913 йылда — 102 миллион, 1937 йылда — 115 миллион, 1975 йылда 65 миллион, 2006 йылда 58 миллион 372 мең 106 ат була.
  • Рәсәйҙә 1916 йылда — 38,2 миллион, 1941 йылда СССР-ҙа — 21,1 миллион, 1956 йылда — 13 миллион, 1970 йылда — 7,5 миллион, 1980 йылда 5,6 миллион йылҡы малы иҫәпләнгән. 2006 йылда Рәсәйҙә 1 миллион 319 мең 358 ат була.
  • 1845 йылда Ырымбур губернаһында 1 миллион 852 мең йылҡы булған. 1850 йылда ошо губернала йәшәүсе башҡорттарҙа ғына ла 569 979 баш йылҡы иҫәпләнгән.
  • Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Башҡортостанда 524 мең ат иҫәпләнә. 1987 йылда 160,7 мең баш йылҡы аҫралған.
  • Ат һаны буйынса Башҡортостан Яҡут-Саханан ҡала икенсе урында. Рәсәйҙекенең ундан бер өлөшө беҙҙең республикаға тура килә.
  • 1990—2011 йылдар арауығында беҙҙә аттар 70 мең башҡа кәмеп, 2012 йылға 123 мең баш иҫәпләнгән. Ошо йылдарҙа кәмеү күмәк хужалыҡтарға, ойошмаларға тура килә — 40 мең 400 башҡа тиклем. Шәхси хужалыҡтарҙа, киреһенсә, күбәйгән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 2000—2011 йылдарҙа 11 тапҡырға артып, 2012 йыл башына 17 мең 700 башҡа ишәйгән.

Ат — башҡорт мәҙәниәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорт һыбайлы

Башҡорттарҙа атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары — яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай.

1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт яугирҙары «Төньяҡ амурҙары» тигән исем менән тарихҡа инә. Аты булһа, башҡорт яугиры алдындағы бөтөн урман, тау-таш, тәрән кисеүҙәрҙе үтеү, боҙло-ямғырлы көндәрҙә лә дошман менән алышыу, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бер ни тормаған.

Башҡорттарҙа ҡымыҙ бешеү серҙәре ныҡлы һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыла килә. Башҡорт тоҡомло бейәләр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ айырыуса сихәтле сифаттарға эйә. Үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыусы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков былай тип яҙа:

Яҙ етеп ер асылғас, туғай-болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та ҡышҡыһын ябыҡҡан аттар тиҙ генә көрәйеп ала һәм башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан йәш балаларҙан алып ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарға тиклем был шифалы эсемлекте эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон һал-ҡын ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алдандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә. Хатта сабыйҙарҙың, йәштәрҙең генә түгел, ҡарттарҙың бит остарына алһыу төҫ ҡуна.

Ат тиреһенән эшләнгән һаба

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шифалы эсемлекте һалып йөрөтөү һауыттарын да башҡорттар йылҡы тиреһенән яһап алған. Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен өйрәнгән этнограф ғалимдар, сәйәхәтселәр йылҡы тиреһенән — күндән эшләнгән һауыттарҙың күбеһе йөйһөҙ булыуына иғтибар иткән. Уларҙың төбө генә ҡоршап тегеп ҡуйылған. Mуйын, баш, бот тиреләре тотош һыҙырып алып эшкәртелгән. Баш тиреһенән яһалған башкүнәккә бейәләрҙе һауғандар. Ҡымыҙ һауыттары — турһыҡ та, һаба ла күндән булған.

Йылҡы ите — башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Уның сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур.

Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена — тәндең үлекләүе, столбняк — һеңерҙәр тартышыу, дифтерия — балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм — аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡур-ҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.

Башҡорт халҡында ат образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ат образы башҡорт фольклорында бик киң таралған. Борон халҡыбыҙ атты культҡа әйләндергән, изгелекле хайуан тип ҡараған. Был яҙма сығанаҡтар менән дә раҫлана. Мәҫәлән, 922 йылда Волга, Урал буйында булып киткән ғәрәп илсеһе ибн Фаҙлан, башҡорттар ун ике раббыға табына, шул раббыларҙың береһе — йылҡы, тип яҙып ҡалдырған. Ат башҡорт эпостарында батырҙың уң ҡанаты булараҡ һүрәтләнә.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тупһаға, һикәлтәгә даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
«

— Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, —

»

тип һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш. Сөнки ат тояғы ҡатынан да ҡаты иҫәпләнгән, ундағы даға ла ҡаты тип һаналған.

  • Йорт тирәһенә тел-теш ҡағылмаһын өсөн кәртә-ҡура бағанаһына йылҡының башын, салыу һөйәген кейҙереп ҡуйыу ырымы бар.
  • Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ элек, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.
  • Тирләгән атҡа ҡапыл һыу эсерергә ярамай, юғиһә ул «эҫеләй булып яна». «Эҫеләй булған» атҡа андыҙ үләненең төнәтмәһен эсерәләр. Андыҙ эсе киткән атҡа ла килешә. Шуға «андыҙ барҙа ат үлмәҫ» тигән әйтем бар.
  • Ат һатҡанда хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип малды аҙбарҙан арты менән сығаралар. Һатҡан кеше лә, алғаны ла бер-береһенә таҫтамал бирешә.
  • Малды йомарт кешенән алһаң, уңа. Кешенең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал киңгәй (һулый): ялы-ҡойроғо бөтә, күҙҙәре ыуҙыға.
  • Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн өс тапҡыр «Ҡотомдо алам» тип ҡабатлайҙар. Һырт буйынан, ҡолаҡ төбөнән өс мәртәбә берәр семтем йөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар. Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай, юғиһә алған малың үрсемһеҙ була.
  • Шүлгәндән ала-ҡола, сысҡан һыртлы (арҡа буйына ҡара һыҙат) мал сыҡҡан. Шундай йылҡы малы үрсемле, ҡотло була.

Айғырҙарҙа тыуған өйөр, тыуған төбәк тойғоһо көслө була. Шуға ла борон юлға сыҡҡан кеше мотлаҡ айғыр эйәрләгән. Бер-бер хәл булһа йәки, барып еткәс, атты кире ҡайтарырға кәрәкһә, үҙен сығарып ебәргәндәр, ул әйләнеп ҡайтҡан. Йәйәүле ҡунаҡты ла айғыр мендереп оҙатҡандар. Малҡай шулай уҡ боролоп ҡайтҡан.

  • Арғымаҡ менгән арымаҫ
  • Аты барҙың ҡанаты бар
  • Йылҡы — малдың батшаһы
  • Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер

Эпостарҙан өлгөләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алтын ҡойроҡ, көмөш ял» тигән әкиәттәге тылсымлы толпарҙан көн дә күрә йөрөгән екке, менге, һуғым, һауын йылҡылары һис тә кәм түгел.

«

Ер өҫтөндә, ер аҫтында —
Иптәш булыр һәр урында:
Туңғаныңда йылыһын бирер,
Янғаныңда һалҡын өрөр:
Асыҡҡанда — туйындырыр,
Сарсағанда — һыу эсерер.

»

Әҙәбиәттә һәм ысынбарлыҡтамы, тарихта төрлө сифаттары буйынса танылған аттар бар.

  • Иң мөғжизәле ат — башҡорт эпостарындағы Аҡбуҙат. Ул — ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған, ҡарсыға түшле, муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған, елһә, ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән, ел дә ҡыуып етмәгән, өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар.
  • Иң ҡыйыу ат — боронғо иң ҙур донъя империяһы батшаһы Александр Македонскийҙын Буцефал ҡушаматлы аты. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмаған. Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған.
  • Иң вазифалы, түрә ат — Рим императоры Гай Калигуланың аты. Был атҡа, хужаһының бойороғо буйынса, сенатор дәрәжәһе бирелә.
  • Иң ғәжәп ат — күренекле яҙыусы Корней Чуковскийҙың геройы — Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай — Тарттаэт. Ул — ике башлы.
  • Иң сағыу ат — француз яҙыусыһы Александр Дюма геройы — мушкетер Д' Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек, һап-һары төҫтә була.
  • Иң ябыҡ ат — испан әҙибе Сааведра Сервантестың "Дон Кихот"ындағы Росинант. Ул тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә тора, дүрт аяғына ла аҡһай.
  • Иң мәкерле ат —— Троя аты. Риүәйәт буйынса, ахейҙар Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә, ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала.
  • Иң үлемесле ат — Кенәз Олег аты. Кенәз үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була.
  • Иң бәләкәй ат — урыҫ әкиәттәрендәге Горбунок — Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйәнеке кеүек, ике үркәсле.
  • Иң ҡырағай ат — Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡа йорт малына ҡарағанда, аттың йөрәге ҙурыраҡ була. Уртаса ауырлығы — 3,5-4,5 килограмм.
  • Тик торғанда аттың йөрәге минутына 28-44 тапҡыр тибә, ауыр йөк тартҡанда ул 130-ға барып етә.
  • Аттар алыҫтан күрмәй, 500 метрға тиклем генә асыҡ төҫмөрләй. Шуның өсөн дә «ҡурҡаҡтар». Әммә улар башын бормайынса ла 360 градусҡа етә яҙғансы күрә. Әйтергә кәрәк, төндә бәләкәй генә нәмәнең дә төҫөн, һынын айыралар. Был инде төнөн юлды, ашар аҙыҡты табырға ярҙам итә.
  • Аттың иң һиҙгер ере — ирендәре, айырыуса өҫкөләре. Унда нервы системаһы менән туранан-тура тиерлек тоташҡан ҡылдар бар.
  • Аттарҙың тойоу көсө ифрат ҙур. Тояғы менән дә юлды күрәләр.
  • Ишетеүе лә кешенекенән көслөрәк. Улар алыҫтағы ультратауыштарҙы, өйөр килеүен, тау-таш емерелеүен һәм башҡаларҙы ишетә.
  • Аттар кеше тауышын ғына түгел, интонацияларҙы ла айыра. Әгәр ҡысҡырһаң, әрләһәң, пульсы йышая.
  • Еҫ тойоу көсө лә ҙур: әллә ҡайҙан ҡолонон таба, үҙенең йүгәнен белә, аҙыҡ төрләй.
  • Башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарында хөрмәтле ҡунаҡты йылҡы ите менән һыйлау йолаһы борондан булған. Ә бына уны ашау Рәсәйҙә рәсми рәүештә — 1867, Данияла — 1830, Австрияла — 1854, Францияла — 1866, Германияла — 1879, Англияла 1883 йылда уҡ тыйылған. Хәйер, хәҙер ни ашаһаң да барыбер…
  • Күк (ап-аҡ) төҫтәгеһе тыуғас та бер нисә ай эсендә салланған мал ул. Тыумыштан уҡ аҡ йөнлө ҡолондар — бик һирәк күренеш.
  1. 1,0 1,1 Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Башҡорт теленең академик һүҙлеге:10 томда. Т.IV. (Й—К хәрефтәре) / Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө.:Китап. 2012. — 944 б. — 211-се бит.
  • Матюшин Г. Н. Археологический словарь. — М.: Просвещение: АО «Учеб. лит.», 1996. — 304 с.: ил. ISBN 5-09-004958-0.
  • Ливанова Т. К., Лошади. — М.: ООО «Издательство АСТ», 2001. — 256 с.
  • Энтони Д., Телегин Д. Я., Браун Д., Зарождение верховой езды // В мире науки, 1992. № 2.
  • Гамкрелидзе Т. В., Иванов В. В., Миграции племён — носителей индоевропейских диалектов — с первоначальной территории расселения на Ближнем Востоке в исторические места их обитания в Евразии // Вестник древней истории, 1981. № 2.
  • Клягин Н. В., Происхождение цивилизации (социально-философский аспект), ЦОП Института философии РАН. — М., 1996.
  • Mircea Eliade, Histoire des croyances et des idees religieuses. Tome I. De l’age de la pierre aux mystere d’Eleusis. P.: Payot, 1976. — М.: Критерион, 2002.
  • Галлямов С. А. «Великий Хау Бен (Исторические корни башкордско-английского языка и мифологии)». — Издательство «Башкортостан»: Уфа, 1997, ISBN 5-8258-0098-0.
  • Deb Bennett. Conquerors: The Roots of New World Horsemanship. — Solvang, CA: Amigo Publications, Inc., 1998. — 422 с. — ISBN 9780965853309.  (инг.)
  • В.В. Калашников, И.Ф. Драганов, В.Г. Мемедейкин. Кормление лошадей: учебник.. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2011. — 224 с. — ISBN 978-5-9704-1977-9.