Стәрлебаш
Стәрлебаш Стәрлебаш | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Стәрлебаш (рус. Стерлибашево) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 5930 кеше[1]. Почта индексы — , ОКАТО коды — 80248845001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлебаш районының үҙәге булған Стәрлебаш ауылы Стәрле йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан. 1680 йылда Тәлтем-Юрматы улусы Илсек-Тимер түбәһендә көн иткән аҫаба башҡорттар һәм ерһеҙ башҡорттар (керҙәштәр) ауылға нигеҙ һала. XVIII быуат башында был ауылға яһаҡ татарҙары индерелә.
1751 йылда Ырымбур янындағы Ҡарғалы ауылынан сыҡҡан сауҙа итеүсе татарҙар ошо ауыл башҡорттарынан ер һатып ала. Һатып алынған ерҙәрҙә сауҙа менән шөғөлләнгән татарҙарҙың Айҙарәле, Ибрай һәм Йәшергән ауылдары хасил була[2].
1809 йылғы килешеү буйынса Стәрлебаш ауылына Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған II мишәр кантоны составына ингән мишәрҙәр ҙә килеп төпләнә. VIII рәүиз материалдары буйынса, ауылда IX башҡорт кантонының (Ырымбур өйәҙендә торған) 92 ерһеҙ башҡорто, 409 татар һәм 24 мишәр йәшәй[2].
1859 йылда Стәрлебаш ауылындағы 125 ихатала 360 ир-егет һәм 307 ҡатын-ҡыҙ көн итә. 1859 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 26 ихатала йәшәгән мишәрҙәр, 132 татар (крәҫтиәндәр) айырым теркәлә. 52 ихатала йәшәгән башҡорттарҙың 226-һы ир-егет, 187-һе ҡатын-ҡыҙ[2].
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта үткәрелгән рәүиз материалдарында Стәрлебаш ауылы башҡорттары араһында ике ҡатын алып йәшәгәндәре лә билдәләнә. Мәҫәлән, зауряд-хорунжий Сиражетдин Бикмөхәмәтов (ҡатындары: 30 йәшлек Рөдифә һәм 25 йәшлек Рәхимә), указлы имам Харис Ниғмәтуллин (ҡатындары: 40 йәшлек Зәйнәп, 22 йәшлек Файза), Рафиҡ Ҡорманғәлиев (ҡатындары: 46 йәшлек Си...баныу һәм 40 йәшлек Зәммиһылыу), Әхмәҙей Әхмәров (41 йәшлек Фәхриямал һәм 36 йәшлек Фариза), Мөхәмәтйәр Әминев (59 йәшлек Хәбибямал һәм 46 йәшлек Зөһөрә), Ғирфан Мәхмүтов (55 йәшлек Зөһөрә һәм 44 йәшлек Нәзифә) шундай ир-егеттәр иҫәбенә инә.
1917 йылда Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштора. Был рәүиз материалдарында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр теркәлә: Стәрлебаш ауылындағы 476 ихатала 2 785 башҡорт, 2 ихатала — 20 татар, 2 ихатала — 16 ҡырғыҙ (йәғни ҡаҙаҡ), 1 ихатала 6 урыҫ йәшәүе билдәләнә. Ә бына 1920 йылғы советтәр үткәргән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу Стәрлебаш ауылының икәү булыуын билдәләй. Уларҙағы 491 ихатала 2 619 кеше (1 181 ир-егет һәм 1 438 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлә. 1925 йылдан һуң ике ауыл ҡушылып, үтә ҙур ауыл хасил була[2].
Стәрлебаш ауылы бик борондан суфыйлыҡ һәм мосолман дине әһелдәрен әҙерләүсе үҙәктәрҙең береһе була. Сытырман мәҙрәсәһенең 1720 йылдан алып эшләүе билдәле. Стәрле һәм Ҡуғанаҡ йылғалары үҙәндәрендә төпләнгән ауылдар халҡы Тәлтем-Юрматы улусының Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай.
Юрматы башҡорттары бер юлы ике Мәҡсүт ауылына нигеҙ һала. Был ауылдарҙың береһе, Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнендә урынлышып, Аҙнай түбәһенә, ә икенсеһе Стөрле йылғаһының түбәнге ағымында ята һәм Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 5930 | 2783 | 3147 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы (16 февраль 1819 йыл — 7 март 1903 йыл) — тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры[3].
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19.03.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)[4].
- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (25.09.1953), башҡорт һәм Рәсәй театр һәм кино актёры. 1993 йылдан Мәскәүҙең «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004)[5].
- Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы (14.01.1862—1932 йыл), ахун, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II һәм III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, башҡорт.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 184-185. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рәхимов Таһир Тимерхан улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлебаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Стәрлебаш Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |