Эстәлеккә күсергә

Тәтер-Арыҫлан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тәтер-Арыҫлан
Тәтер-Арыҫлан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°20′21″ с. ш. 54°56′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 855 001

ОКТМО коды

80 648 455 101

ГКГН номеры

0523968

Тәтер-Арыҫлан (Рәсәй)
Тәтер-Арыҫлан
Тәтер-Арыҫлан
Тәтер-Арыҫлан (Башҡортостан Республикаһы)
Тәтер-Арыҫлан

Тәтер-Арыҫлан (рус. Тятер-Арасланово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 996 кеше[1]. Почта индексы — 453191, ОКАТО коды — 80248855001. ИФНС коды — 0268.

Ауылдың барлыҡҡа килеүе Ырымбур губерня канцелярияһы тәржемәсеһе Арыҫлан Бикмәтовтың пенсияға сыҡҡандан һуң Ырымбур эргәһендә ятҡан Ҡарғалы ауылында (Сәйет слободаһы) төпләнеүенә бәйле. Арыҫлан Бикмәтов улдары Хәбибулла (3 йәшлек) һәм Сәйфуллаға (6 йәш) биш душ крәҫтиәнде, бөтә мөлкәте менән үҙенең өйөн, Ҡарғалы һәм Тәтер йылғалары буйында ултырған икешәр тирмәнде һәм Тәтер йылғаһы буйында урынлашҡан утарын (бөтә йорттары, ҡаралтылары һәм малдары менән) мираҫ итеп ҡалдырыуы тураһында васыятнамә яҙып ҡуя. Ә Усман улына 15 душ крәҫтиәнде ҡалдыра. Артабан был утар Тәтер-Арыҫлан ауылына әйләнә. 1816 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 4 ихатала 21 кешенең йәшәүе теркәлә[2].

Ауылдың атамаһы был ерҙәргә беренсе булып килеп төпләнгән аҫаба башҡорт Арыҫлан исеме менән бәйле булыуы ла ихтимал. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарына уның улдары Әбдрәхим Арыҫланов (1816 йылғы рәүиз документтарына ярашлы 18 йәштә була), уның ағайҙары — 60 йәшлек Әбдрәҡип Арыҫланов һәм 57 йәшлек Әбдрафиҡ Арыҫланов. Күрше ихатала 80 йәшлек Рафиҡ Таһировтың ғаиләһе йәшәй.

Шул уҡ VIII рәүиз материалдарында Юрматы олоҫо Тәтегәс түбәһенең 22-се йортонда 45 башҡорт-припущинниктың йәшәүе теркәлә. 1850 йылғы рәүиз материалдарында 4 ихатала 57 башҡорттоң (27 душ ир-егет һәм 30 душ ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе билдәләнә. Был рәүиз материалдары буйынса ауыл ир-егеттәре араһында күп ҡатынлылары ла була. Мәҫәлән, 56 йәшлек Ишбулды Рафиҡов Зөләйхә (51 йәштә) һәм Шәмсенисә (30 йәштә) исемле ҡатындары менән көн күрә[2].

1859 йылғы X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауылда 167 башҡорт һәм 755 татар йәшәй. Ә 1920 йылда совет осоронда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡалҡаш олоҫо составында Тәтер-Арыҫлан ауылының икегә бүленеп йәшәүен раҫлай: Тәтер-Арыҫлан-1 ауылында 1 675 кеше, Тәтер-Арыҫлан-2 ауылында 108 ихатала 501 башҡорт һәм татар йәшәгән була[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 996 465 531 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (86 %) йәшәй[3].

  • А.Матросов урамы (рус. улица А. Матросова),
  • Булғар урамы (рус. улица Болгар),
  • Ғөбәй урамы (рус. улица Гобай),
  • К.Маркс урамы ((рус. улица К. Маркса),
  • М.Йәлил урамы (рус. улица М. Джалиля),
  • Мәсәлим урамы (рус. улица Масалима),
  • Тәтер урамы (рус. улица Тятер),
  • Урал урамы (рус. улица Уральская),
  • Шамил Уләйев урамы (рус. улица Шамиля Уляева)[4].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 193. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. https://www.gosspravka.ru/02/041/000061.html