Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы | |||||
ҡаҙ. Қазақ Советтік Социалистік Республикасы | |||||
| |||||
Девиз: ««Барлық елдердің пролетарлары, бірігіңдер!»» | |||||
Гимн: «Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт гимны» ҡаҙ. Қазақ ССР-інің мемлекеттік гимні | |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Аҡса берәмеге | |||||
Майҙаны |
2 717,3 мең км² | ||||
Халҡы |
16 711 мең кеше | ||||
Идара итеү формаһы |
Совет республикаһы | ||||
Сәғәт бүлкәттәре |
+5, +6 | ||||
Телефон коды |
+31 | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Ҡаҙағстан КП ҮК 1-се секретары | |||||
• 1937 — 1938 |
Мирзоян Левон Исаевич (республиканың тәүге башлығы) | ||||
Ҡаҙаҡ ССР-ы Президенты | |||||
• 1990 — 1991 |
Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы (республиканың һуңғы башлығы)[1] | ||||
Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә | |||||
Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (ҡаҙ. Қазақ Советтік Социалистік Республикасы, Ҡаҙаҡ ССР-ы) — СССР составында союздаш республика.
Майҙаны — 2717,3 мең км² (СССР-ҙа 2-се урын). Халҡы — 16 536 мең кеше (1989). Баш ҡала — Алма-Ата.
Хәҙерге ваҡытта суверен дәүләт — Ҡаҙағстан Республикаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 26 авгусында РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола. 1925 йылда Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә. Ырымбур губернаһы Урта Волга крайы составына бирелгәс, республиканың баш ҡалаһы Ҡыҙылурҙа ҡалаһына күсерелә. 1927 йылда Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.
СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң, 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы РСФСР составынан сығарылып союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (Ҡаҙаҡ ССР-ы) тип атала башлай.
1990 йылдың 25 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1991 йылдың 10 декабрендә илдең атамаһы «Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы» урынына «Ҡаҙағстан Республикаһы» тип үҙгәртелә[2][3][4].
1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстан үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә[5].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдарҙа, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү планына бәйле, Ҡаҙаҡ ССР-ы территорияһында бер нисә өлкәләрҙе берләштергән 3 край ойошторола (улар 1964—1965 бөтөрөлә):
- Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре), административ үҙәге — Аҡтүбә.
- Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре), административ үҙәге — Целиноград.
- Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре), административ үҙәге — Шымкент.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында СССР-ҙың көнбайыш райондарынан Ҡаҙаҡ ССР-ына яҡынса 150 ҙур заводтар һәм фабрикалар эвакуациялана. Һуғыш осоронда Текелий ҡурғаш-цинк комбинаты; Джезде (марганец), Березовск, Мирғалимсай һәм Байжансан рудниктары; Ҡаҙаҡ металлургия заводы, Аҡтүбә металлургия заводы төҙөлә.
Ҡарағанды күмер бассейнында етеҙ ысул менән тиҫтәләгән яңы шахталар, ә Эмба үҙәнендә яңы нефть ятҡылыҡтары сафҡа инә. Республика фронтҡа һәм тылға аҙыҡ-түлек, ә оборона сәнәғәтенә ҡиммәле стратегик сырье (күмер, нефть, баҡыр, ҡара ҡурғаш, хромит, марганец, вольфрам, молибден, цинк, кадмий, висмут һ.б.) тапшыра.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң, республикала яңы заводтар, фабрикалар, рудниктар, электростанциялар сафҡа инә. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең эре предприятиелары төҙөлә. Яңы ҡалалар һәм эшселәр ҡасабалары барлыҡҡа килә, тимер һәм автомобиль юлдары һалына.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]йыл | халыҡ (мең кеше) | шул иҫәптән ҡала халҡы | тыуым (мең кешегә) |
---|---|---|---|
1926 | 6025 | 512 | ? |
1940 | 6148 | 1833 | 40,8 |
1959 | 9295 | 4067 | |
1970 | 13009 | 6538 | 23,4 |
Төп халыҡ — ҡаҙаҡтар (1970 йылғы йәниҫәп буйынса 4161 мең кеше[18]). 1970 йылғы йәниҫәп буйынса башҡа милләттәр: рустар (5499 мең кеше[18]), украиндар (930 мең кеше[18]), татарҙар (288 мең кеше), үзбәктәр (208 мең кеше[18]), белорустар (198 мең кеше), уйғырҙар (121 мең кеше), корейҙар (82 мең кеше), дунгандар (17 мең кеше) һ.б.
Өлкә | Дөйөм халыҡ иҫәбе | Ҡаҙаҡтар | Рустар | Украиндар | Немецтар | Татарҙар | Үзбәктәр | Уйғырҙар | Белорустар | Әзербайжандар | Корейҙар | Поляктар | Төрөктәр |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Аҡтүбә | 732653 | 407222 | 173281 | 74547 | 31628 | 16924 | 754 | 4736 | 1350 | ||||
Уральск | 629494 | 351123 | 216514 | 28092 | 4550 | 12703 | 353 | 5112 | 847 | 631 | |||
Маңғышлаҡ | 324243 | 165043 | 106801 | 10159 | 1136 | 5193 | 937 | 1697 | 4568 | 816 | |||
Гурьев | 424708 | 338998 | 63673 | 3749 | 1401 | 4913 | 1066 | 657 | 3000 | ||||
Ҡыҙылурҙа | 644125 | 511976 | 86042 | 11497 | 2108 | 5934 | 3797 | 816 | 12182 | ||||
Шымкент | 1818323 | 1012265 | 278473 | 33033 | 44526 | 34615 | 285042 | 3488 | 27049 | 11430 | 20856* |
11051 | |
Джамбул | 1038667 | 507302 | 275424 | 33903 | 70150 | 16618 | 21512 | 23355** | 3986 | 11653 | 13360 | 17145 | |
Алма-Ата ҡалаһы | 1121395 | 252072 | 663251 | 45598 | 20117 | 27288 | 4996 | 40880 | 7459 | 5029 | 16073 | ||
Алма-Ата өлкәһе | 977373 | 406823 | 294236 | 18496 | 61277 | 9993 | 103704 | 4731 | 18313 | 4902 | 19146 | ||
Талдыҡурған | 716076 | 360453 | 235329 | 12186 | 35329 | 10032 | 30469 | 2061 | 13581 | ||||
Еҙҡаҙған | 493601 | 227402 | 172272 | 29467 | 24179 | 10322 | 6795 | 4430 | |||||
Ҡарағанды | 1347636 | 231782 | 703588 | 107098 | 143529 | 45481 | 30971 | 11541 | |||||
Көнсығыш Ҡаҙағстан | 931267 | 253706 | 613846 | 16186 | 22768 | 8908 | 4965 | 518 | |||||
Семипалатинск | 834417 | 432763 | 300583 | 19503 | 44113 | 19063 | 4048 | 1035 | |||||
Ҡустанай | 1222705 | 279459 | 534715 | 177986 | 110397 | 27767 | 35356 | 4085 | |||||
Төньяҡ Ҡаҙағстан | 599696 | 111631 | 372263 | 38059 | 39293 | 15019 | 7704 | 496 | 6324 | ||||
Көкшетау | 662125 | 191275 | 261797 | 55575 | 81985 | 11509 | 17228 | 1000 | 25400 | ||||
Целиноград | 1006793 | 224809 | 447844 | 94455 | 123699 | 24318 | 28683 | 1961 | |||||
Павлодар | 942313 | 268512 | 427658 | 86651 | 95342 | 20152 | 12293 | 924 | |||||
Барлығы | 16464464 | 6434616 | 6227549 | 896240 | 957518 | 327982 | 332017 | 185301 | 182601 | 90083 | 103315 | 59956 | 49567 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң вазифаһнда ҡала.
- ↑ Об изменении наименования казахской советской социалистической
- ↑ Конституция Республики Казахстан от 28 января 1993 года см. «ПЕРЕХОДНЫЕ ПОЛОЖЕНИЯ»
- ↑ О Конституции Республики Казахстан — ИПС «Әділет»
- ↑ Конституционный закон Республики Казахстан от 16 декабря 1991 года № 1007-XII «О государственной независимости Республики Казахстан»
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Области Казахстана 2012 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Восточно-Казахстанская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Джамбульская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Историко-краеведческий сайт Шуак: Караганда 2014 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Кзыл-Ординская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Кокчетавская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Кустанайская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Мангышлакская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Города и области Казахстана
- ↑ Семипалатинская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Тургайская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Целиноградская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
- ↑ Национальный состав населения СССР (по данным Всесоюзной переписи населения 1989 г.), М., Финансы и статистика, 1991. — С. 102
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казахская Советская Социалистическая Республика // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Форум История Казахстана
- Могучий взлёт КазССР 2013 йыл 16 ноябрь архивланған.
- История Казахской Советской Социалистической Республики в годы Революции и послевоенные годы 2012 йыл 26 ноябрь архивланған.
Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә |