Һоло
Һоло | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Avena sativa L., 1753 | ||||||||||||||
|
Һоло (рус. Овёс посевно́й, Овёс кормово́й, Овёс обыкнове́нный, лат. Avéna sátiva) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50-170 см-ға етә. Июнь-июль айҙарында сәскә ата, июль-сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә торған ауыл хужалығы культураһы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер йыллыҡ үлән үҫемлеге.
Сәскәлек өлөшө — һеперткегә оҡшаш, эре, бер аҙ һалынып торған башаҡтары ян-яғынан бер аҙ төрөлгән ике өс сәскәнән тора; башаҡтағы тәңкәләре эре, арҡа яғынан бер аҙ йоморолана, ситтәре ярылы. Түбәнге сәскә тәңкәһе осҡа табан бер аҙ киҫелгән була, ике тешле, ҡылсыҡлы. Емшәненең осо төклө; башаҡ нигеҙенән йәки уртаһынан ҡауырһынлы емешлек ауыҙы сығып тора.
Емеше — иген, сәскә тәңкәһе менән тығыҙ итеп төрөлгән һәм оҙонса улаҡ эсенә ҡуйылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һолоноң тыуған ере — Монголия һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш провинциялары. Уны бойҙай менән арпаға ҡарағанда һуңыраҡ, беҙҙең эраның II мең йыллығында ғына эшкәртә башлайҙар. Ул борай сәсеүлектәрен сүп үләне кеүек баҫып ала, әммә игенселәр уны бөтөрөргә ашыҡмай, сөнки был культураның аҙыҡ булараҡ бик файҙалы булыуын аңлап алалар. Уны төньяҡ төбәктәрҙә лә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, һоло әкренләп йылылыҡ яратҡан борайҙы сәсеүлектәр әйләнешенән ҡыҫырыҡлап сығарыуға өлгәшә.
Һолоноң килеп сығышы тураһында фараздың авторы — Николай Иванович Вавилов. 1916 йылда Иран буйлап сәйәхәтендә ул Хамадан (Triticum dicoccum) янында борай баҫыуҙарын күреп ҡала. Баҫыуҙар ғәҙәти һоло (Avena sativa) үҫентеләре менән сүпләнгән була. Быға тиклем Иранда ла, уның күршеләрендә лә һолоно тик борай сәсеүлектәрендә генә осратырға мөмкин була[1].
Һоло Бронза быуаты ауылдарында — хәҙерге Швейцария, Франция и Дания территорияһында ла табыла. Был культура тураһында беҙҙең эраға тиклем IV быуатта йәшәгән грек табибы Диейхстың яҙмаларында атап үтелә. Өлкән Плиний, боронғо германдар һолоны үҫтереп, унан бутҡа бешергән, тип яҙа. Римлылар һәм гректар, был культураны тик малдарға яраҡлы, тип иҫәпләп, уларҙан көлгәндәр[2]. Гален мәғлүмәттәре буйынса, Һиндостанда ла һоло сәсәләр. Диоскорид, һоло хаҡында яҙыуҙан тыш, уны үҙенең медицина практикаһында ла ҡуллана[1].
779 йылда һолоноң инглиз-саксон Англияһында ла күп итеп үҫтерелеүе тураһында документаль раҫлауҙар бар. Быуаттар дауамында һыу һәм тоҙ ҡушып, һоло ононан бешерелгән йәймәләр Бөйөк Британияла, айырыуса Шотландияла йәшәүселәр өсөн төп ризыҡ була. Һоло — һалҡын һәм дымлы климатта яҡшы уңыш биргән берҙән-бер иген культураһы. Һоло йәймәләре шулай уҡ Уэльста һәм Ирландияла ла бик популяр була. Цереологияның боронғо документтарының береһе һаналған 1678 йылда яҙылған Шайтан-ураҡсы хартфордшир ксилографияһында шайтандың һоло баҫыуында ҡулсалар яһауы һүрәтләнә[3].
Нюрнбергта 1290 йылда һыраны тик арпанан ғына ҡойорға, тигән закон сығарыла. Һыраны һоло, бойҙай һәм арыштан ҡойоу ҡәтғи тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан XVI быуатта Гамбург һәм Нюрнберг оҫталары һолонан һыра ҡойорға өйрәнә[4].
Рәсәйҙә элек-электән һоло мөһим иген культураларының береһе була[5][6]. Рәсәй халҡы һоло ононан (Толокно) әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы меңәр йылдар һуҙымында бешергән һәм ҡулланған. Хатта һолонан кисель дә ҡайнатҡандар, был хаҡта «Повесть временных лет» тарихи яҙмаһында иҫкә алына[2].
Төньяҡ Америкаға һолоно шотландтар килтерә һәм Массачусетс штатының яр буйынан әллә ни алыҫ урынлашмаған Элизабет утрауҙарына сәсә, артабан был иген культураһы бөтә илгә тарала. Тәүҙә аттарға ашатыу өсөн сәселә, ләкин Шотландиянан килгән эмигранттар уны бутҡалар, пудингтар һәм бәлештәр бешереүҙә лә ҡуллана[2].
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һолоноң 26 төрө бар. Ул, нигеҙҙә, Европа, Азия ҡитғаларында үҫә, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала бик һирәк осрай. Ҡырағай һолоноң да бер нисә төрө бар[7].
Һолоноң культуралы төрҙәре ауыл хужалығы култураһы булараҡ баҫыуҙарҙа үҫтерелә. Был файҙалы үҫемлектең сорттары селекция ярҙамында яҡшыртыла.
Хужалыҡта ҡулланыу өсөн бигерәк тә сәсә торған һоло (Avena sativa), йәки мал һолоһо — ғәҙәти һоло киң таралған. Һолоноң башҡа төрҙәре ҡый үләнедәре төрөнә ҡарай, улар араһында ҡара һоло (Avena fatua) — бик тиҙ үрсеүсән ҡый үләне.
Агротехника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәсеү әйләнешендәге урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кукуруз, картуф, иген-ҡуҙаҡлылар, баҡса культуралары, етендән һуң һолоно сәсеү мул уңышты гарантиялай. Әммә һолонан һуң шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тәҡдим ителмәй, сөнки нематода сире таралған булыуы ихтимал. Һолоно тағы бойҙайҙан һуң сәсергә мөмкин[8].
Тупраҡты эшкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тейешенсә үҫеү өсөн һолоға дым күп талап ителә. Иген культураларынан һуң һоло сәсергә йыйынғанда дым запасын һаҡлап ҡалыу өсөн ерҙе һөрөргә һәм йомшартырға кәрәк. Ҡоролоҡло йылдарҙа һоло сәсеүлектәренең уңышы түбәнәйә.
Яҙын һөрөү ерҙәге дымды кәметә, йыш ҡына уңыш гектарынан 5 центнерға тиклем кәмерәк сыға. Түбәнерәк урынлашҡан һәм һаҙмат урындарҙа ғына яҙын һөрөүҙе ҡулланырға мөмкин. Тик ерҙе мотлаҡ тырматырға һәм ерҙең кибеүен булдырмау өсөн, тешле катуктар менән тапатырға кәрәк.
Ашламалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа иген культураларынан айырмалы, һоло тупраҡ уңдырышлығына әллә ни талапсан түгел, ул туҡлыҡлы матдәләрҙе әүҙем үҙләштерергә һәләтле. Ауыр ирегән берләшмләрҙән калийҙы ла яҡшы үҙләштерә, дымлы райондарҙа фосфорит оно ашлама булараҡ ҡулланыла. Урман-дала зонаһында тупраҡҡа тиҙәк индереп өс-дүрт йыл үткәс кенә һоло сәсәләр. Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, һолоно бойҙай йәки арыштан һуң ултыртҡан осраҡта гектарына 30 кг иҫәбенән азот һәм фосфор ашламаларын ергә индереү уңышты 4 — 8 центнерға арттыра. Ҡомло тупраҡҡа һолоно картуфтан һуң сәсеү уңышлы.
Киптерелгән торфлы тупраҡҡа гектарына 80—100 килограмм калий ашламаһын индереү мотлаҡ, ә һаҙлыҡлы баҫыуҙарҙа гектарына 30—50 килограмм иҫәбенән фосфор ашламаһы (P2О5) талап ителә. Бынан тыш пирит ҡалдыҡтары (гектарына 5 центнеров) йәки баҡыр купоросы ла (гектарына 15—20 килограмм) яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Сәсеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәсеүҙә төбәк өсөн районлаштырылған сорттар файҙаланыла. Эре орлоҡтар сәскән осраҡта уңыш гектарынан 5—6 центнерғаса күтәрелә. Сәсеү алдынан торон формалин иҙмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Һолоно бик иртә сәсергә тырышалар. Сәсеүҙе һуңлатырға ярамай, юғиһә уңыш бермә-бер кәмейәсәк.
Һолоно тар рәттәр менән арҡыры-буй ысул ҡулланып, йышыраҡ итеп сәсәләр.
Тупрағы дымлы булған төньяҡ райондарҙа һоло орлоғон 2,5—3 см, ә ҡара тупраҡлы ерҙәрҙә — 4—5 см, ҡоролоҡло көньяҡ райондарҙа 5—6 см тәрәнлеккә сәсәләр.
Сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һауа шарттары ҡоро булһа, сәскәндән һуң сәсеүлектәрҙе тешле катуктар менән катуклап сығалар, әгәр ер дымлы булһа, тырматалар. Әммә тырматҡанда сәселгән орлоҡтарҙың да зыян күреүе ихтимал. Ҡый үләндәрен бөтөрөү өсөн гербицидтар файҙаланыла.
Һоло урыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һолоно башҡа иген культураларын һуғыуҙа файҙаланылған комбайндар менән туран-тура йәки айырым ысул ҡулланып һуғалар. Һолоноң өҫкө орлоғо өлгөрөп етеү менән уны йыйып алырға кәрәк, юғиһә орлоҡтарҙың ергә ҡойолоп бөтөүе ихтимал. Әммә хәҙер орлоҡтарҙың ҡойолоуын булдырмаған сорттар уйлап табылған[8].
Борондан Рәсәйҙә һоло урағына иҫке стиль буйынса 26 августа төшкәндәр, халыҡ был көндө Наталья Овсяница тип йөрөткән.
Һоло үҫтергән илдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йыл (миллион тонна)[9] |
2016 йыл (миллион тонна)[10] |
2018 йыл (миллион тонна)[10] | |
---|---|---|---|
Рәсәй Федерацияһы | 4,03 | 4,76 | 4,72 |
Канада | 2,68 | 3,02 | 3,44 |
Испания | 0,80 | 0,88 | 1,49 |
Австралия | 1,05 | 1,30 | 1,23 |
Польша | 1,44 | 1,36 | 1,17 |
ҠХР | 0,60 | 0,89 | 1,00 |
Бразилия | 0,52 | 0,88 | 0,90 |
Финляндия | 1,16 | 1,04 | 0,82 |
Бөйөк Британия | 0,78 | 0,82 | 0,85 |
АҠШ | 0,93 | 0,94 | 0,81 |
Германия | 0,67 | 0,54 | 0,58 |
Аргентина | 0,44 | 0,78 | 0,49 |
В целом в мире | 20,7 | 23,0 | 23,1 |
Һоло уртаса климатлы зонала игелә. Бойҙай, арыш йәки арпанан айырмалы рәүештә, ул йылылыҡты бик талап итмәй, дымлылыҡты ярата, шуға ла йәйҙәре дымлы һәм һалҡыныраҡ булған территорияларҙа уны күпләп үҫтерәләр, мәҫәлән, Европаның төньяҡ-көнбайышында. Рәсәйҙә (донъя буйынса үҫтерелгән һоло сәсеүлектәренең 20 проценты) һәм Канадала, шулай уҡ Польша, Финляндия һәм Белоруссияла һоло — төп иген культураларының береһе.
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берлеге территорияһында һоло сәсеү Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы булмаған зонаһында, Белоруссия, Ҡаҙағстан, районах Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә киң таралған.
Заманса технологияларҙы ҡулланып эшләгән осраҡта һолоноң гектарынан 50—55 центнер уңыш алына, ә ауыл хужалығы культураларын һынау үткәрелгән учаскаларҙа гектар көсө 65—80 центерға етә[11].
Хужалыҡтағы әһәмиәте, ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һоло аҙыҡ сәнәғәтендә киң файҙаланыла. Үҫемлек, башҡа иген култураларынан айырмалы рәүештә, йылылыҡҡа һәм тупраҡтың уңдырышлылығына ҡарата әллә ни талапсан түгел, ҡырауҙарға бирешмәй, һолоға тиҙ арала тамырланыу хас, шуға ла башҡа үҫемлектәр менән сағыштырғанда ул ҡоролоҡто еңел кисерә[12]. Аҙыҡ культураһы булараҡ, һолоноң әһәмиәтен уның орлоғоноң биохимик составы билдәләй[7]. Төрөнә ҡарап уның биохимик составы ла үҙгәрә. Аҡһым сифаты орлоҡтарҙағы аувпаИп төркөмөнә ҡараған глобулиндарҙың һанына бәйле (70-80 % тулы аҡһым)[13].
2018 йылда Рәсәйҙә һоло сәсеүлектәре 2,848 млн га ерҙе биләй һәм 4,7 млн тонна уңыш йыйып алына[14]
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һолоноң тыуған яғы — Монголия һәм Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш провинцияһы. Ауыл хужалығы культураһы булараҡ бөтә донъяға таралған.
Урта диңгеҙ ярҙары буйынса һолоноң (Avena) 33 төрө таралған. 2−4 эре сәскәле эре башаҡсыҡтар йәйенке һеперткегә йыйылған. Игеүле һоло (A. sativa) — киң майҙандарға сәселә торған культура. Сәсеү майҙаны буйынса бөртөклөләр араһында бойҙай, арыш, кукуруз, арпанан ҡалып, бишенсе урында килә.
Һоло орлоғонан талҡан, һоло ярмаһы, геркулес әҙерләйҙәр. Һоло мал аҙығы итеп тә ҡулланыла.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
- Рожевиц Р. Ю. Род 132. Овёс — Avena // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин — М.—Л.:Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 267—268. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз. (рус.)
- Мәүлүдова Л. Г. MIl Ботаника: Югары төзелешле үсемлекләр систематикасы: Югары уку йортлары өчен д-лек.— Казан: Мәгариф, 2002. — 447 б.: рәс. б-н. — ISBN 5-7761-0954-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Овёс в народной медицине 2011 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ 1,0 1,1 Хлеб — всему голова? Ломоть четвёртый. Овес: история и …
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Энциклопедия — Овес 2012 йыл 4 август архивланған..
- ↑ THE 'MOWING DEVIL' INVESTIGATED 2013 йыл 21 ғинуар архивланған. (инг.)
- ↑ Пиво Германии 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ [ Овёс] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Овес — одна из самых распространенных зерновых культур в Казахстане 2012 йыл 4 сентябрь архивланған..
- ↑ 7,0 7,1 Лоскутов И. Г. Овёс (Avena L.). Распространение, систематика, эволюция и селекционная ценность.. — ГНЦ РФ ВИР. — СПб, 2007. — 336 с.
- ↑ 8,0 8,1 Биологические особенности и технология выращивания овса 2011 йыл 17 октябрь архивланған. (укр.)
- ↑ The Top Oat Producing Nations In The World (инг.)
- ↑ 10,0 10,1 Продовольственная и сельскохозяйственная организация ООН
- ↑ Растениеводство: учебник / А. И. Зинченко, В. Н. Салатенко, М. А. Белоножко. — К.: Аграрное образование, 2001. — 591 с. (укр.)
- ↑ Корнилов И.м, Беспалов А.в Минимализация обработки почвы под овес // Международный научно-исследовательский журнал. — 2015. — В. 4—1 (35). — ISSN 2303-9868.
- ↑ Баталова Галина Аркадьевна, Кротова Надежда Викторовна, Вологжанина Елена Николаевна, Жуйкова Ольга Анатольевна, Журавлева Галина Павловна Источники овса голозерного для селекции на качество зерна // Аграрная наука Евро-Северо-Востока. — 2018. — В. 5 (66). — ISSN 2072-9081.
- ↑ Посевные площади, валовые сборы и урожайность овса в России. Итоги 2018 года — Agrovesti.net | АПК