Аир ҡамышы
Аир ҡамышы | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | A. calamus |
---|---|
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Acorus calamus L., 1753[1] |
Таксономия рангыһы | Төр[1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Аир[d][1] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Kalmus[2][3], calamus[4], Jeureunggèë, Bēowyrt, وج, Bataqlıq kəcəvəri, Ajers, Аер, Аер звычайны, Аир блатен, Блатен аир, Jariangau, বচ, Càlam, puškvorec obecný, Zwëczajny kalmùs, Gellesgen bêr, Kalmus, Ackerwurz, Gewürzkalmus, Kaninchenwurz, Kaninchenwurzel, Karremanswurz, Karremanswurzel, Magenbrand, Magenwurz, Nagenwurz, Rotting, Schwertheu, Würtzriedt, Zehrwurz, beewort, calamus root, calamus-root, flag root, muskrat root, pine root, rat root, sweet calomel, sweet cane, sweet flag, sweet myrtle, sweet rush, sweet sedge, sweet-flag[3], Kalam-akoro, Ácoro, cálamo aromático, Harilik kalmus, Jõemõõk, Luhamõõk, Lasturrin, اگیر ترکی, وج, Acore odorant, Jonc odorant, Schoenante, Swaanenbruad, Kalmuswoartel, बच, Iđirot, Wšědny kalmus, Orvosi kálmos, Jeringau, Akoro, Acoro, Calamo aromatico, Calamo, しょうぶ, ショウブコン, 菖蒲根, Шалшық андызы, ಬಜೆ, 창포, Жөнөкөй айыр, Balinis ajeras, Kalme, Parastā kalme, Smaržīgā kalme, വയമ്പ്, Pokok Jerangau, बोझो, Kalmoes[5], Zwanenbrood, Kalmusrot, Ajer, Tatarak zwyczajny, ملٹھی, Açoro, Cálamo-aromático, Cana-cheirosa, Obligeană, Аир болотный, Аир обыкновенный, Аир тростниковый, Ирный корень, वामनी, Манчаары, Iđirot, වදකහ, puškvorec obyčajný, Kashtëfryza, Kalmus, Kalmusrot, வசம்பு, వజ, వస, ว่านน้ำ, Azakeğeri, Hazanbel, Аїр звичайний, Аїр тростинний, Аїр тростиновий, Лепеха звичайна, Татарське зілля, داج قلموس, Thủy xương bồ, 白菖, 白菖蒲[6], 菖蒲[7][8][9][…], 藏菖蒲[8], Sweet Flag[10], kalmoes[3], acore[3], rohtokalmojuuri[11], 菖蒲[12][13], 白菖蒲[13], 臭草[13], 臭菖蒲[13], 臭蒲[13], 大菖蒲[13], 大叶菖蒲[13], 家菖蒲[13], 剑菖蒲[13], 剑叶菖蒲[13], 凌水挡[13], 泥菖蒲[13], 山菖蒲[13], 十香和[13], 石菖蒲[13], 水菖蒲[13], 水剑草[13], 土菖蒲[13], 溪菖蒲[13], 香蒲[13], 野菖蒲[13], 野枇杷[13], 水菖蒲[8], 菖蒲(水菖蒲、藏菖蒲)[8], 菖蒲、水菖蒲[8], 细根菖蒲[8][14], 狭叶菖蒲[14], Sweetflag[15] һәм pravi kolmež[16] |
Имеет плод типа | ягода[d] |
Этот таксон является источником | Аирное масло[d] |
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы | находятся под наименьшей угрозой[d][17] |
Природоохранный статус по версии NatureServe | apparently secure[d] |
Вики-проект | Проект:Инвазионная биология[d] |
Зоны морозостойкости растений | 4[d][18] |
Ареал таксона | Пекин[7], Ҡытай[9][19][20][…], Шанхай[21], Фуцзянь[d][22], Тяньцзинь[23], Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы[24], Тибетский автономный район[d][25], Гуандун[d][26] һәм Zhoushan Archipelago[d][27] |
Ссылка на авторов таксона | L. һәм (Guss. ) H. Lindb. |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[28] |
PAEnflowered taxon URL | paenflowered.org/apgii/a… |
Аир ҡамышы Викимилектә |
Аир ҡамышы йәки , иртамыр, Ҡылыс үлән (лат. Ácorus cálamus, рус. Аир обыкновенный) — яр буйҙары, һыу һәм һаҙлыҡ урындары үҫемлеге. Күп йыллыҡ үлән. Иртамыр монотип ғаиләһе (Acoraceae), Иртамыр ырыуына ҡараған төр . Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Европала, Төньяҡ Америкала, Рәсәйҙең европа өлөшөндә һәм Себер көньяғынан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем урындарҙа таралған.
Хуш еҫле тәмләткес үҫемлек. Медицинала, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лавр япрағын, дәрсенде һәм имбирҙы алмаштырыусы үҫемлек булараҡ ҡулланыла.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрҙең фәнни атамаһы латын һүҙе calamus — "ҡамыш, һабаҡ", шул уҡ мәғәнәләге κάλαμος тигән грек һүҙенә барып тоташа.
Башҡа телдәрҙә атамаһы:
- урыҫ телендә: аир, аир болотный, гавиар, игир, ир, ирный корень, касатик, касатник, косатик, лепеха, лепешник, пищалка, татарский сабельник, татарское зелье, явр.
- белорус телендә: яер, плюшнік, явар, аір, аера, ірны корань, шувар, ярай.
- украинса: аїр, зілля татарськ, лепеха, шувар.
- инглизсә: calamus, flagroot, myrtle-flag, sweet calamus, sweet-flag, sweetroot.
- французса: acore calame, acore odorant, acore vrai.
- башҡа телдәрҙә: немецсә — Kalmus, итальянса — calamo, испан телендә — cálamo aromático, calamís.
- санскрит — vacha.
Ботаник тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аир ҡамышы. Ботаническая иллюстрация из книги О. В. Томе Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz, Гера, 1885
|
Тура һабаҡлы, тармаҡһыҙ,осло өс ҡырлы һабаҡлы булған күп йыллыҡ үлән.Рәсәйҙең Европа өлөшө шарттарында был үҫемлек 50-120 сантиметр бейеклеккә етә.
Тамырһабағы ялпаҡ цилиндр формаһында, кәүшәк, ҡалын, горизонталь, бормаланып, йәйелеп үҫә. Диаметры 3 см-ға , оҙонлоғо 1,5 м тиклем етә. Тыштан көрәнһыу йәки йәшкелт-һары. Эсе аҡ, алһыу төҫмөр менән.
Тамырһабаҡтың аҫтынан оҙонлоғо 50 см тиклем бер рәттә урынлашҡан бау рәүешендәге кәкерсәкле (зигзагообразно) тамырҙар китә. Өҫтән япраҡ еңсәләренең ҡалдыҡтары ҡаплап тора.
Тамырһабаҡтары тупраҡ өҫтөнә яҡын урынлашҡан, һирәк кенә тәрәнлеге 10 см-ға тиклем етергә мөмкин.Тәме әсе, өтөп барыусан, ауыҙҙы бөрөштөрә, телде ҡамаштыра торған, көслө хуш еҫле.
Япрағы тар ҡыяҡлы, асыҡ-йәшел, итләс, ҡылыс формаһында, сиратлы, киңлеге 2-5 см һәм 60-120 см оҙонлоғонда, бер яҡтан улаҡлы , икенсе яҡтан —осло ҡырлы.
Тамырһабаҡтарҙың остарында һәм ян тармаҡтарында айырым шәлкемдәр булып урынлашҡандар. Тура тармаҡланмаған һабаҡтары , япраҡҡа оҡшап йәшел.
Япраҡтары төп һабаҡты уратып алып, бер-береһе менән йәбешеп үҫә. Шуға сәскәлектәре япраҡ уртаһынан сыҡҡан һымаҡ күренә.
Сәскәләре ике енесле, ваҡ, йәшкелт-һары. Сәскә эргәлеге алты япрҡсалы, ябай, дөрөҫ, төҫһөҙ. Япраҡсалары ярылы, осо бер аҙ бөгөлгән.
Сәскәләре цилиндрик-конус формаһындағы оҙонлоғо 4-12 см тиклем һәм диаметры 1 см тиклемге сәкәндәргә ойошҡан (емештәре 2 см тиклем). Сәкәндең итләс күсәрендә тығыҙ итеп урынлашҡандар.
Сәскә формулаһы : [29]
Сәкәндең төбөнән көплөк булып башҡа япраҡтарға оҡшаған тәрән улаҡлы йәшел, оҙон (50 см тиклем) ҡаплама япраҡтың (япма) туранан-тура дауамы булараҡ сәскә һабағы сыға.
Һабағы ҡаплама япраҡлы (япма), сама менән япраҡтарҙың бейеклегенә тиң. Емшәне үрге, өс оялы, алты ҡырлы. Һеркәстәре алтау, улар сәскә эргәлеге япраҡтарына ҡаршылаш. Емшәне берәү, емеш ауыҙсаһы ултырма.
Башта сәскәлә емеш ауыҙсалары өлгөрә, ә һеркәләктәре емеш ауыҙсаһы һеркәләрҙе ҡабул һәләтен юғалтҡас ҡына асыла. Рәсәйҙең европа сәскә атыу осоро июнь — июль айҙарына тура килә. Майҙан июль аҙағына тиклем сәскә ата.
Емеше - күп орлоҡло тиреле, ҡоро (һарғылт) оҙонса ҡыҙғылт йәки йәшел төҫтә, аҫтараҡ сәскә ҡолаҡсындары менән солғап алынған.
Рәсәй һәм Көнбайыш Европа биләмәһендә был төр тиҡ вегетатив юл менән генә үрсей. Боҙ киткәндә тамырһабаҡтың һыныусан киҫәктәре барлыҡҡа килә һәм ярға эләккәнсе ташҡын һыуҙа ағып йөҙәп бара.
Бында үҫемлектәр емеш барлыҡҡа килтермәй. Сөнки был төбәктә уларҙы һеркәләндерерҙәй бөжәктәр юҡ.. Икенсе бер фараздар буйынса енси үрсеү булмауының сәбәбе бындағы үҫемлектәрҙең триплоид булыуында.
Экологияһы һәм таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төрҙөң тыуған иле һиндостан һәм Ҡытай тип фаразлайҙар. Әммә ул борондан уҡ бөтөн Азияла кеше ярҙамында таралған булған. Төрҙөң хәҙерге ареалы дүрт зонанан тора:
- Азия — Һиндостан һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия;
- Себер — Уссурийский крайы, көньяҡта Себер һәм Алыҫ Көнсығыш;
- Европа — Европа һәм Рәсәйҙең европа өлөшө;
- Америка — Бразилия, АҠШ һәм Канаданың көньяҡ өлөшө Канада.
Яҡын Көнсығышта иртамыр менән яҡынса 4000 йыл элек һатыу итә башлағандар.. Киптерелгән хәлдә Көнсығыштан Боронғо Грецияға һәм Боронғо Римгә килеп эләгә.
Урта быуаттарҙа хуш еҫле тамыр Төркиә аша Европаға шәкәрләнгән көнсығыш тәм-томо итеп килтерелә башлай. Төрөктәр «хуш еҫле ҡамыш» серен бик ентекләп һаҡлай.
Шулай ҙа 1574 йылда Төркиәләге Австрия илсеһе К. Клузиус Вена ботаник баҡсаһының директорына үрсетергә яраҡлы хуш еҫле тамыр үҫентеләрен табып ебәрергә өлгәшә. Баҡһаң, Көнсығыш Европа был экзотик үҫемлек түгел, ә «татар үлән» йәки «татар сере» тигән атама аҫтында билдәле ябай үҫемлек булып сыға. .XVI быуаттан Көнбайыш Европала иртамырҙы дарыу үҫемлеге итеп махсус үрсетә башлайҙар.Төньяҡ Америкаға был үҫемлек 1783 йылда барып эләгә.
Рәсәйҙә иртамырҙың ареалы бүлгеләнгән. Европа өлөшөнөң башлыса көньяғында осрай.Төньяҡ сиге урман зонаһының көньяғы. Көнсығыш сиге Волгаға тиклем етә . Себерҙә Иртыштан Тымыҡ океан ярына тиклем. Төньяҡ сиге Саханың (Яҡутстан) үҙәк өлөшөнә барып етә[30].
Хәҙерге ваҡытта иртамырҙы Көнбайыш Европала, Ҡытайҙа, Һиндостанда, Мьянмала, Индонезияла, Бразилияла, Украинала һәм Белоруссияла махсус үҫтерәләр. Ҡаҙағстанда ла күпләп әҙерләргә мөмкинлек бар. Иртыш йылғаһының үҙәнендә был үҫемлектең бай запасы бар.
Иртамырҙың таралыуын таҙа һыулы һыу ятҡылыҡтары ярында үҫеүе менән бәйләйҙәр. Күсмә халыҡ, сауҙәгәрҙәр һыу ятҡылыҡтары аша үткәндә тамырһабаҡтарын ташлап киткәндәр тип иҫәпләйҙәр.
Рәсәйгә был үҫемлек XII—XIII быуаттарҙа татарҙар алып килә. Улар иртамыр һыу ятҡылыҡтарын таҙарта, шуға бындай урындарҙан һыу эсеүе хәүефһеҙ тип һанағандар. Бының өсөн тамырһабаҡ киҫәктәрен үҙҙәренең юлдарында осраған бөтә һыу ятҡылыҡтарына ташлап барғандар.
Иртамыр һай һыулы урындарҙа, күл ярҙарында, һаҙлыҡ һәм быуа, йылға, тымыҡ ҡултыҡтарҙа һәм әкрен ағымлы йылғаларҙа (һыу менән реакцияһы нейтраль pH = 6,8—7,2), канауҙарҙа, яр буйҙарында, һаҙлыҡлы туғайҙарҙа, ләмле, ҡомло һәм торфлы тупраҡта үҫә.
Йыш ҡына иртамыр тотош үҙенән генә торған таҙа әрәмә барлыҡҡа килтерә. Ҡайһы берҙә ҡамыш, ҡырҡбыуын, күрән менән бергә үҫә.
Үҫемлек сеймалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамырһабаҡтарында составына бер нисә төрлөсесквитерпендар — азарон, β-каламен (10 %), каламенон, каламендиол, изокаламендиол, спирт сесквитерпеновый каламеол шулай уҡ D-камфен (7 %), D-камфора (8,7 %), борнеол (3 %), эвгенол, метилэвгенол, кариофиллен, элемен, куркумена, проазульный, акорона, изоакорона, аколамон, каларен, неокарон, һеркә һәм валериановый кислотаһы, фитонцидтар һәм башҡа матдәләр булған 5 % эфир майҙары бар. Эфир майҙары диплоид үҫемлектәрҙә уртаса 2,2 %, триплоидтарында — 3,1 %, тетраплоидтарында 6,8 % тәшкил итә.
Тамырһабаҡтан алынған май һары йәки ҡара-көрән төҫтәге шыйыҡлыҡ булып тора. Хуш еҫле һәм тәме әсе. Май 90 проценты спирттә эрей: сеймалды ваҡлап пар ярҙамында ҡыуҙырыу юлы менән алала.
Фармакологик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамырһабаҡтарҙағы матдәләр башлыса эфир майы һәм әсе акорин гликозиды.Тәм рецепторҙарына тәьҫир итеп итеп аппетит асыуға булышлыҡ итәләр, аш һеңдереүҙе, ашҡаҙан һуты бүленеүҙе көсәйтә.
Шулай уҡ тамырһабаҡ шеш процестарына ҡаршы ҡулланыла, яраларҙы төҙәтә, ауыртыныуҙы баҫа, нынысландырыу һәләтенә эйә. Йөрәктең тонусын күтәрә, мейеләге ҡан тамырҙарын нығытыуға булышлыҡ итә, хәтерҙе, күреү һәләтен көсәйтә.
Иртамыр препараттары күпмелер дәрәжәлә һығылыуҙы (быуылыуҙы) баҫа. Тамырһабаҡтағы терпеноидтар (проазульный, азарон) бактерияларға һәм шеш процестарына ҡаршы тороу үҙенсәлектәренә эйә. Иртамырҙың галеновый формалары үт ҡыуығы тонусына, үт бүленеүҙе һәм һәм диурезды күтәреүгә ыңғай йоғонто яһай.
Тамырһабаҡтарының тынысландырыу һәм ауыртыныуҙы баҫыу һәләттәре тураһында ла мәғлүмәт бар.
Медицинала ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дарыу маҡсатында тамырһабаҡты (лат. Rhizoma Calami) көҙ - ҡыш башында, һыу кимәле кәмегәндә йәки яҙ әҙерләйҙәр. Уларҙы көрәк менән ҡаҙып алалар йәки һәнәк менән ҡалҡытып алалар. Үҫемлектәр күпләп йығылған осраҡта һабан менән һөрөп сығаралар.
Йыйылған тамырһабаҡтарҙы тупраҡтан таҙартып һалҡын һыу менән йыуалар, тамырҙарын, япраҡтарын ҡырҡып ташлайҙар, бер нисә көн һауала ҡаҡлап киптерәләр.
Унан һуң оҙон тамырһабаҡтарҙы 15-20 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә теләләр. Йыуандарын (3 см ашыу) буйлата ҡырҡалар һәм бер ҡатлам итеп таратып япма аҫтында киптерергә ҡуялар. Киптереү өсөн йылыны ҡулланырға мөмкин, ләкин 25-30 °C температуранан юғары түгел. Сөнки тамырһабаҡтағы эфир майҙары юғары температура оса, һөҙөмтәлә сеймалдың сифаты кәмей[31].
Фармацевтика маҡсаттары өсөн тәғәйенләнгән киптерер алдынан тышҡы ҡабығынан таҙарталар.
1 тонна сей тамырһабаҡтан 250 кг ҡоро сыға сеймал алына. Әҙер продукция түбәндәге төп талаптарға яуап бирергә тейеш:
- дымлылығы 14 %,-ан артыҡ түгел,
- араһында серек үңәҙләнгәндәре булмаҫҡа тейеш,
-органик ҡушылмалар 1 %-ан , минералдары 2 % -ан артыҡ түгел,
-тамырһабаҡтың эсендә һороғайған урындары булған өлөштәре 5 %-ан, көлө 6 %-ан ашмаҫҡа тейеш[32].
Яҡшы итеп киптерелгән тамырһабыҡ киҫәге бөгөлөп-
һығылып тормаҫҡа, ә һынырға тейеш.
Тамырһабаҡтың эсе аҡһыл-алһыу төҫтә (һары йәки йәшкелт төҫтәге һирәк менән) булырға тейеш.
Сеймал ике срогы-өс йыл.
Яңы ҡаҙып алынған тамырһабаҡтарҙың уңышы 200-1200 г/м². тәшкил итә.
Бер тамырһабаҡ йылына 10-70 грамға арта.
Әһәмиәте һәм ҡулланышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртамыр тәмләткес үҫемлек булараҡ кеүек боронғо фарсылар һәм йәһүдтәргә электән билдәле булған. Ә боронғо грек һәм герман табиптары дарыу булараҡ ҡулланған.
Гиппократ иртамырҙан алынған дарыуҙар тураһында яҙып ҡалдырған.
Боронғо грек табибы Диоскорид был үҫемлекте бауыр талаҡ, тын юлдары сирҙәренән һәм шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу, тонус күтәреү өсөн ҡулланырға тәҡдим иткән.
Боронғо рим ғалимы һәм табип Өлкән Плиний ҙа был үҫемлек һәм унан алынған дарыуҙар тураһында яҙып ҡалдырған.
Әбүғәлисина уны бауыр һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан организмды таҙартҡанда бәүел ҡыуҙырыу өсөн сара сифатында тәҡдим иткән.
Иртамыр әрәмәләре һыу ҡоштары өсөн һыйыныу урыны булып хеҙмәт итә. Ондатра һәм йофарҙар тамырһабаҡтар менән туҡлана. Өйрәктәр орлоҡтарын (улар барлыҡҡа килгән һәм өлгөргән ерҙә) ашайҙар
Кулинарияла ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәмләткестәр булараҡ киптерелгән тамырһабаҡ мөшкәт сәтләүеге, лавр япрағы, имбир һәм дәрсен[33] урынына ҡулланыла.
Унан әҙерләгән. сәй, аппетитты аса,
үҙәк көйөүҙе кәметә һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлеген яҡшырта. Аҙ миҡдарҙа аш, һурпа, соус, кәбеҫтәнән аҙыҡ әҙерләгәндә, картуф һәм ит ҡыҙҙырғанда, балыҡ консервалағанда ҡулланыла. Алма, груша һәм ирәүәндән компот әҙерләгәндә ҡушыла.
Татлы ризыҡтар, емеш-еләк аштары һәм салаты, кондитер аҙыҡтар әҙерләгәндә, икмәк бешергәндә ҡулланалар.
Тамырһабаҡты сиропта ҡайнаталар, кондитер аҙыҡтар өсөн шәкәрләйҙәр.
Тамырһабаҡтың үҙен һәм эфир майын төрлө эсемлектәр етештергәндә ҡулланалар.
Япраҡ пластикаһы нигеҙенән хуш еҫле варенье бешерәләр.
Төркиәлә шәкәрләнгән иртамыр тамырһабағы —биҡ ҡиммәтле тәм-том.
Польшала һәм Литвала икмәккә хуш еҫ биреү өсөн япрағы өҫтәйҙәр.
Һиндостанда ит, ҡош ите һәм балыҡ ризыҡтарын тәмләтеү өсөн өҫтәйҙәр.
Халыҡ медицинаһында ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамырһабаҡтар - I-XI Рәсәй фармакопейы баҫмаларында исемлеккә индерелгән дарыу сеймалы.. Ул викаир, викалин һәм олиметин препараттары составына инә.
Фәнни медицинала спиртлы экстракты һәм эфир майҙарын аш һеңдереүҙе яҡшыртыу һәм аппетитты асыу, ашҡаҙан-эсәк, бауыр, үт ҡыуығы, талаҡ һәм бөйөр сирҙәренән, ҡаҡыртҡыс им итеп, бактерицид һәм тонусты күтәреү сараһы булараҡ ҡуллана. Тамырһабаҡтағы матдәләр, айырыуса әсе гликозид акорин тәм ҡуҙғытҡыстарына һиҙгерлекте арттыра һәм ашҡаҙан һутының рефлектор бүлеүен көсәйтә.
Шулай уҡ, рахит һәм диатездан балалар ваннаһы ҡушылмаһы составына инә.
Тамырһабаҡтың ҡайнатмаһы аппетиты асыу һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн ароматик матдә итеп ҡулланыла. Үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге тотҡарлағанда, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауыртҡанда тонус күтәреү өсөн файҙа итә. Һары ауырыуынан, тапма сиренән, ауыҙҙы сайҡатыу өсөн, теш һыҙлағанда ҡулланыла[34]
Төнәтмәһе һәм ҡайнатмаһы менән эренле яраларҙы һәм фурункулдарҙы йыуҙыралар.
Әммә күберәге, комплекслы дарыуҙар үҫемлек йыйыпмаларында (аппетит өсөн , ашҡаҙан һәм башҡалар.) һәм шифалы сәй составында ҡулланалар.
Корея медицинаһы — ашҡаҙан өсөн хуш еҫле һәм тонус сараһы булараҡ ҡуллана. Шулай уҡ дистония, хәтер юғалтыу, күреү һәләте көсһөҙләнеү, хроник гастрит, ҡорһаҡ ауыртыуҙары осрағында, ҡорһаҡ ташҡанда, аппетитты кәмегәндә, ашҡаҙан эшләмәгәндә, кардионевроз, ревматик артрит булғанда файҙаланалар. Порошогы менән фурункулезды һәмһыҙырылған урындарҙы дауалайҙар.
Ҡытай медицинаһы — эпилепсияға , ревматизмға ҡаршы, холера осрағында бактерицид һәм юғары температураны төшөрөү сараһы итеп, ишетеү һәләтен яҡшыртыу өсөн ҡуллана.
Һинд медицинаһында — туберкулез таяҡсаларын үлтереүсе бактерицид сара булараҡ ҡулланыла.
Тибет медицинаһы тамаҡтағы язва һәм гастроэнтерит осрағында һөҙөмтәле сара тип иҫәпләй.
Болгар халыҡ медицинаһында - аҙ ҡанлылыҡты дауалау һәм менструация процесын көйләүсе сара итеп ҡулланыла. Бөйөр, бауыр һәм үт ҡыуығы сирҙәренән, истериянан һәм ашҡаҙанды ҡатыу алыуҙан ҡулланалар.
Европа халыҡ медицинаһында иртамыр препараттарын ҡулланыу диапазоны киң:
- Тамырһабаҡтан эшләнгән онтаҡ үҙәк көйгәндә, зәңгенән, эренле яраларҙан, быуындар һыҙлағанда, һарыһыу йыйылғанда, һыуыҡ тейгәндә (мокротном удушье), бөйөрҙәрҙәрҙең лаҡандары шешенгәндә ҡулланыла.
- Үҙәк көйгәндә, теш һыҙлағанда, грипты иҫкәртеү өсөн, уртты нығытыу өсөн, тештәрҙе емереклеүҙән һаҡлау өсөн тамырһабаҡты сәйнәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта был ҡоҫоу рефлексын көсәйтә. Шуға элек иртамырҙы тәмәке тартыу ғәҙәтенән ҡотолоу өсөн файҙаланғандар.
- ҡайнатмаһын һәм төнәтмәһен артрит, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан-эсәк тракты һәм үт ҡыуығы сирҙәренән ҡулланалар; ауыртыныуҙы баҫыу, яраны уңалтыу һәм дезинфекциялау саралары итеп, сәсте нығытыу өсөн файҙаланалар ;
- үҙәк көйгәндә, анемия, подагра, аллергия, рахит һәм тапма сире булғанда ҡулланалар; антисептик сара һәм абсцесс, үпкә шешеүе булғанда ҡаҡырта торған дарыу итеп файҙаланалар ;
- ҡорошҡаҡ тотоу менән бәйле нервы системаһы ауырыуҙарын дауалауҙар;
- ревматизм булғанда быуындарҙы ыуалар; ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары булғанда төнәтмәһенән яһалған ваннаға ултыралар;
- төнәтмәһе,ҡайнатмаһы менән биҙгәк тотҡанда (,ағасының ҡабығы урынына), киҙеү сиренән дауаланалар. Бала саҡта һөт һурпа менән бирәләр. Эпилепсия менән сирләгән балаларға ҡайнатмаһына һөт ҡушып эсерәләр;
- һуты — хәтерҙе һәм күреү һәләтен яҡшыртыу сара булараҡ ҡулланыла.
- Элек эпидемия холера, һибелмә тиф, киҙеү эпидемиялары ваҡытында сирҙе иҫкәртеү маҡсатында тамырһабаҡтарын һәм йомшаҡ һабаҡтарын сәйнәгәндәр
Баҡсасылыҡта ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Декоратив баҡсасылыҡ өсөн бер сорттары бар, уларҙың ҡайһы берҙәре:
- Acorus calamus 'Albovariegatus'
- Acorus calamus 'Aureovariegatus'
- Acorus calamus 'Purpureus'
- Acorus calamus 'Variegatus' — [35].Һыҙатлы япраҡлы үҫемлек; яҙын һыҙаттары алһыу, һуңынан һарғылт булып китә. Был культивар шулай уҡ бонсай әҙерләгәндә ҡушылма үҫемлек сифатында ҡулланыла.Үҫемлектең инсектицид үҙенсәлеге бар, был уны яһалма һыу ятҡылыҡтары өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Агротехникаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлек төрлө һаҙлыҡлы урындарҙа, быуа ситтәре буйлап ваҡ һыу буйында яҡшы үҫә, ниндәйҙер айырым шарттар талап итмәй.
Бүленеү юлы менән үрсей. Һалҡынға сыҙамлығы бик юғары. Ҡайһы берҙә үҫемлектәрҙең көслө таралыуына юл ҡуймау ҡсҡн махсус саралар зарурлығы килеп тыуа.
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таксономик хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аир ҡамышы йәки , иртамыр, Ҡылыс үлән (лат.Ácorus cálamus) Иртамыр монотип ғаиләһе , Иртамыр ырыуына ҡараған төр. Ябай ҡылысүләндең бер нисә төрсәләре бар:
- Acorus calamus var. americanus Raf. — диплоидүҫемлектәр. Төнъяҡ Америкала, Көнсығыш Европала һәм Азияла таралған.;
- Acorus calamus var. angustatus Besser — тетраплоид үҫемлектәр. Көнсығыш Азияла Россияла, Казахстанда, Көнсығыш Сибирҙә, Алыҫ Көнсығышта, Китайҙа, Японияла, Тайванда таралған;
- Acorus calamus L. var. calamus — триплоид стериль үҫемлектәр. Азиянан таралған һәм Европаның күп райондарына күсеп килгән.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Linnaeus C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — Б. 324.
- ↑ FloraWeb
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Бельгийский список видов
- ↑ база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
- ↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=118956
- ↑ 刘培亮, 卢元, 杜诚, 吴振海, 寻路路, 黎斌, 岳明 陕西省维管植物名录(2021版) (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22061. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022061
- ↑ 7,0 7,1 苏芝敏, 张红星, 任玉芬, 赵娟娟, 郭培培 2007-2020年北京城区植物物种名录数据集, A plant species list dataset for urban area of Beijing, China 2007 – 2020 — 2022. — doi:10.57760/SCIENCEDB.J00001.00473
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 庄会富, 王亚楠, 王趁, 金涛, 王雨华 A Scientific Dataset of useful plants of China, 中国有用植物数据集 — 2021. — doi:10.11922/SCIENCEDB.J00001.00212
- ↑ 9,0 9,1 肖翠, 刘冰, 吴超然, 马金双, 叶建飞, 夏晓飞, 林秦文 北京维管植物编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of vascular plants in Beijing, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22064. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022064
- ↑ Красная книга — 1964.
- ↑ https://laji.fi/taxon/MX.40094 — 2012.
- ↑ Institute of Botany, Chinese Academy of Sciences https://www.plantplus.cn/doi/10.12282/plantdata.0061 — 2022. — doi:10.12282/PLANTDATA.0061
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 13,13 13,14 13,15 13,16 13,17 13,18 13,19 13,20 13,21 https://www.iplant.cn/frps/vol/13(2) / под ред. У. Чжэнъи, L. Heng — 1979. — Т. 13(2). — Б. 5.
- ↑ 14,0 14,1 杨博, 林秦文, 朱强, 马龙, 李小伟 宁夏野生维管植物编目, Species cataloging of vascular plants in Ningxia, northwestern China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22039. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022039
- ↑ PAEnflowered (ингл.): Flora of Pennsylvania — PAEnflowered.
- ↑ (unspecified title) (словен.) — Tehniška založba Slovenije, 1999. — ISBN 86-365-0300-0
- ↑ The IUCN Red List of Threatened Species 2022.2 — 2022.
- ↑ https://plants.ces.ncsu.edu/plants/acorus-calamus/
- ↑ 王洪峰, 董雪云, 穆立蔷 黑龙江省野生维管植物名录, Checklist of tracheophyte in Heilongjiang Province (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22184. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022184
- ↑ 寄玲, 谢宜飞, 李中阳, 许廷晨, 杨波, 李波 江西省野生维管植物名录 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22057. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022057
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2023093
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2022537
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2023128
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2023124
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2023188
- ↑ 宋柱秋, 叶文, 董仕勇, 金梓超, 钟星杰, 王震, 张步云, 徐晔春, 陈文俐, 李世晋 et al. 广东省高等植物多样性编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of higher plants in Guangdong, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2023. — Т. 31, вып. 9. — Б. 23177. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2023177
- ↑ 商晓凡, 张健, 高浩杰, 张健, 库伟鹏, 毕玉科, 李修鹏, 阎恩荣 岛屿面积与气候共同影响舟山群岛种子植物丰富度格局, Island area and climate jointly impact seed plant richness patterns across the Zhoushan Archipelago (ҡыт.) // 生物多样性 — 2023. — Т. 31, вып. 12. — Б. 23392. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2023392
- ↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
- ↑ Барабанов, Е. И. Ботаника: учебник для студ. высш. учеб. заведений. — М.: Издат. центр «Академия», 2006. — С. 374. — 448 с. — ISBN 5-7695-2656-4.
- ↑ Атлас лекарственных растений СССР / Гл. ред. акад. Н. В. Цицин. — М.: Медгиз, 1962. — С. 10. — 702 с.
- ↑ Телятьев В. В. Полезные растения Центральной Сибири. — 3-е изд., испр. и доп. — Иркутск: Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1985. — С. 54—55. — 384 с.
- ↑ Энциклопедический словарь лекарственных, эфирномасличных и ядовитых растений / Сост. Г. С. Оголевец. — М.: Сельхозгиз, 1951. — С. 8. — 584 с.
- ↑ Телятьев В. В. Полезные растения Центральной Сибири. — 3-е изд., испр. и доп. — Иркутск: Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1985. — С. 54—55. — 384 с.
- ↑ Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева. — М.: Т-во науч. изд. КМК, 2006. — С. 737—739. — 799 с. — 700 экз. — ISBN 5-87317-260-9.
- ↑ Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. = Botanica / ред. Д. Григорьев и др. — М.: Könemann, 2006 (русское издание). — С. 54. — 1020 с. — ISBN 3-8331-1621-8.