Айсыуаҡ (исем)
Айсыуаҡ — мосолман халыҡтары араһында башҡорттарҙан таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айсыуаҡ — башҡорт телендәге «ай» һәм «сыуаҡ» һүҙҙренән яһалған ҡушма исем. Мәғәнәһе — айлы төндә тыуған[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айсыуаҡ Үҙәнбаев — (1767 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1788—1790 йылдарҙағы Рус-швед һәм 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Муйнаҡ ауылында йәшәгән.
Айсыуаҡ бей — XVI быуатта йәшәгән башҡорт халҡының Ғәйнә ҡәбиләһе башлығы. Башҡорт риүәйәттәре буйынса, ғәйнәләрҙең Рус дәүләте составына үҙ теләге менән инеү шарттары тураһында Мәскәүгә барып, аҡ батша Иван Грозный менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ике яҡлы килешеү төҙөлгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеү тураһында ярлыҡаш, йәғни жалованная грамота ала.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айсыуаҡов Исмәғил Фазлетдин улы — (15 сентябрь 1905 йыл — 4 октябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, интендантлыҡ хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты.Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Соҡаҙытамаҡ ауылында тыуған.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айсыуаҡ (тау) — Уралдағы тау, Ирәндек һырты. Иҫке Сибай ауылы үҙәгендә, Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Айсыуаҡ (рус. Айсуак) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы башҡорт ауылы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |