Айытбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Айытбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айытбай (Айтбай) ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем, башҡортса — айыт + бай (ир-ат исемдәре ялғауы); байрам көндө тыуған тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (26 ноябрь 1942 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы.
Айытбаев Хәбетдин Хәбрахман улы (рус. Аитбаев Хабутдин Хабрахманович; 1910-5.08.1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 294-се кавалерия полкының 4-се эскадроны кавалерисы. Ҡыҙылармеец.
Айытбаев Вәли Мөхәммәт улы (рус. Аитбаев Вали Мухаметович; 1908 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемётсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец. Рядовой.
Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы (1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Топонимикала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айтбай мәсете (ҡаҙ. Айтбай мешіті) — Ҡыҙылурҙа ҡалаһында боронғо мәсет. Ҡаҙағстан Республикаһының республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |