Эстәлеккә күсергә

Алдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алдар Иҫәкәйев битенән йүнәлтелде)
Алдар Иҫәкәев
Тыуған урыны

Бөрйән улусы, Нуғай даруғаһы

Үлгән ваҡыты

16 май 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Вафат урыны

Минзәлә ҡаласығы, Өфө провинцияһы

Хеҙмәт итеү йылдары

16871740

Хәрби алыш/һуғыш

1687 һәм 1689 йылдарҙағы Ҡырым походтары
1695 һәм 1696 йылдарҙағы Азов походтары
Башҡорт ихтилалы (1704—1711)

Башҡорт ихтилалы (1735—1740)

Алдар (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин; билдәһеҙ[1]16 май 1740) — башҡорт тарханы. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашыусы, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе.

Алдар батыр — исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес.

Алдар (Алдарбай) Иҫәкәевтың тыуыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Фараз буйынса, яҡынса 1660-сы йылдар уртаһында (1667 йылдан һуң түгел) Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әтек ауылы янында) тыуған. Нәҫел буйынса тархан: ҡартҡартҡартатаһы Байһары, ҡартҡартатаһы Байбәхте, ҡартатаһы Ҡадирбәк Байбәхтин (?—1646) һәм атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков тархан титулына эйә булғандар. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан[2].

1687 һәм 1689 йылдарҙағы Ҡырым походтарында, 1695 һәм 1696 йылдарҙағы Азов походтарында ҡатнашып, батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған. Батша Пётр I бүләк ителгән Ырғыҙ йылғаһы буйында (Яҡшымбәт Йәнтикәев менән бергә), бынан тыш Торғай йылғаһының тамағында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе), Табын ҡәлғәһе янында шәхси ерҙәре булған[3][4][5]. 5—8 мең баш аты була.

1704 йылда башҡорт ихтилалы тоҡанғас, уның етәкселәренең береһе була. 1706 йылдың йәйендә Алдар Иҫәкәев менән Хажи Аҡҡусҡаров башҡорт ырыуҙары бейҙәре менән кәңәшләшеп, Морат етәкселегендәге баш күтәргән башҡорттар илселеген Ғосман империяһына һәм Ҡырым ханлығына ебәрә.

1707 йылда Күсем Түләкәев менән берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғаларындағы башҡорт ихтилалсылары менән етәкселек итә башлай. 1707 йылдың октябрь аҙағында — ноябрь башында 10 көн дауамында барған Йөрәктау янындағы алышта Алдар Иҫәкәев (яҡынса 3 мең кеше) һәм Күсем Түләкәевтың (яҡынса 5 мең кеше) ихтилалсылар ғәскәре полковник П. И. Хохлов командалағындғы Өфө полкын һәм Тоҙйылға уҡсылар отрядын тар‑мар иткән. Баш күтәреүселәр ҡулына 5 пушка, хәрби припастар эләккән, һуңынан Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы ҡамауға алған. Өфөнән килгән С. Аристов һәм И. Рыдарь командалағындағы полктар Горный ауылы эргәһендә ихтилалсылар менән ҡаты алышҡа ингән. Уның барышында Хохловтың полкы сафтан сыҡҡан, ә Хохлов үҙе яраланған. Аристов һәм Рыдарҙең полктары ҙур зыян күргән. Алыш барышында өс башҡорт батыры, шул иҫәптән Иман батыр һәләк булған, ә Күсем Түләкәев яраланған.

1708 йылдың майына тиклем Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары Ҡазан губернаһының Ҡазан өйәҙендә воевода кенәз П. И. Хованский армияһына ҡаршы һуғыштар алып бара. 1708 йылдың ноябренән — 1711 йылға тиклем Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге баш күтәреүселәр (яҡынса 4 мең кеше) Нуғай һәм Себер даруғаларында хәрәкәт итә.

Бөрйән ырыуының башлығы, 1730-сы йылдар уртаһынан — Нуғай даруғаһы Бөрйән ырыуы-улусының старшинаһы.

1731—1732 йылдарҙа Ҡ. М. Тәвкилев илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе Йөҙөндә була һәм ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, төньяҡ ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй империяһы подданныйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ күрһәтә. 1733 йылда ҡаҙаҡ ханлыҡтарын Рәсәйгә ҡушыуҙа ҙур ҡаҙаныштары өсөн императрица Анна Иоанновна указы менән Алдар Исекеевҡа мираҫ буйынса вариҫтарына күскән тархан исеме «мәңгелеккә» беркетелә. Уға бик күп бүләктәр тапшырыла, улар араһында көмөш ҡынлы исемле ҡылысы ла була.

1740 йылда Ырымбур комиссияһы начальнигы генераль-лейтенант В. А. Урусов тархан Алдар Иҫәкәевты һәм башҡорт старшиналарын һөйләшеүҙәргә саҡыра. 10 мартта Һамар ҡалаһында һөйләшеүҙәр барышында Алдар 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусыларҙың язаһын йомшартыуға тырышлыҡ һала. Әммә бында баш күтәреүселәргә йәшерен ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. Өфө провинцияһы Минзәлә ҡаласығына ебәрелә һәм төрлө ҡаты язаларға тарттырыла. Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы Л. Я. Соймоновтың ҡарары буйынса 1740 йылдың 16 майында язалап үлтерелә.

Улдары: Морат, Муса, Йосоп, Мәҡсүт, Мансур, Мысыр, Сәйетбаттал, Бәхтигәрәй, Әҙелгәрәй.

Ағалары — Айытҡужа, Йәҙеһәр (Азов походында ҡатнашыусы); ҡустыһы — Дәүәтәй (Дәүләтбай; 1696 йылда Азов янында һәләк булған).

  • Батырҙың тыуған ауылы Бөрйән районы Әтек ауылында мәктәп алдында батырға һәйкәл ҡуйылған[6]
  • Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы эргәһендә Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә стела ҡуйылған.
  • Асфандияров А. 3. «Я — Алдар Исекеев» // Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — С. 81—88. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.
  • Таймасов С. У. Алдар Исекеев // Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. — Стерлитамак, 2006. — С. 71—80. — 246 с.
  • Таймасов С. У. Алдар Исекеев (не позднее 1667 — 1740) // Башкирско-казахские отношения в XVIII веке. — М.: Наука, 2009. — С. 238—250. — 344 с. — ISBN 978-5-02-037567-3.
  • Хамидуллин С. И. Тархан и батыр Алдар Исекеев // История башкирских родов. Бурзян. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, С. У. Таймасов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Китап, 2018. — Т. 31, Ч.1. — С. 127—209. — 944 с. — ISBN 978-5-295-07026-6.