Эстәлеккә күсергә

Бохара Халыҡ Совет Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бохара Совет Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Бохара Халыҡ Совет Республикаһы
үзб. Buxoro Xalq Sho'ro Jumhuriyati, Бухоро Халқ Шўро Жумҳурияти
таж. Ҷумҳурии Халқии Шӯравии Бухоро
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 8 октябрь 1920
Ҡыҫҡаса атамаһы БНСР һәм Бухарская ССР
Рәсми тел таджикский язык[d] һәм Үҙбәк теле
Описание девиза Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d]
Девиз тексы Butun dunyo proletarlari, birlashingiz!
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Бохара Халыҡ Совет Республикаһы
 СССР
Административ үҙәк Бохара
Административ-территориаль берәмек СССР
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Халыҡ һаны 2 200 000 кеше
Валюта Совет һумы[d]
Алмаштырылған Үзбәк ССР-ы[d], Төркмән Совет Социалистик Республикаһы һәм Таджикская Автономная Социалистическая Советская Республика[d]
Алыштырған Бохара әмирлеге
Ҡулланылған тел Үҙбәк теле, таджикский язык[d] һәм урыҫ теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 27 октябрь 1924
Майҙан 182 193 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Ислам һәм донъяуи дәүләт[d]
 Бохара Халыҡ Совет Республикаһы Викимилектә

Бохара Халыҡ Совет Республикаһы (БНСР; үзб. Buxoro Xalq Sho'ro Jumhuriyati, таж. Ҷумҳурии Халқии Шӯравии Бухоро, фарс. جمهوری خلقی شوروی بخارا) Бохара әмирлеге бөтөрөлгәндән һуң, 1920 йылдың 2 сентябрендә барлыҡҡа килгән дәүләт.

1920 йылдың 13 сентябрендә РСФСР менән килешеү төҙөлә, уға ярашлы Рәсәй Бохара үҙаллылығын (суверенитет) таный[1]. 14 сентябрҙә Ревком һәм Нәҙирҙәр (комиссарҙар) советы тулыһынса формалаша, Бохара Халыҡ Совет Республикаһы 1920 йылдың 6 октябрендә иғлан ителә.

1924 йылдың 19 сентябрендә 5-се Бөтә Бохара Советтары ҡоролтайы БХСР-ҙың Бохара Социалистик Совет Республикаһы итеп үҙгәртелеүе тураһында ҡарар ҡабул итә, артабан, 1924 йылдың 27 октябрендә, был республика Урта Азия совет республикаларының милли-дәүләт бүленеше һөҙөмтәһендә бөтөрөлә.

Ф. И. Колесов армияһының уңышһыҙ походынан һуң Совет Рәсәйе хөкүмәте бер нисә декрет менән Бохара бойондороҡһоҙлоғон раҫлай, Совет Рәсәйе менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыла һәм Бохара ҡәтғи рәүештә Фәрғәнә үҙәнендәге һәм Төркөстандың башҡа өлөштәрендәге баҫмасылыҡҡа теләктәшлек күрһәтеүҙән ҡәтғи баш тарта.

1920 йылғы Бохара операцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҙыл Армияның Бохара операцияһы (1920)

1920 йылдың 30 мартында Бохарала һөйләшеүҙәр үткәрелә, уларҙы Михаил Фрунзе етәкселегендәге рәсми совет делегацияһы үткәрә. Әмиргә ультиматум белдерелә, уға ярашлы ул дәүләт биләмәләрендә әйләнешкә совет аҡсаларын индерергә, Ҡыҙыл Армия частарына Бохара биләмәһендә урынлашыу сараларын күрергә һәм «Каған — Тәрмез» тимер юлын эшлекле торошта тоторға тейеш була. Әлеге тимер юлы әмират биләмәләре аша үтә һәм Рәсәй коммуникацияларын бүлгесләй. Әмир был талаптарҙы үтәүҙән баш тартҡандан һуң хәрби операция үткәрелә һәм «революция» ойошторола. Һөҙөмтәлә 2 сентябрҙә Бохараны Ҡыҙыл Армия биләп ала.

Яңы хөкүмәтте 24 йәшлек үзбәк йәдитсеһе Фәйзулла Хужа-оглы (Ходжаев Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы) етәкләй. Үҙәк башҡарма Комитеты рәйесе итеп Усман Хужа Пулатходжаев (Усман Ходжаев) тәғәйенләнә.

БХСР властарының вәкәләттәре ярайһы уҡ сикләнгән була. Башлыса ҡарарҙар РСФСР вәкилдәре тарафынан ҡабул ителә, сөнки улар ғәҙәттән тыш шарттарҙа баҫмасылар хәрәкәтенә ҡушылған әмир армияһына ҡаршы көрәшкән Ҡыҙыл Армияға таяна ине. Хөкүмәт ағзалары араһында Мәскәүгә һәм баҫмасылар хәрәкәтенә ҡарата фекер айырымлыҡтары бик ҙур була — Ҡыҙыл Армияны бойондороҡһоҙ Бохара республикаһынан сығарыу талаптарынан алып АССР рәүешендә РСФСР составына инеү кәрәклегенә тиклем.

1921 йылдың 4 мартында БХСР һәм РСФСР араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөлә. 1921 йылдың сентябрендә Бохара халыҡ совет республикаһы конституцияһы ҡабул ителә.

Яңы режимға ҡаршылыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бохара ХСР Совет Урта Азия карта-схемаһында 1922 йылда.

19201923 йылдарҙа БХСР территорияһында әүҙем ҡаршылыҡ (баҫмасылыҡ) барлыҡҡа килә, Ҡыҙыл Армия әмирҙе эҙәрлекләй башлай һәм яйлап Ғиссар, Дүшәмбе, Күләбә һәм Гәрмәлә совет власын урынлаштыра бара. Әмир Ҡыҙыл Армия баҫымы аҫтында Күләбә аша Афғанстанда ҡаса. 1921йылда ер реформаһын һәм радикаль революцион үҙгртеп ҡороуҙарҙы үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 19211924 йылдарҙа әмир һәм бәк ерҙәре хөкүмәт тарафынан мәжбүри тартып алына.

1921 йылдың октябрендә Бохараға Ғосман империяһының элекке хәрби министры Әнүәр-паша, экилә, ул Бохарала реформалар үткәреү өсөн Мәскәүҙә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советынан махсус вәкәләттәр алған була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Әнүәр паша совет власынан төнөлә һәм берҙәм төрки мосолман дәүләте идәяһын тәҡдим итә. Ҡыҙыл Армия яғына баҫмасыларҙы күндереү урынына ул бөтә илгә таралған баҫмасылар отрядтарын берләштерә һәм тна ҡаршы сыға.

1921 йылда бохара республикаһының бер нисә юғары етәксеһе баҫмасылар яғына күсә — Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Усманхужа Пулатходжаев, хәрби минстр Ә. Арифов, беренсе Бохара армияһы командующийы М. Ҡолмөхәмәтов һәм башҡалар.

1922 йылдың яҙында Әнүәр-паша Бохара Республикаһының байтаҡ территорияһын баҫып алаБохараны яулай.

Бохара Халыҡ Совет Республикаһының почта маркаһы, 1924.

СССР составына инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йылдың март айында 1-се Төркөстан иҡтисади конференцияһы ҡарарына ярашлы Төркөстан, Бохара һәм хәрәзм республикаларының иҡтисади берләшеүе барлыҡҡа килә һәм берҙәм иҡтисади үҙәк ойошторола — Урта Азия иҡтисади советы (САЭС).

5-се Бөтә Бохара Советтары ҡоролтайы1924 йылдың 19 сентябрендә Бохара Республикаһының Советтар Союзы составына Бохара Социалистик Совет Республикаһы булараҡ инеүе тураһында иғлан итә. 1924 йылдың 27 октябрендә Урта Азиялағы милли-дәүләтһөҙөмтәһендә бөтөрөлә, уның территорияһы яңы булдырылған Үзбәк ССР-ы, Төркмән ССР-ы һәм Тажик АСРР-ы (1929 йылдан Тажик ССР-ы) составына индерелә. Ходжайлин өлкәһе — Ҡарағалпаҡ өлкәһенә, Төрөкмән өлкәһе — төрөкмән ССР-ына, Хәрәзмдең ҡалған территорияһы Үзбәк ССР-ы составына ҡушыла.

1924 йылдың сентябрь айында V Бохара Ҡоролтайы Бохара Халыҡ Республикаһын Социалистик итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар сығара һәм «Урта Азия халыҡтарының милли-дәүләт берләшеүе тураһында» ҡарар ҡабул итә.

  • Социализм юлына хива һәм бохара (берке хорезм һәм бохара халыҡ совет республикаһы тарихы), М., 1967
  • Урта азияла һәм Ҡаҙағстанда совет власы еңеү, Таш., 1967, с. 635—719
  • А. И Ишан Бохара Халыҡ Совет Республикаһы. Ташкентта, 1969 (библа. 381—390 с)
  • Hayit, Baymirza. Basmatschi. Ден Turkestans Jahren in 1934 bis 1917 Kampf Nationaler. Köln, Dreisam-Verlag, 1993
  • Марьян крушельницкий А телеграф буйынса Диктатура. // Родина № 11 С 31-1989 39
  • Л. в. Генис «бохара менән кончать… кәрәк». Бутафорский тарихы революция була. Документаль хроникаға. М., 2001. ISBN 5-89619-021-2
  1. Атлас СССР 1928 г. Раздел Узбекская Социалистическая Советская Республика