Эстәлеккә күсергә

Харламов Валерий Борисович

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валерий Борисович Харламов битенән йүнәлтелде)
Харламов Валерий Борисович
рус. Валерий Борисович Харламов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1][4][5]
Вафат булған көнө 27 август 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[6][7][8] (33 йәш)
Вафат булған урыны Солнечногорский район[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Балалары Харламов, Александр Валерьевич[d]
Һөнәр төрө хоккейсы
Эшмәкәрлек төрө Шайбалы хоккей[9]
Командалағы уйын позицияһы ситке һөжүмсе[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Әүҙемлек урыны СССР[9]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт командаһы ағзаһы ЦСКА
Масса 74 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[10]
Ударная рука левый[d]
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 176 сантиметр
 Харламов Валерий Борисович Викимилектә

Харламов Валерий Борисович (14 ғинуар 1948 йыл, Мәскәү — 27 август 1981 йыл, Солнечногорск эргәһе, Мәскәү өлкәһе) — СССР хоккейсыһы,  ЦСКА командаһының (1967—1981) һәм СССР йыйылма командаһының һөжүмсеһе (1969—1980), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969). Ике тапҡыр олимпия уйындары чемпионы (1972, 1976) һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы. СССР-ҙың иң яҡшы хоккейсыһы (1972, 1973). СССР-ҙың 1970-се йылдарҙағы төп хоккейсыларының береһе, илдә генә түгел, унан ситтә лә танылыу яулаған. Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залы ағзаһы (1998 йылдан). НХЛ-дың Хоккей даны залы ағзаһы (2005 йылдан).

Атаһы Борис Сергеевич Харламов — милләте рус, Мәскәүҙең «Коммунар» заводында һынаусы слесарь була. Әсәһе, милләте буйынса баск, Бильбао ҡалаһынан Кармен Ориве-Абад (Carmen Orive Abad, өйҙә Begoña, Бегония тиҙәр), 1937 йылда, бәләкәй сағында, СССР-ға килтерелә (граждандар һуғышы солғанышында ҡалған Испаниянан килгән ҡасаҡтар менән), 1940-сы йылдарҙан шул уҡ заводта токарь-револьверсы булып эшләй.

Борис менән Бегония «Коммунар» заводы клубында тансала таныша. Клубҡа Харламов һуғышҡа тиклем үк таныш испан дуҫы менән килә, ҡыҙ менән ҡайтып китә. Етмәһә, ҡыҙ уның хеҙмәттәше булып сыға.

Валерий Харламов Мәскәүҙә 1948 йылдың 13 ғинуарынан 14-енә ҡарай төндә донъяға килә. Борис менән Бегония ул көндө  «Коммунар» заводының ятағында була. Төнгә ҡарай Бегонияны  тулғаҡ тота башлай, йәһәт кенән  заводтың «ашығыс ярҙам» машинаһын саҡыралар һәм йәш ҡатынды бала табыу йортона оҙаталар. Таңға ҡарай йәштәрҙең улы тыуа.

Улдарын Валерий Чкалов хөрмәтенә Валерий тип атайҙар. Бегонияның илдә йәшәргә рөхсәт иткән таныҡлығы ғына булғанлыҡтан Борис менән Бегония рәсми никахҡа инә алмай. Улдары тыуып, өс ай үткәс кенә никахтарын теркәтәләр  — был хаҡта  Борис Харламов «Ледовая коррида Валерия Харламова» тигән документаль фильмда һөйләй.

Һуңыраҡ Харламовтарҙың ҡыҙы тыуа, уға Татьяна тип исем ҡушалар.

Валерий Харламов бала саҡтан хоккей һәм футбол менән мауыға. Ете йәшендә тәүләп конькиға баҫа. Атаһы йыш ҡына катокта завоод командаһы өсөн рус хоккейы уйнай һәм йыш ҡына улын да үҙе менән йөрөтә, ул өшөп тормаһын тип, коньки шыуҙыра.

1956 йылда, СССР-ға 1937 йылда күсеп киткән испандарҙың  ватанына ҡайтыу мөмкинлеге сыҡҡас, әсәһе һәм һеңлеһе менән Валерий  Испанияға китеп, унда бер нисә ай Бильбаола йәшәй һәм мәктәпкә лә шунда йөрөй.  

1961 йылдың мартында Харламов ангина менән ауырый, сирҙән ҡатмарлашыу башлана: табиптар йөрәк боҙоғо таба һәм ревмокардит тигән диагноз ҡуя. Ошо мәлдән алып Валераға мәктәптә физкультура  дәрестәренә йөрөү, ихатала йүгереү, ауыр күтәреү, йөҙөү, хатта пионер  лагерына барыу тыйыла:20—21.

Ләкин атаһы бындай хәл менән ризалаша алмай,   1962 йылдың йәйендә Ленинград проспектында  йәйге каток асылғас, ул  14 йәшлек улын хоккей секцияһына алып бара (әсәһенән йәшереп кенә, уға бик оҙаҡ белдермәйҙәр). Ул йылды 1949 йылда тыуған малайҙарҙы йыялар, әммә сибек Валерий  бәләкәй генә булып күренә һәм ЦСКА-ның икенсе тренеры Борис Кулагин һис шикләнеүһеҙ уны ҡабул итә. Харламов бер нисә тиҫтә малай араһынан  тренер Вячеслав Тазов төркөмөнә алынған берҙән-бер бала була. Тиҙҙән алдыҡ фашлана, әммә Харламовты төркөмдән ҡыумайҙар, сөнки ул  тренерҙарға бик оҡшай. Хоккейсыны  мәктәп начальнигы  тренер  Андрей Старовойтовтың төркөмөнә күсерәләр, ул Валерийҙы дүрт йыл самаһы күнектерә. 

Шул уҡ ваҡытта   атаһы улын өс ай һайын Морозов исемендәге дауаханаға тикшерелеүгә йөрөтә.  Һөҙөмтәлә йәш Валерий бөтә сырхауҙарынан ҡотола (табиптар уны тулыһынса сәләмәт тип таба) һәм хоккей менән етди шөғөлләнә башлай:37—38.

Талантлы  үҫмерҙе тиҙҙән ЦСКА-ның өлкәндәр командаһына тәҡдим итәләр. Ләкин армия клубының баш тренеры Анатолий Тарасов тәүҙә йәш Харламовта етди һәләттәр барлығын шәйләмәй,  уның ҡыҫҡа буйлы (173 см) булыуын төп етешһеҙлеге  тип иҫәпләй[11]. ЦСКА-ның хоккей мәктәбендә бер ни менән дә күҙгә ташланып бармаған йәш Харламов 1967 йылдың  яҙында  Минскиҙа  юниорҙарҙың СССР  беренселегенең финал турнирында сағыу уйыны менән аптырата. Ул көндәрҙә уның менән бергә сығыш яһаған Владимир Богомолов әйтеүенсә, Валерий үҙен ҡалыптарға һыймаған, шул уҡ ваҡытта эшсән һәм тик команда өсөн уйнаған уйынса итеп күрһәтә[12]. Мәскәүҙә, вокзалда саҡта уҡ,  ЦСКА спорт мәктәбенең тренеры Виталий Ерфилов   Харламовҡа уны ЦСКА-ла һынап ҡарарға уйлауҙарын белдерә. 1967 йылдың йәйендә Валерий Кудепстала  ЦСКА командаһы менән йыйында бергә була, унан физик яҡтан нығынып, көсәйеп, мускулдарын үҫтереп ҡайта.   

Яйлап Харламовты төп составҡа үткәрә башлайҙар.  1967 йылдың  22 октябрендә Новосибирскиҙа  ЦСКА составында «Себер» менән матчта уйнай.  Армеецтар  9:0 иҫәбенә еңә, әммә Валерий айырым һәләттәрен күрһәтә алмай. 1967/68  миҙгелендә башҡа матчтарҙа ҡатнашмай, ә ноябрҙә,  «үҙендә уйын үҙаллылығын үҫтереү,  уратып йөрөү алымын камиллаштырыу» өсөн[13]:18 Валерий икенсе лигаға, Сыбаркүлгә, Урал хәрби округының армия командаһы  «Звезда»ға  оҙатыла. [14].«Звезда»ның баш тренеры Владимир Альфер әйтеүенсә, ул Тарасовтан ҡаты күрһәтмә алған була[15]:

« «Һеҙ уға көн дә өс тапҡыр шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырырға тейешһегеҙ. Календарь осрашыуҙарында Валерий, уйын барышы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыттың кәм тигәндә етмеш процентын боҙҙа үткәрергә тейеш». »

Харламов менән бергә «Звезда»ға  ЦСКА-ның йәш һаҡсыһы Александр Гусев та ебәрелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хоккейсылар  командала үҙләшеп китә һәм «Звезда»ның уйынына ҙур өлөш индерә: Харламов, 40 уйында  34 шайба индереп[16], урындағы тамашасы һөйөүен яулай, ә Гусев һаҡсы булараҡ һоҡландыра. Владимир Альфер Тарасовҡа Харламовтың ҡаҙаныштары тураһында еткереп тора, ә  1968 йылдың февралендә Харламов ҡабат Мәскәүгә ҡайтарыла.  7 мартта  Калининда  «Звезда» өсөн һуңғы уйынын уйнағас (был уйындан һуң  команданың класы күтәрелә), 8 мартта хоккейсы өйгә ҡайта һәм шул уҡ көндө уны Тарасов ЦСКА-ға күнекмәгә саҡырып ала.

10 мартта Харламов  ЦСКА-ның төп составына индерелә, йәнә Новосибирскиҙың «Себер»енә ҡаршы уйнай. Армеецтар уны еңел еңә — 11:3, ә Харламов Викулов һәм Полупанов менән уйнай, Фирсовты алмаштыра.  1968 йылдың 23 апрелендә ул оҫталар командаһында тәүге шайбаһын һуға — «Крылья Советов» ҡапҡаһына индерә. Миҙгел аҙағына инде ул  — ЦСКА-ның йәштәр звеноһында: Харламов — Смолин — Блинов.

Киләһе миҙгелдә генә ул ЦСКА-ның төп составында нығынып китә.  1968 йылдың октябрендә Горькийҙың «Торпедо»һына ҡаршы матчта Харламов тәүге тапҡыр Борис Михайлов һәм Владимир  Петров менән өсәү төркөмөндә сыға.  ЦСКА  0:1 иҫәбенә еңелә, ә Харламов үҙен күрһәтә алмай. Әммә тиҙҙән өс йәш форвард сағыу һәм һөҙөмтәле уйын күрһәтә башлай:60.

1968 йылдың декабрендә  Харламовты СССР-ҙың икенсе йыйылма командаһына саҡыралар, команда халыҡ-ара Мәскәү турнирында (һуңыраҡ «Известия» гәзите призына турнир тип атала башлай) ЧССР командаһын алмаштыра. 

Турнир тамамланғас, Харламов Борис Михайлов һәм Владимир Петров менән бергә төп йыйылма командаға Канада менән 2 күргәҙмә уйынға саҡырыла.   1968 йылдың 6 декабрендә беренсе уйында Валерийҙың  дебюты була, иртәгеһенә икенсеһендә уйнай.  Нәҡ ошо уйындарҙа  СССР йыйылма командаһында   Михайлов — Петров — Харламов тигән өсәү төркөмө барлыҡҡа килә.

1969 йылдың  башынан өсөһө лә йыйылма командаға иптәштәрсә уйындарға саҡырылып тора, шуларҙан һуң   тренерҙар уларҙы Стокгольмға донъя чемпионатына алып барырға була. Баштан уҡ дебютанттар юғары класлы уйын күрһәтә, был уларҙың йыйылма командала нығыныуына булышлыҡ итә.   

Харламовтың турнирҙа индергән тәүге шайбаһына ҡағылышлы сығанаҡтарҙа айырма бар — Владимир  Дворцов менән Зино Юрьевтың  «Форвард № 17» повесында, статистик  Юрий Лукашиндың мәҡәләһендә, Борис Левиндың иҫтәлектәр йыйынтығында  билдәләнеүенсә,  1-се гол донъя чемпионатында  АҠШ йыйылма командаһына ҡаршы дебют уйынының 38-се минутында индерелгән[17]. Ләкин  «Хоккей» энциклопедияһындағы уйын протоклы һәм  Артур Шидловский сайты был мәғлүмәтте инҡар итә[18]. Икенсе версия дөрөҫ тип ҡабул ителһә,  Харламов донъя чемпионаттарындағы беренсе голды шведтарға ҡаршы киләһе уйында индергән була.

1969 йылда йыйылма команда өсөн турнир көсөргәнешле үтә,  бер нисә еңеүле матчтан  һуң   ЧССР йыйылма командаһы менән уйын уңышһыҙ тамамлана — 0:2. Бер уйын аша шведтар менән осрашыу була, унда совет хоккейсылар еңел еңә — 3:2, бөтә шайбаны ла Петровтың өслөгө һуға. Киләһе матчта  ЧССР йыйылма командаһынан йәнә еңеләләр — 3:4. Ул матчта Харламов тәүҙә шайбаны дәғүәсенең ҡапҡаһына бәрә, унан һуң туп-тура үҙ зонаһындағы дәғүәсенең сәкәненә осора, һөҙөмтәлә, СССР йыйылмаһы ҡапҡаһына гол инә. Ул шайба хәл иткес булып сыға,  матчтан һуң тренерҙар еңелеүҙә  Харламовты һәм ҡапҡасы Виктор Зингерҙы ғәйепле тип иғлан итә:96.

Шулай ҙа санкциялар  иғлан ителмәй, ә СССР йыйылма командаһы донъя чемпионы була: һуңғы турҙа шведтар чехословактарҙы 1:0 иҫәбе менән еңә, һөҙөмтәлә, СССР, ЧССР һәм Швеция командаларының мәрәйҙәре тигеҙ һанда була, ә СССР йыйылма командаһы ырғытылған һәм үткәрелгән шайбалар араһында яҡшы айырма булыуы арҡаһында беренсе тип табыла. 

Мәскәүгә ҡайтҡас, беренсе разрядлы Харламовҡа (өслө төркөмдәге башҡаларға ла) атҡаҙанған спорт мастеры званиеһы бирелә:97. Был  Анатолий Тарасовҡа мәғлүм итмәй башҡарыла, шуға ул ныҡ асыулана.

Хоккей  карьераһының сәскә атыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михайлов — Петров — Харламов өслө төркөмө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЦСКА һөжүмселәренең өслө төркөмө  3,5 йыл буйы  төҙөлә. Тәүҙә ЦСКА-ла  Борис Михайлов пәйҙә була.  1967 йылдан армеецтар араһында   Владимир Петров күренә башлай.  Михайлов һәм Петров урын өсөн көнәркәш булмай — тренерҙар уларҙы бер-береһен тулыландырыусы тип һанай. 1967/68 миҙгелендә улар тәүҙә  Вениамин Александров менән бергә уйнай.  ЦСКА командаһының  Японияға   сәфәренән һуң был өсәүгә  Харламов ҡушыла.

1968/69  миҙгеле башына  ЦСКА тренерҙарына  Александровтың уйын стиле йәш уйынсылар өсөн йәтеш булмауы күренә. Леонид Трахтенберг билдәләүенсә, нәҡ  Харламов өслө төркөмгә формаль булмаған лидер сифатында килеп инә :64.

Шул уҡ ваҡытта был өсәүҙең һәр береһе ҡабатланмаҫ уйын стиленә эйә була:

  1. Михайлов ҡомарлы, уйындаштарын ҡыҙҙырып ебәрә һәм артынан эйәртә белә,   майҙанда ҡара эште әрһеҙ башҡара,  оборонала яҡшы, ҡабул итеүҙә оҫта, шуның менән бергә был өсәү араһында иң күп шайба һуғып өлгөргән дә ул. 
  2. Петров — физик яҡтан ғәйрәтле, көс ҡулланып уйнарға оҫта, шайба ташлауы ҡеүәтле һәм кире ҡаҡҡыһыҙ, холҡо менән бик ныҡышмал, бер аҙ үҙ һүҙле.
  3. Харламов ҡабатланмаҫ уратып йөрөү стиле менән айырылып тора: ул туп-тура дәғүәсенең һаҡсылары өҫтөнә елдерә, улар араһынан шылып үтергә тырыша һәм һаҡсыларҙың бер-береһенә ышанып уны араларынан үткәререн белеп тора. Ул өсәү араһында иң әҙ голдарҙы индерә, әммә   Петров менән Михайловҡа гол менән осланырлыҡ тапшырыуҙарҙы яһап тора.   Харламовтың ҡалыптарға һыймаҫ уратыуҙары йә ырғытыу, йә арҡалашына теүәл тапшырыу менән тамамлана :51-70.

Был өсәү совет хоккейына тәү башлап көс ҡулланып уйнау манераһын индереүе менән дә билдәле. 

Өслө төркөм бер нисә тапҡыр тарҡала,  айырыуса йыйылма команда составында уйнағанда (Олимпиада-72 һәм Суперсерия-72, 1976 йыл, карьераһының һуңғы йылдарында). Ләкин Харламов бөтә арҡалаштары менән дә иркен  һәм ышаныслы уйнай.

Хоккейсылар майҙанда бер-береһе менән аңлашып уйнай, ләкин хоккейҙан ситтә араларында улай йылы мөнәсәбәттәр булмай:51-70.

Беренсе олимпия уңышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970-се йылдар башынан йәш Харламов — илдә төп хоккейсыларҙың береһе. Уйын техникаһы сағыу,  шыуыуы һәм шайбаны йөрөтөүе камил, бомбардир сифаттары көслө.   

1970/71 миҙгелендәге СССР чемпионатында, дәғүәселәрҙең ҡапҡаларына 40 шайба индереп,  иң яҡшы  бомбардир булып таныла. 1971 йылғы донъя чемпионатында шведтарға ҡаршы хәл иткес алышта  2:3 иҫәбе менән барған өсөнсө периодта нәҡ Харламов тырышығы менән һынылыш шайбаһы һуғыла, һөҙөмтәлә турнирҙа  СССР йыйылма командаһы еңә, ә хоккейсы өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы титулына эйә була.  

1971 йыл аҙағында Тарасов, Саппоролағы  Олимпия уйындары алдынан, көстәрҙе «принципиаль яңы тактик бүлеү» маҡсаты менән:19  Харламовты икенсе өслө төркөмгә — Викулов менән Фирсов эргәһенә күсерә. Яңы өсәү «Известия» гәзите призына турнирҙа һынау үтә, ул унда «гол+пас» күрһәткесе буйынса иң яҡшы була, ә биш гол һуҡҡан Викулов иң яҡшы  снайпер булып таныла.  

Олимпия турнирында иһә Харламов иң яҡшы  бомбардир  булып сыға. Ул һәр уйында (ЧССР йыйылмаһына ҡаршы һуңғы уйындан тыш) шайба индерә, ике тапҡыр хет-трик эшләй. Һөҙөмтәлә Советтар Союзының йыйылма командаһы биш еңеү яулай, бер уйынды тигеҙ иҫәп менән үткәрә һәм 1-се урынды ала. Валерий Харламов  уйындар барышында   16 мәрәй ала,  9 шайба индерә һәм һөҙөмтәле  7  тапшырыу яһай,  өсәү буйынса арҡалаштары иң яҡшы бомбардирҙар иҫәбенә инә. Турнирҙағы еңеү хөрмәтенә алтын миҙал  Валерийҙың Олимпия уйынындағы тәүге уңышы була. 

СССР — Канада  суперсерияһы (1972)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 йылдың сентябрендә  Канада профессионалдары менән уйындар серияһында  Валерий Харламов халыҡ-ара хоккейҙа ҙур танылыу ала.  Третьяк  һәм Якушев менән ул был уйындарҙа  Советтар Союзы йыйылма командаһының төп уйынсыларының береһе була.

Харламов өсөн серияның «Канада» өлөшө айырыуса уңышлы була.   1-се уйында  Валерий тырышлығы менән  СССР йыйылмаһы алға сыға (3:2) һәм уңышын нығытып ҡуя (4:2). Һөҙөмтәлә, совет  хоккейсылары матчта  7:3 иҫәбе менән еңә. Йомғаҡ яһағанда ойоштороусылар турнир барышында Харламовты  СССР йыйылма командаһында иң яҡшы уйынсы тип билдәләй.

2-се уйын Харламов өсөн дә,  йыйылма команда өсөн дә уңышһыҙ үтә.  Был матчта ул  Америка арбитрҙарынан 10 минутлыҡ дисциплинар  штраф ала. 

3-сө уйында бер шайба индерә.  Ул мәлдә СССР йыйылмаһы 1:3 иҫәбе менән әҙселектә була. Харламов  Борис Михайлов тапшырған шайбаны бик етеҙ алға  ҡыуа.  Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана — 4:4.

Суперсессияның «Канада» өлөшөндә  Харламов голлы бер генә тапшырыу менән сикләнә.  Ләкин барыбер ул уйында файҙалы була, һөҙөмтәлә, уйын 5:3 иҫәбенә еңеү менән тамамлана.

Суперсессияның  «Мәскәү» өлөшөнөң 1-се уйынында Харламов ғәйәт әүҙем була һәм ике һөҙөмтәле шайба ырғытыуҙа ҡатнаша.  5:4 иҫәбенә еңеү яулана.

Киләһе уйынға канадалы Бобби Кларктың спортсыларға хас булмаған тәртибе һөрөм яға:  уйын барышында ул  сәкәненең кәкреһе менән Валерийҙың шайтан ашығына һуға. 

Һуңыраҡ Канада йыйылма командаһының тренер ярҙамсыһы Джон Фергюсон ул саҡта Кларкҡа Харламовты сафтан сығарырға ҡушҡанлығы тураһында белдерә. Шул уҡ ваҡытта  Кларк уйындан бөтөнләйгә сығарылмай, ни бары  2+10 штрафы ғына ала. СССР йыйылмаһы  2:3 иҫәбенә еңелә.

«Мәскәү» өлөшөнөң 3-сө уйыны Харламовһыҙ үтә, команда йәнә еңелә — 3:4. Серияның һуңғы уйынына табиптар тырышлығы менән саҡ аяҡҡа баҫҡан Харламов бөтә ихтыярын туплап майҙанға сыға,  голлы бер тапшырыу яһай, әммә еңеү ул уйында ла (5:6),  серияла ла  канадалыларҙа ҡала.

СССР — Канада суперсерияһы (1974)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харламов карьераһына Суперсерия-74 сағыу ваҡиға булып инә. 8 уйында ул ни бары 2 шайба индерә, әммә уларҙың икеһе лә шедевр тип табыла.

17 сентябрҙә Квебекта   СССР йыйылмаһының Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы  профессионалдарынан торған йыйылма команда менән осрашыуында Харламов һуҡҡан гол трибуналарҙағы меңдәрсә көйәрмәнде шаҡ ҡатыра һәм таң ҡалдыра.  Билдәле Канада һаҡсыһы Ж.-К. Трамбле былай тип иҫкә ала:[19]:

« «Степлтон менән артҡа шыуған сағыбыҙҙа, мин тыныс инем: ВХА йә НХЛ-дың бер форварды ла арабыҙға керергә ҡыймаҫ ине. Тыйнаҡһыҙлыҡ булһа ла, әйтәм: беҙҙең араға ҡыҫылыуға ҡарағанда тирмән таштары араһына эләгеү хәүефһеҙерәк. Әммә был рус һөжүмсеһе нәҡ беҙҙең өҫкә елдерә ине. Һуңынан нимә булды? Мин форвардтың мине тышҡы яҡтан, һулдан, урап үтергә йыйынғанын шәйләнем. Пэт Степлтон, аҙаҡ асыҡланыуынса, бының ҡапма-ҡаршыһын күргән: йәнәһе, рус уны шулай уҡ тыштан, уңдан, урап үтергә йыйынған. Беҙ һәр ҡайһыбыҙ «үҙенең» Харламовын туҡтатырға тип, ике яҡҡа айырылғас, ул арабыҙҙан шыуып үтеп китте. Мин әле булһа аңлай алмайым: ул беҙҙе нисек отто һуң? Ләкин мин шуны ныҡ беләм: башҡа бындай уйынсы юҡ». »

3 октябрҙә Мәскәүҙә Харламов индергән шайбаны Анатолий Тарасов былай тип тасуирлай[13]:15:

« «Беренсе канадалыны ул үҙенең оҫта финты — ситкә ҡарап башын ҡағыу хәйләһе менән алданы, шул арҡала теге Валерий барырға уйламаған да яҡҡа елдерҙе. Икенсеһен, бәрелергә әҙерләнгәнен, ул ҡапыл туҡтап һәм бөтә кәүҙәһе менән боролоп алданы, һәм дәғүәсеһе яҙлығып үтеп китте. Ә өсөнсөһөн ул, шайбаны юрамал сәкән бөгөлөнән ысҡындырып, уны юғалтҡан ҡиәфәте менән отто, канадалы Харламовтың үҙенән тартып алдым тип ҡыуана-ҡыуана шайбаға ҡағылған ғына ине, Валерий уға осоп-ҡунып, иңбашы менән этеп боҙға йыҡты ла, шайбаны йәнә эләктереп, ҡапҡасы Чиверс менән йөҙмә-йөҙ тороп ҡалды.

Шаян ҡиәфәттә, уйынсыл ғына ҡыланып, Харламов канадалыларҙың ғәйәт тәжрибәле голкиперына яҡынлашты, сәкәнен һелтәп, һулға ауышып, ҡапҡасынан уңдағы мөйөшкә һуғырға йыйыныу ниәтен күрһәтте. Уның финты шул тиклем тәбиғи ине, шунлыҡтан ҡапҡасы уңға күсә башланы, әммә Валерий башҡа төрлө уйнаны — күҙгә лә салынмаҫ хәрәкәт менән шайбаны өҫкә, ҡапҡаның һул мөйөшөнә сойорғотто».

»

Шуның менән бергә, йыйылма команданың табибы Олег Белаковский хәтирәләрендә канадалыларҙың Харламовҡа ҡаршы бысраҡ уйынын телгә ала}}[20]:

« «Сәкән менән еңелсә генә төрткән кеүектәр ине, ә Харламовтың танау биле емерелгән. Ҡанын саҡ туҡтаттым. Танау биленә һуғыу бик ныҡ ауырттырғыс була, әммә әле ауыртыныу ҡайғыһы түгел, Валерий ҡабат боҙға атлыға. Канадалылар үҙҙәренең алдына был еңмеште нисек тә һындырыу бурысын ҡуя. Ошонда уҡ, меңдәрсә асыулы көйәрмәндең күҙ алдында иҫ киткес бысраҡ сара ҡулланыла. Рик Лэй, канадалыларҙың һаҡсыһы, Валерийҙы ҡыуып етә лә бер сәбәпһеҙ уның йөҙөнә йоҙроҡ менән тондора. Йоҙроғо менән танау биленә һуға!

Лэйҙың һуғыуы сигнал булып хеҙмәт итә, һәм ысын һуғыш башлана. Харламовҡа, Якушевҡа, Мальцевҡа, Васильевҡа, Лутченкоға бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ эләгә. Улар бөтәһе лә етди йәрәхәт ала. Мин саҡ бәйләп, майлап, йәбештереп өлгөрәм. Саҡ өлгөрәм, сөнки егеттәр алышҡа ырғылып тора. Бәрелешеүҙәр хәүефе һаҡланһа ла, ырғылалар. Был ғәйәт бөйөк ҡаршы тороу ине».

»

Уйындан һуң Лэй СССР йыйылмаһының күнекмәләренә килә һәм бөтәһе алдында Валерийҙан ғәфү үтенә:137.

Икенсе олимпия еңеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инсбруктағы Олимпия уйындарында Харламов Михайлов һәм Петров менән өслө төркөмдә бергә уйнай. СССР йыйылма командаһы бөтә көнәркәштәрен ышаныслы еңеп килһә лә, чехословактар менән осрашҡансы Олимпиаданың еңеүсеһе кем булырын хатта юрап та булмай. Уйын бик көсөргәнешле бара: 1-се период 0:2 иҫәбенә отолоу менән үтә, 2-се периодта, шул уҡ иҫәптә, ике минут буйы СССР командаһы биш уйынсыға ҡаршы өсәү ҡаршы тора. Был ҡатмарлы киҫәкте үткәреп ебәргәс, совет хоккейсылары һынылышҡа өлгәшә. Еңеү шайбаһын Харламов һуға: 3:3 иҫәбе ваҡытында ул ҡапҡа һаҡсыһы Иржи Голечекты ота. Турнирҙа Валерий бөтәһе өс шайба индерә һәм алты тапҡыр һөҙөмтәле тапшырыу башҡара. Инсбруктағы еңеү хоккейсының икенсе һәм һуңғы «алтын» олимпия уңышы була.

1976 йылдың апрелендә Харламов тағы бер шәхси уңыш яулай: уны беренсе тапҡыр донъя чемпионатының иң яҡшы һөжүмсеһе тип табалар.

1976 йылдың 14 майында Харламов 19 йәшлек Ирина Смирноваға өйләнә, уның менән бер йыл элек «Россия» ресторанында танышҡан була. Йәштәрҙең 1975 йылда уҡ улдары Александр тыуған була. Һуңыраҡ ҡыҙҙары Бегонита донъяға килә.

Өйләнгәнгә тиклем Харламов Тушинола Азатлыҡ урамында бер блмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәй. Туй алдынан ҡатыны менән ҡәйнәһе эргәһенә Авиамотор урамына йәшәргә күсә. Һуңынан йәш Харламовтарға Тыныслыҡ проспектында өс бүлмәле фатир бирелә.

1976 йылда автомобилдә юл һәләкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылдың 26 майында Харламовтар Ленинград шоссеһында төн ҡунаҡтан ҡайтып килгәндә һәләкәткә осрай. Рулдәге Валерий алда яй ғына барған йөк машинаһын уҙып китмәк була, әммә ҡаршыға икенсе йөк машинаһы килгән була. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡас, ҡаршы килгән йөк машинаһы артынан такси елдереп килеп сыҡҡанын күрә. Киҫкен һулға боролоп, юлдан ситкә сыға һәм бағанаға бәрелә :3.

Хоккейсы уң сирағында шайтан ашығы тирәһендә ярсыҡлы яра ала, ике ҡабырғаһы һына, мейеһе һелкенә һәм күп һанлы имгәнеүҙәр ала (ҡатыны Ирина зыян күрмәй). Ҡайһы бер табиптар уға спорт карьераһын тамамларға тәҡдим итә, ләкин Валерий һауыҡҡас та ҡабат уйнай башларға иҫәп тота. Хоккейсыны аяҡҡа баҫтырыуға хирург Андрей Петрович Сельцовский ҙур тырышлыҡ һала, ул Мәскәүҙә Баш хәрби госпиталдә Харламовҡа операция яһай һәм сәләмәтлек торошон күҙәтеү аҫтында тота.

2 айҙан, августа, Валерий палатала тәүге үҙ аллы аҙымдарын яһай. Шунан уға палатала герҙәр ҡуйылған, күнекмәләр башҡара торған махсус бүлмә йыһазландыралар.

Көҙ Харламов, Тарасовтың кәңәшен тотоп, катокта малайҙар менән күнекмәләр үткәрергә тотона. Ярайһы уҡ тиҙ формаға инә, шунан ЦСКА уйынсылары менән күнегә башлай. Тренерҙар уны боҙға сығарыу уйыны итеп «Крылья Советов» менән осрашыуҙы һайлай. Был командала ЦСКА-ның элекке уйынсылары күп, ә тренеры Борис Кулагин була. Осрашыу алдынан «Крылья» уйынсылары алдында ЦСКА-ның һәм СССР йыйылма командаһының табибы Олег Белаковский сығыш яһай. Ул ҡаршы команда составында боҙға Харламов сығасағы тураһында хәбәр итә һәм уға ҡарата көс алымдары ҡулланмауҙарын үтенә. «Крылья» уйынсылары был үтенесте аңлап ҡабул итә һәм Харламовҡа ҡарата үҙҙәрен иҫ киткес итәғәтле тота. Шулай итеп, 1976 йылдың 16 ноябрендә Харламов «Крылья Советов» менән осрашыуға сыға. Лужникиҙағы Спорт һарайына килгән тамашасылар, Валерийҙың боҙға сыҡҡанын ишеткәс, хоккейсыны оҙайлы алҡыштарға күмә. Михайлов менән Петров был уйында Харламов шайба индерә алһын өсөн бөтәһен дә эшләй. Уйындың 4-се минутында уҡ Харламов гол һуға, трибуналар, хатта «Крылья» уйынсылары ла был голды алҡышлай. Шуға ҡарамаҫтан, Харламов боҙҙа ике период ҡына уйнай, өсөнсөлә уны Вячеслав Анисин алмаштыра. Уйын ЦСКА-ның 7:3 иҫәбенә еңеүе менән тамамлана.

Харламов боҙға ҡайтыуын былай тип иҫкә ала[21]:147—148:

« «Уйнағанда томан эсендәге кеүек йөрөнөм. Хәлһеҙлектән түгел. Функциональ йәһәттән формамды ҡайтарғайным инде. Мин егеттәрҙең мине бик ныҡ һаҡлағанын күрҙем: партнёрҙар ҙа, көнәркәштәр ҙә. Был күңелемде бик нескәртте. Тимәк, кәрәкмен мин. Тимәк, баһалайҙар. Бына-бына илап ебәрермен кеүек. Үҙемде саҡ ҡулда тоттом…». »

Карьераһының дауамы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР йыйылма командаһына Харламов 1976 йылдың декабрендә «Известия» гәзите призына турнир ваҡытында ҡайта. Беренсе матчта уҡ шведтарға ҡаршы хет-трик үткәрә. Турнирҙа башҡа гол һуҡмаһа ла, Борис Михайлов менән ергә «гол+пас» системаһында (3+3, 6 мәрәй) иң яҡшы була.

1977 йылда йыйылма команда менән Венала донъя чемпионатында сығыш яһай. Турнирҙың 1-се этабы уңышлы үтһә лә, икенсеһе насар уйнала, һөҙөмтәлә, команда чехословактарҙан 1 мәрәйгә ҡалыша һәм 2-се урынға шведтарҙы үткәрә (шәхси осрашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса). Дөйөм уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан Петровтың өсәүле төркөмө чемпионатта индерелгән шайбалар һаны һәм йыйылған мәрәйҙәр буйынса иң яҡшы тип табыла.

1977 йылдың йәйендә ЦСКА-ға һәм СССР йыйылма командаһына Риганан саҡырылған тренер Виктор Тихонов етәксе итеп тәғәйенләнә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара майҙандағы уңышһыҙлыҡтарҙы тикшергәс, яңы тренер база клубы хоккейсыларының түбән башҡарыу һәм психологик әҙерлек кимәлендә икәнлеген күрә. Төп хоккейсыларҙың артыҡ иркәләтелеүе һәм, күп һанлы еңеүҙәр яулап, бүгеп китеүе бының сәбәпсеһе була[22]. Тихонов күнекмәләрҙе икешәр мәртәбә үткәрә, өҫтәмә күнегеүҙәр ҙә индерә, команданың дүрт звено менән уйнауына күсеүҙе ойоштора. Валерий Харламов Тихоновтың командалағы тәүге көндәрен ошолай тип һүрәтләй[22]:

« «Виктор Васильевич Тихонов элекке тренерҙарға оҡшамаған ине. Әммә беҙ улар менән еңеүҙәр яулай, чемпион була торғайныҡ табаһа. Ни өсөн хәҙер беҙ бүтәнсә күнегергә, миҙгелгә бүтән төрлө әҙерләнергә тейеш? Тихонов июлдә беҙгә бер күнекмә ваҡытында, дөрөҫөрәге, уның аҙағында, ун тапҡыр 400-әр метр йүгерергә, һәр береһендә 70 секундҡа һыйырға тейеш булыуыбыҙ тураһында әйтеп һалғас, беҙ быны уңышһыҙ шаяртыу тип ҡабул иткәйнек. Ә хәҙер йүгерәбеҙ, беҙгә бер ни булманы, теребеҙ. Үҙебеҙҙе мәжбүр иттек, һөҙөмтәлә — инерциялылығыбыҙҙы еңдек, ышанмаусанлығыбыҙҙы, тренерҙың әйткәндәрен һанламауыбыҙҙы еңдек». »

Әммә яңы тренер ЦСКА-ның төп хоккейсыларына ышанмай булдыра алмай, шунлыҡтан тәүге йылдарҙа уларға таяна. Михайлов — Петров — Харламов өслө төркөмө Тихонов ваҡытында яңы уңыштар яулай: тағы ике тапҡыр донъя беренселегендә (1978, 1979) еңәләр. 1979 йылда совет хоккейсылары АҠШ-та Саҡырыу Кубогында еңә.

1979 йылдың октябрендә СССР чемпионатында «Спартак» менән матчта Петров өсәүе (Михайлов тырышлығы менән) юғары лигала СССР беренселектәрендәге меңенсе шайбаһын индерә.

Әммә 1980 йылғы Олимпия уйындарын СССР йыйылма командаһы ышанысһыҙ уйнай. Олимпиаданан һуң Михайлов — Петров — Харламов исеменә ғәйепләүҙәр яуа.

1980/81 миҙгелендә өслө төркөм тарҡатыла. 1980 йылдың декабрендә Борис Михайлов карьераһын тамамлай, ә Харламов менән Петров уйынын дауам итһә лә, төрлө звеноларға күсерелеп тора. Петров 1981 йылғы донъя чемпионатынан һуң китә. 1980 йылдың икенсе яртыһында һәм 1981 йылдың беренсе яртыһында Харламов йәш Сергей Макаров, Владимир Крутов, Андрей Хомутов нығынһын өсөн бик күпте эшләй. Хатта ҡайһы бер ситтән килгән уйынсылар, мәҫәлән, Алексей Касатонов, уның фатирында йәшәп тора[23].

1981/82 миҙгеле башланыр алдынан Харламов дуҫтарына был миҙгелдән һуң башҡа уйнамаясағы, артабан балалар тренеры буласағы тураһында һөйләй. 1981 йылдың йәйендә ул яңы миҙгелгә етди шөғөлләнә, һәйбәт кенә формала була. ЦСКА составында 11-се тапҡыр СССР чемпионы исемен һәм Европа чемпиондары кубогын яулай. 1981 йылдың авгусында Скандинавияла дүрт күргәҙмә уйынын уйнап, Харламов үҙен 1981 йылғы Канада Кубогына ла алып барырҙар тип өмөтләнә. Ләкин баш тренер Тихонов башҡаса хәл итә. Тихонов хоккейсы менән һөйләшеүе, уның Канадала уйнарлыҡ физик кондицияла булмауы менән килешеүе тураһында әйтә[24]. Һөҙөмтәлә, төшөнкө кәйефле Валерий Мәскәүҙә ҡала, ә бер нисә көндән автоһәләкәттә һәләк була.

1981 йылдың 27 авгусында, кесаҙна көн, иртәнге 7 сәғәттә Ленинград шоссеһының 74-се километрында авария була, унда хоккейсы һәләк була. Валерий, Ирина, Иринаның ике туғаны Сергей Иванов үҙҙәренең 00-17 ММБ дәүләт номерлы «Волга»һында Клин эргәһе Покровка ауылындағы дачанан ҡайтып килә. Рулдә ултырған Ирина ямғырҙан тайғаҡ юлда идараны юғалта һәм машина ҡаршы һыҙатҡа сығып китә лә ЗИЛ йөк машинаһы менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән "Волга"ның бөтә пассажирҙары шунда уҡ һәләк була[25]. Ҡалып:Внешние файлы

Федор Раззаковтың «Звёздные трагедии» тигән китабында әйтелеүенсә, авариянан бер көн элек ошо ерҙә асфальт алмаштырғандар. Яңы япма бөткән урында 5 см бейеклегендәге һикәлтә барлыҡҡа килгән. Харламовтың ҡатыны тәжрибәһеҙ водитель була, шунлыҡтан әлеге һикәлтәгә килеп менеү менән идараны юғалта. Өҫтәүенә, йөк автомобиле лыҡа тултырып запас частар тейәгән була һәм был да бәрелеү көсөн арттыра.

27 август кисендә донъя мәғлүмәт агентлыҡтары яңылыҡ тарата: «ТАСС хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Мәскәү эргәһендәге автоһәләкәттә данлыҡлы хоккейсы утыҙ өс йәшлек Валерий Харламов һәм уның ҡатыны һәләк булған. Ике бәләкәй балалары — улдары һәм ҡыҙҙары ҡалған…».

31 августа ЦСКА-ның ауыр атлетика һарайында хушлашыу үтә. Шул уҡ көндө ҡорбандар Кунцево зыяратында ерләнә. Хоккейсы менән хушлашырға меңдәрсә кеше килә.

СССР йыйылма командаһы уйынсылары Виннипегта булғанлыҡтан ерләүҙә ҡатнаша алмай. Улар йыйылыш үткәрә һәм бер нигә ҡарамай Канада Кубогын яулап ҡайтырға ҡарар сығара. Совет хоккейсылары һүҙендә тора, финалда канадалыларҙы 8:1 иҫәбе менән ота.

Харламовтар ғаиләһе: Валерий менән Ирина һәләк булғандан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирле-ҡатынлы Харламовтар һәләк булғандан һуң, уларҙың балаларына опекун булыу йәһәтенән талаш-тартыш башлана. Фажиғәнән һуң биш йыл үткәс, 1987 йылдың 9 февралендә Харламовтың әсәһе мәрхүм була.

Авариянан һуң Валерий менән Иринаның балалары өләсәләре Нина Васильевна Смирнова менән йәшәй, ике бала ла үҙҙәрен профессиональ спортта һынап ҡарай.

Кескәй Александрға ЦСКА уйынсылары Касатонов, Крутов һәм Фетисов шефлыҡ итә. Ҙурайғас, Александр хоккейсы була, ЦСКА-ла һәм АҠШ-та уйнай. 1997 йылда өйләнә, улы Валерийҙы үҫтерә.

Ҡыҙҙары нәфис гимнастика менән шөғөлләнә, спорт мастеры була. Кейәүҙә (2013), ике ҡыҙы — Дарья һәм Анна үҫә[26].

Харламовтың атаһы Борис Сергеевич 2010 йылдың 27 ғинуарында Боткин дауаханаһында ятып, ашҡаҙанына операция яһатҡандан һуң вафат була. Һуңғы йылдарында ул ҡыҙы Татьяна менән йәшәгән була.

Валерий Харламовтың хоккей ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике тапҡыр олимпия чемпионы (1972, 1976)
  • 8 тапҡыр донъя чемпионы (1969—1971, 1973—1975, 1978—1979). 1976 йылғы донъя чемпионатының иң яҡшы һөжүмсеһе. Донъя чемпионатының шартлы йыйылма командаһына инә (1972, 1973, 1975, 1976). Донъя чемпионаттарында һәм олимпия уйындарында — 123 матч, 89 шайба
  • Саҡырыу Кубогы эйәһе (1979)
  • Халыҡ-ара хоккей федерацияһының йөҙ йыллыҡтың шартлы йыйылма командаһына индерелгән
  • Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Дан залы ағзаһы
  • НХЛ-дың Хоккей даны залы ағзаһы
  • 11 тапҡыр СССР чемпионы (1968, 1970—1973, 1975, 1977—1981). ЦСКА өсөн 438 матч уйнай, 293 шайба индерә
  • Биш тапҡыр СССР Кубогы хужаһы
  • СССР-ҙың иң яҡшы хоккейсыһы (1972, 1973). СССР чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (1971), «гол+пас» системаһында иң яҡшы (1972)
  • Хоккей буйынса донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы өсөнсө бомбардир, Михайлов менән Мальцевтан ғына ҡалыша: 105 матчта 155 мәрәй (74+81)
  • «Өс бомбардир» хоккей призы эйәһе: 1970/1971, 1974/1975, 1977/1978 (Михайлов — Петров — Харламов), 1971/1972 (Викулов — Фирсов — Харламов), 1979/1980 (Михайлов — Харламов — Крутов)
  • «Известия» гәзите призына турнирҙың ырғытылған шайбалар һаны буйынса рекордсыһы — 40 индерелгән шайба.

Статистика мәғлүмәттәре www.legendsofhockey.net сайты[27] нигеҙендә бирелә һәм хоккей энциклопедиялары мәғлүмәттәре менән тулыландырыла.

Даими турнирҙар
Миҙгел Команда Турнир Уйындар Голдар Пастар Мәрәйҙәр Штрафтар
1967/68 Звезда (Сыбаркүл) СССР (2-се лига) 40 34
1967/68 ЦСКА (Мәскәү) СССР 15 2 3 5 6
1968/69 ЦСКА СССР 42 37 12 49 24
1968/69 ЦСКА КЕЧ 4? 4
1968 СССР йыйылма командаһы-2 КИ 2 2 2 4 0
1969 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 6 7 13 4
1969 СССР йыйылма командаһы КИ 4 2 0
1969/70 ЦСКА СССР 33 33 10 43 16
1968/69 ЦСКА КЕЧ 4? 3
1970 СССР йыйылма командаһы ЧМ 9 7 3 10 4
1970 СССР йыйылма командаһы КИ 3 2 2 4 2
1970/71 ЦСКА СССР 34 40 12 52 18
1970/71 ЦСКА КЕЧ 4? 6
1971 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 5 12 17 2
1971 СССР йыйылма командаһы КИ 3 3 1 4 4
1971/72 ЦСКА СССР 31 26 16 42 22
1971/72 ЦСКА СССР 4? 1
1972 СССР йыйылма командаһы ОИ 5 9 7 16 2
1972 СССР йыйылма командаһы ЧМ 9 8 6 14 10
1972 СССР йыйылма командаһы СС-72 7 3 5 8 16
1972 СССР йыйылма командаһы КИ 4 5 2 7 7
1972/73 ЦСКА СССР 27 19 13 32 22
1972/73 ЦСКА КЕЧ 4 3
1973 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 9 14 23 31
1973 СССР йыйылма командаһы КИ 4 3 2 5 2
1973/74 ЦСКА СССР 26 20 10 30 28
1973/74 ЦСКА КЕЧ 2? 0
1974 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 5 5 10 8
1974 СССР йыйылма командаһы СС-74 8 2 5 7 4
1974 СССР йыйылма командаһы КИ 16 8 16 24 16
1974/75 ЦСКА СССР 31 15 24 39 35
1975 Сборная СССР ЧМ 9 10 6 16 4
1975 СССР йыйылма командаһы КИ 3 5 2 7 0
1975/76 ЦСКА СССР 34 18 18 36 6
1975/76 ЦСКА ССЦ-75/76 4 4 3 7 0
1975/76 ЦСКА КЕЧ 4 3
1976 СССР йыйылма командаһы ОИ 6 3 6 9 6
1976 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 4 10 14 4
1976 СССР йыйылма командаһы КИ 4 3 3 6 2
1976/77 ЦСКА СССР 21 18 8 26 16
1977 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 9 7 16 4
1977 СССР йыйылма командаһы КИ 4 4 2 6 2
1977/78 ЦСКА СССР 29 18 24 42 35
1978 СССР йыйылма командаһы ЧМ 10 4 4 8 2
1978 СССР йыйылма командаһы КИ 4 1 3 4 6
1978/79 ЦСКА СССР 41 22 26 48 36
1978/79 ЦСКА КЕЧ 3? 1
1979 СССР йыйылма командаһы КВ 1 0 1 1 0
1979 СССР йыйылма командаһы ЧМ 8 7 7 14 4
1979 СССР йыйылма командаһы КИ 4 2 3 5 4
1979/80 ЦСКА СССР 42 16 22 38 40
1979/80 ЦСКА КЕЧ 3? 1
1979/80 ЦСКА ССЦ-79/80 5 2 1 3 0
1980 СССР ОИ 7 3 8 11 2
1980/81 ЦСКА СССР 30 9 16 25 14
1980/81 ЦСКА КЕЧ 3? 2 9 11
Бөтәһе СССР чемпионаттарында (юғары лига) 438 293 214 507 318
Бөтәһе СССР чемпионаттарында (икенсе лига) 40 34
Бөтәһе ОИ һәм ЧМ турнирҙарында 123 89 102 191 87
Бөтәһе суперсерияларҙа һәм КВ-ла 25 11 15 26 20
Бөтәһе «Известия» кубоктарында 55 40 38? 78? 45
Бөтәһе еврокубоктарҙа 31? 24
Бөтәһе 712? 491 470
Турнир атамаларының ҡыҫҡартмалары
СССР чемпионаты СССР
Донъя чемпионаты ЧМ
Ҡышҡы олимпия уйындары ЗОИ
СССР — Канада суперсерияһы (НХЛ) 1972 СС-72
СССР — Канада суперсерияһы (ВХА) 1974 СС-74
ЦСКА — НХЛ клубтары суперсерияһы 1975/76 ССЦ-75/76
ЦСКА — НХЛ клубтары суперсерияһы 1979/80 ССЦ-79/80
Европа чемпиондары кубогы КЕЧ
«Известия» кубогы КИ
Саҡырыу кубогы-79 КВ

Бөтәһе Харламов СССР йыйылма командаһы составында (башҡа турнирҙар һәм иптәштәрсә осрашыуҙарҙы ла һанап) 292 уйын уйнай, 193 шайба һуға. Еврокубоктарҙа — 24 шайба, СССР кубогында 21 шайба индерә.

Харламов тураһында фекерҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
« «Харламов — рус хоккей стиленең кәүҙәләнеше. Ул ғәйәт етеҙ, ныҡыш, таҫыл, ысын ирҙәрсә холоҡло ине». »
  • Хоккейсы Александр Мальцев[11]:
« «Валерий бер-беребеҙгә бик асылып киткәндә былай тип һөйләгәйне: „Малай саҡта мин бер тапҡыр ғына ныҡ итеп иланым. ЦСКА балалар командаһында уйнай башлағанымда беренсе тапҡыр судья мине ике минутҡа уйындан сығарып торғанда булды был. Иптәштәремде әҙселектә ҡалдырғаным өсөн ныҡ әрнеп үкһенем. Ә бортҡа ҡыҫҡан саҡтарында, боҙға бәреп йыҡҡандарында — бер ни булмағандай түҙҙем“». »
  • Хоккейсы Кен Драйден (Суперсерия-72-нең 1-се матчынан һуң)[29]:
« «Нәҡ Харламов беҙҙең ҡеүәтле командабыҙҙы һындырҙы, еңеүсе тураһындағы һорауҙы юҡҡа сығарҙы. Мин һөжүмсенең ундай уйынын башҡа күргәнем булманы». »
  • Тренер Анатолий Тарасов[13]:14:
« «Харламов өс төрлө тиҙлеккә эйә ине: боҙҙа шартлау етеҙлегендә хәрәкәт итеү һәм маневр яһау, уйын барышында, партнерҙар һәм көнәркәштәр фиғелендә бәләкәс кенә үҙгәрештәргә лә йәшен тиҙлегендәй реакция күрһәтеү, техник фекерләүҙең ҡалыптарға һыймаҫ тиҙлеге». »
  • Тренер Борис Кулагин (Суперсерия-74-тең 1-се матчынан һуң)[30]:
« «Кемде-кемде, әммә мине Валера Харламов ғәжәпләндерә алмаҫ, тип уйлай инем. <...>Әммә ул, Канаданың ике иң тәжрибәле һаҡсыһын отоп, уларҙы бер-береһенә маңлайҙары менән бәрелдерә яҙғас, ул арала үҙе икенсе голды ла индереп өлгөргәс, хатта мин бының нисек эшләнеүенә шаҡ ҡаттым». »
  • Хоккейсы Владислав Третьяк[31]:
« «Бер ваҡыт «Автомобилист» менән матч ваҡытында Харламов, артҡы борттан шайбаны ҡапҡа аша ырғытып, туп-тура партнёрының сәкәненә пас яһаны. Мин генә түгел, башҡаларҙан да бер кем үҙ ғүмерендә бындайҙы күрмәгәндер». »
  • 17-се номер менән СССР йыйылма командаһында Харламов 1970 йылғы донъя чемпионатынан башлап уйнай. Ә уға тиклем ЧМ-69-ҙа 12-се номерлы була, ә 17-се номер менән Евгений Зимин сығыш яһай :80.
  • Харламов эскерһеҙ, намыҫлы кеше була. 1975 йылдың 6 февралендә Лужникиҙа «Химик» менән осрашыуҙа Валерий Харламов алыш ҡыҙыулығы менән көнәркәше Владимир Смагиндың битенә йоҙроғо менән тондора (Сыбаркүлдә уның менән командалаш булғандар). Судья Харламовты 5 минутҡа уйындан сығара. Һуңынан Харламов көнө буйы Смагинды эҙләп йөрөй (уныһы көнө буйы сәфәрҙә була) һәм уның алдында ғәфү үтенә:69-70.
  • Харламов музыка ярата, күңелле кеше була. Дан Спэтаруҙың «Пой, гитара» тигән йыры уға бик оҡшай.
  • Футболды шәп уйнай, Мәскәү «Торпедо»һының көйәрмәне була, уйынсыларҙан институтта бергә уҡыған Вадим Никонов менән айырыуса дуҫ була.
  • Театр ярата, Таганкалағы театр аристары Валерий Золотухин һәм Борис Хмельницкий менән дуҫ була, Владимир Высоцкий менән таныш була:102—103.
  • Ризыҡтарҙан айырыуса ҡоймаҡ менән һыйланырға ярата.
  • Шағир Михаил Танич Харламовҡа «Памяти артиста» тигән шиғырын бағышлай.
  • Вафат булған мәленә — Совет Армияһы майоры, КПСС ағзаһы (1979 йылдан).

1991 йылдың 26 авгусында, фажиғәгә ун йыл тулыр алдынан, Ленинград шоссеһының 74-се километрына мәрмәрҙән 500 килограмлы шайба һәм сәкән ҡуйыла, унда былай тип яҙыла:

« Бында рус хоккейының йондоҙо һүнде. Валерий Харламов. »

Харламовтың икенсе һәйкәле Клин ҡалаһында тора[26].

1998 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залына индерелә.

2005 йылдың 7 ноябрендә Харламовтың исеме Торонтола Хоккей даны залында мәңгеләштерелә. Владислав Третьяк менән икеһе, НХЛ-да бер ҙә уйнамаһалар ҙа, ошо хөрмәткә лайыҡ булған берҙән-бер хоккейсылар.

1981 йылдан ЦСКА балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе Валерий Харламов исемен йөрөтә.

В. Б. Харламов исемендәге «Миҙгелдең иң яҡшы техникалы хоккейсыһына» тигән «Труд» гәзите редакцияһы булдырған хоккей призы бер тапҡыр ғына — 1982/83 миҙгелендә — тапшырыла. Призға Сергей Макаров лайыҡ була.

80-се йылдарҙа «Известия» гәзите призына үткән турнирҙарҙа «гол+пас» системаһы буйынса иң яҡшы бомбардирға Валерий Харламов исемендәге приз тапшырыла.

2003 йылдан башлап «Советский спорт» гәзите тарафынан Милли хоккей лигаһының иң яҡшы Рәсәй легионерына Харламов Трофи тапшырыла.

Сыбаркүл ҡалаһында, 6-сы урта мәктәптә, 1983 йылда тарих уҡытыусыһы Эрнст Николаевич Иванов тырышлығы менән Валерий Харламов музейы булдырыла.

Континенталь хоккей лигаһы дивизиондарының береһе Харламов исемен йөрөтә.

Мәскәү эргәһендәге Клин ҡалаһында Валерий Харламов исемендәге Боҙ Һарайы төҙөлгән.

Йәштәр хоккей лигаһының төп трофейына Валерий Харламов исеме бирелгән. Харламов Кубогы затлы материалдарҙан билдәле скульптор Франк Майслер тарафынан эшләнгән. Тәүге тапҡыр Харламов Кубогы йәштәр командалары араһында 2010 йылғы Рәсәй чемпионы булған «Стальные Лисы» Магниогорск командаһына тапшырыла.

Рәсәй йыйылма командаһында һәм ЦСКА-ла 17-се номер мәңгегә беркетелгән. Был номер менән башҡа берәү ҙә сығыш яһай алмай. Хоккейсының улы Александр ғына ошо номер аҫтында сығыш яһау хоҡуғына лайыҡ була.

Рәсәй Банкының Валерий Харламов портреты төшөрөлгән иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һум, көмөш, 2009 йыл

2009 йылдың 30 октябрендә Рәсәй Үҙәк банкы «Рәсәйҙең мәшһүр спортсылары» серияһында Харламовтың портреты төшөрөлгән 2 һум номиналлы иҫтәлекле көмөш тәңкәне һуға башлай.

Харламов ЦСКА-ның Дан аллеяһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдың 29 апрелендә, хоккейсы һәләк булғандан һуң 27 йыл үткәс, Мәскәүҙә ЦСКА-ның Дан аллеяһында Валерий Харламов бюсы асыла. Валерий Харламовтың туғандары (һеңлеһе Татьяна һәм улы Александр), дуҫтары йыйыла. «Үҙемдән һәм туғандарым исеменән ЦСКА етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Ниһайәт, Дан аллеяһына атайымдың бюсы ҡуйылды. Бки тә күңелем булды, мин ғорурланам», — ти Харламовтың улы Александр.

Библиография, мемуарҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Харламов В. Б. Хоккей — моя стихия. (Литературная запись О. Спасского). 2016 йыл 20 декабрь архивланған. — М.: Правда, 1977.
  • Харламов В. Б. Три начала. (Литературная запись О. Спасского). — М.: Молодая гвардия, 1979. — 192 с.
  • Спасский О. Д. Первая тройка. (Документальная повесть о первой тройке нападения хоккейной команды ЦСКА. Предисловие Кузькина В. Г.). — М.: Физкультура и спорт, 1981. — 240 с. — (Серия «Сердца, отданные спорту»).
  • Левин Б. М. Три скорости Валерия Харламова. (Посмертное издание воспоминаний о великом хоккеисте). — М.: Физкультура и спорт, 1984. — 112 с.; Левин Б. М. Три скорости Валерия Харламова. (Посмертное издание воспоминаний о великом хоккеисте). — М.: Воениздат, 1988. — 159 с. — ISBN 5-203-00564-8
  • Дворцов В. А., Юрьев З. Ю. Форвард № 17. — М.: Советская Россия, 1984. — 160 с.
  • Спасский О. Д. Валерий Харламов. — М.: ФАИР-ПРЕСС, 1998. — 256 с.: ил. — Серия «Звёзды спорта». — ISBN 5-88641-084-8
  • Раззаков Ф.И. Валерий Харламов. Легенда №17. — М.: Алгоритм, 2013. — 288 с. — ISBN 978-5-4438-0418-7.

Документалистикала һәм кинематографияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Вспоминая Харламова», 1982, ЦСДФ (РЦСДФ), режиссёр — Игорь Гелейн, диктор — Олег Табаков
  • «Ледовая коррида Валерия Харламова», НТВ, 2002, режиссёр — Юрий Занин, алып барыусы — Александр Олейников
  • «Валерий Харламов», Петербург — 5 канал, 2007, режиссёр — Юрий Занин, «Тере тарих» циклынан 2 өлөшлө фильм
  • «Валерий Харламов. Последние 24 часа», Беренсе канал, 2008, алып барыусы — Леонид Якубович

Нәфис фильмдар

  • Canada Russia '72 (2006, Канада телесериалы, Харламов ролендә — Джоэл Казинс)
  • «Валерий Харламов. Дополнительное время» (2007, режиссёр — Юрий Королёв, Харламов ролендә — Алексей Чадов)
  • «Хоккейные игры» (2012, режиссёр — К. А. Кондрашина, Харламов ролендә — Глеб Исаков)
  • «Легенда № 17» (2013, режиссёр — Николай Лебедев, Харламов ролендә — Данила Козловский)
  1. 1,0 1,1 Харламов Валерий Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. https://www.eliteprospects.com/player.php?player=21366 (ингл.) — 1999.
  3. http://www.hockey-reference.com/players/k/kharlva01.html
  4. http://www.legendsofhockey.net/LegendsOfHockey/jsp/LegendsMember.jsp?mem=P200501
  5. https://www.hhof.com/htmlInduct/ind05kharlamov.shtml
  6. http://sputniknews.com/voiceofrussia/2008/07/02/201174/
  7. http://www.sports-reference.com/olympics/athletes/kh/valery-kharlamov-1.html
  8. Valeri Kharlamov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. 9,0 9,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  10. https://www.eurohockey.com/player/27197-.html (ингл.)
  11. 11,0 11,1 Раззаков Ф. И. Звёздные трагедии. — М.: Эксмо, 2006.
  12. Богомолов В. Почему я не стал Харламовым // Три скорости Валерия Харламова / Сост. Б. М. Левин. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — С. 25—32.
  13. 13,0 13,1 13,2 Тарасов А. В. Три скорости Валерия Харламова // Три скорости Валерия Харламова / Сост. Б. М. Левин. — М.: Физкультура и спорт, 1984.
  14. Выступления «Звезды» (Чебаркуль) в чемпионатах СССР. Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.
  15. Альфер В. Ф. Нерядовой солдат Харламов // Три скорости Валерия Харламова / Сост. Б. М. Левин. — М.: Воениздат, 1988. — С. 36—37.
  16. Андрей Корецкий. Легендарный Валерий Харламов начинал играть на Южном Урале (5 декабрь 2009). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года.
  17. Дворцов В. А., Юрьев З. Ю. Форвард № 17. — М.: Советская Россия, 1984. — С. 92. Лукашин Ю. Так играл Валерий Харламов // Три скорости Валерия Харламова / Сост. Б. М. Левин. — М.: Воениздат, 1988. — С. 115-116.
  18. Артур Шидловский. USSR 17 — United States 2 (2004). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года.
  19. Рыжков Д. Верность // Три скорости Валерия Харламова / Сост. Б. М. Левин. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — С. 39.
  20. Белаковский О. М. Эти настоящие парни. — М.: Молодая гвардия, 1981. — С. 80—81.
  21. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ДиЮ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  22. 22,0 22,1 Олег Спасский. Тренер-диктатор: выиграл ли Виктор Тихонов свой последний матч? НГ - Фигуры и лица (7 сентябрь 2000). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 19 октябрь 2004 года. 2004 йыл 19 октябрь архивланған.
  23. Илона Егиазарова. Моцарт нашего хоккея (20 ноябрь 2006). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года. 2011 йыл 9 февраль архивланған.
  24. Юрий Голышак, Александр Кружков. Тихонов: Фетисов просил сжечь мои блокноты. «Спорт-Экспресс» (13 февраль 2009). Дата обращения: 3 февраль 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года.
  25. Емельянов С. Водитель Виктор Крылов: На Харламове не было ни царапинки… «Советский спорт» (27 август 2005). Дата обращения: 3 февраль 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 9 ноябрь архивланған.
  26. 26,0 26,1 Зоя Барышева. Валерий и Ира Харламовы знали дату своей смерти. Звёздный бульвар, № 8 (109) (2007). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года.
  27. Career Statistics of Valeri Kharlamov (2001). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года.
  28. Фетисов: жаль, что Харламов не дожил до этого момента. «Газета.ру» (8 ноябрь 2005). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 28 март архивланған.
  29. Борис Левин. Бриллиант среди алмазов (2008). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 25 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 24 ғинуар архивланған.
  30. Кулагин Б. П. О делах хоккейных // Кен Драйден. Хоккей на высшем уровне. — М.: Прогресс, 1975. — С. 22.
  31. Михайлов Е. Чемпионов представляет вратарь (интервью с В. Третьяком) // «Футбол-Хоккей» (газета). — 1973. — № 19. — С. 10.