Эстәлеккә күсергә

Воскресенская Зоя Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воскресенская Зоя Ивановна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 (28) апрель 1907 или 28 апрель 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2]
Тыуған урыны Узловая[d], Богородицкий уезд[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 8 ғинуар 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Борис Аркадьевич Рыбкин[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, новеллист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ленин комсомолы премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы
 Воскресенская Зоя Ивановна Викимилектә

Воскресенская Зоя Ивановна (ире буйынса — Рыбкина; 28 апрель 1907 йыл8 ғинуар 1992 йыл) — совет разведчигы һәм балалар яҙыусыһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1968). Полковник. Тула өлкәһенең почётлы гражданы[3].

Зоя Ивановна Воскресенская 1907 йылдың 15 (28) апрелендә Узловая станцияһында (хәҙерге Тула өлкәһе), башҡа сығанаҡтар буйынса, Алексинда тимер юл станцияһы начальнигы ярҙамсыһы ғаиләһендә тыуа.

14 йәшендә Смоленск губернаһы ВЧК-һының 42-се батальоны китапханасыһы була, 1923 йылда — бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар колонияһы политругы, 1928 йылда — Смоленск РКП(б)-һының Днепр аръяғы (Заднепровский) райкомына эшкә күсә.

1928 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм 1929 йылдың авгусынан ОГПУ-ның Сит илдәр бүлегендә — тышҡы разведкала эшләй башлай. 1929 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Беренсе разведка эштәре сәйәхәте Харбин ҡалаһына була. Унда ул «Союзнефть» синдикаты секретары булып иҫәпләнә, ике йыл дауамында КВЖД-ла киҫкен көрәш осоронда яуаплы развека бурыстарын үтәй.

1932 йылдан Ленинградта ОГПУ даими вәкиллегенең Сит ил бүлеген етәкләй.

Һуңыраҡ разведка эше менән Латвия, Германия һәм Австрияла була.

1935 — 1939 йылдарҙа — Финляндияла НКВД разведка резиденты урынбаҫары. Рәсми рәүештә Хельсинкиҙа ВАО «Интурист» совет вәкиллеге етәксеһе бурысын үтәй. 1936 йылда Финляндияға консул вазифаһы артына йәшенеп (һуңыраҡ — вәкиллектең икенсе секретары) Б. А. Рыбкин («Ярцев», «Кин») килә. Башта резиденттың һәм уның эшлекле мөнәсәбәттәре ауыр бара. «Беҙ һәр сәбәп буйынса бәхәсләштек! — тип хәтерләй Зоя Ивановна. — Мин эшләй алмабыҙ, тип уйланым һәм үҙәктән мине саҡырып ҡайтарыуҙарын һораным». Яңы резидентҡа эштең асылына инеп китергә ярҙам итергә, һуңынан был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға, тигән яуап килә. Ләкин… мәсьәләгә ҡабат әйләнеп ҡайтырға тура килмәй. «Ярты йылдан һуң беҙ үҙәктән өйләнешергә рөхсәт һораныҡ …».

Артабан Воскресенская-Рыбкина П А. Судоплатов (киләсәктә генерал-лейтенант, НКВД-ның махсус идаралығы начальнигы) менән хеҙмәттәшлек итә.

Мәскәүгә Финляндия менән һуғыш башланыр алдынан ҡайта һәм аналитика менән шөғөлләнә башлай. Разведка аналитиктарының иң төп белгестәрәнең береһе була. Уға мөһим мәғлүмәттәр, шул иҫәптән билдәле «Ҡыҙыл капелла» вәкилдәренән — «Старшина» (Харро Шульц-Бойзен) һәм «Корсиканец» (Арвид Харнак) — килә. 1940 йылдың көҙөндә һорау алыуҙарҙа ҡатнаша, ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң нейтраль илдәргә А. С. Нелидовты әҙерләү һәм ташлауҙа ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башында разведка һәм диверсия төркөмдәрен туплау, ойоштороу, уҡытыу һәм фронт һыҙығы артына ташлау менән шөғөлләнә.

1941 йыл һуңынан 1944 йылдың мартына тиклем Швецияла совет илселегендә илселек кәңәшсеһе һәм резиденты булған ире менән бергә матбуғат секретары булып эшләй. Швецияла илсе А. М. Коллонтай була. Ике ҡатын да, һәр кем үҙ тармағы буйынса, 1944 йылдың 20 сентябрендәФинляндия фашистик Германия менән союзын өҙөп, Советтар Союзы менән килешеү төҙөүгә булышлыҡ итә.

Тула өлкәһенең Узловая ҡалаһында балалар китапхана Зоя Воскресенскаяға ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ

Резидентура аша транзит менән үткән Германия хәрби көстәрен күҙәтеүҙе ойоштора, Швеция менән Германия араһында диңгеҙ юлы менән ниндәй йөк ташылыуы теркәлеп бара. Швецияның төньяғында, Финляндия менән сиктәш һыҙатта, агентура төркөмө Финляндияға немец хәрби техникаһын һәм хәрби частарын ташлауҙы теркәй. Икенсе агентура төркөмө Швецияның көньяҡ порттарында Германия-Швеция араһында үҙ-ара алыш-биреште күҙәтә.

Мәскәүгә ҡайтҡас, Үҙәк разведка аппаратында аналитик эш менән шөғөлләнә, немец бүлеге начальнигына тиклем үрләй, Берлинға оператив заданиелар менән командировкаларға сыға.

Воскресенская-Рыбкинаның ире — полковник Б. А. Рыбкин Прага эргәһендә хеҙмәт бурыстарын үтәгән ваҡытта 1947 йылдың 27 ноябрендә автомобиль фажиғаһында һәләк була.

1953 йылда ҡулға алынғандан һуң, П. А. Судоплатов уны яҡлап сығыш яһай.

1953 йылда разведканан ебәрелә һәм үҙенең, пенсияға йәше еткәнгә тиклем дәүләт именлеге органдарында теләһә ниндәй вазифала ҡалдырыуын үтенеп һорауы буйынса, 1955 йылда Воркутлагҡа (ГУЛАГ лагерҙарының береһе) махсус часть начальнигы итеп ебәрелә һәм унда ике йыл тирәһе хеҙмәт итә.

1956 йылда СССР Эске эштәр министрлығы полковнигы дәрәжәһендә пенсияға сыға һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай.

1965 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1962—1980 йылдарҙа уның китаптары 21 миллион 642 мең дана тираж менән баҫыла. Прозаһының байтаҡ өлөшөн балалар әҙәбиәте, шул иҫәптән И. Лениндың балалыҡ һәм үҫмер йылдары тураһында китаптар тәшкил итә. Балалар яҙыусыһы булараҡ, ул китап уҡыусыларға киң билдәле була[4].

Әҙәбиәттә үҙен киҫкен сәйәси йүнәлешле яҙыусы һәм әхлаҡи проблемаларҙы күтәреүсе булараҡ күрһәтә. Уның китаптары тарихҡа, уның ҡаһарман һәм фажиғәле биттәренә, ғәмәлдәге тарихи шәхестәр образына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй[5].

Ҡаты сирле булғанда үҙенән «йәшерен» билдәһен алыуҙарын белә. Күп йылдар үткәнлектән ҡайһы бер нәмәләр йәшерен булыуҙан туҡтай, әммә ул үҙ тормошоноң ҡайһы бер эпизодтары — Бөйөк Ватан һуғышы алдын һәм һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләргә ҡарар итә. Шулай итеп «Теперь я могу сказать правду. Из воспоминаний разведчицы» («Олма-Пресс» нәшриәтендә 1992 йылдың декабрендә сыға) китабын яҙа.

1992 йылдың 8 ғинуарында вафат була.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә.

З. Воскресенская разведкала үҙенең остазы тип Иван Чичаевты атай[6].

  • Туғандары — Николай (1910) һәм Евгений (1913)
  • Беренсе ире (1927—1929) — Владимир Казутин, партия һәм комсомол активисы (айырылышалар)
    • Улы — Казутин Владимир Владимирович (1928)
  • Икенсе ире — Борис Аркадьевич Рыбкин (1899—1947), СССР дипломаты һәм разведчигы.
    • Ул — Алексей Борисович Рыбкин (1944—2009).
  • 1962 — «Сквозь ледяную мглу»,
  • «Зойка и ее дядюшка Санька» — М.: Детгиз, 1962
  • «Встреча» — М.: Детгиз, 1963
  • «Сердце матери» — М.: Детская литература, 1965
  • «Антошка» — М.: Детская литература, 1966
  • «Утро» — М.: Детская литература, 1967
  • «Секрет» (рассказы о семье Ульяновых). — М.: Детская литература, 1967, 1969, 1970, 1972, 1977, 1984
  • «Девочка в бурном море» — М.: Детская литература, 1969
  • «Дорогое имя» — М.: Детская литература, 1970
  • «Пароль — „Надежда“» — М.: Детская литература, 1972
  • 1973 — «Рот Фронт», «Папина вишня»
  • Собрание сочинений в 3-х т. — М.: Детская литература, 1974—1975. — 300 000 экз.
  • Слово о Великом Законе. — М.: Детская литература, 1977, 1978, 1980
  • Надежда. — М.: Детская литература, 1979
  • 1980 — «Повести и рассказы о Ленине»
  • «Папина вишня» — М.: Детская литература, 1980. — 16 стр. — 2 000 000 экз.
  • «Консул» (роман в двух книгах). — М.: Детская литература, 1981. — 600 стр. — 200 000 экз.
  • Бабушка Параскева. — М.: Детская литература, 1980, 1983
  • «Гнездо на балконе» — М.: Детская литература, 1981
  • В этот памятный майский день. — М.: Детская литература, 1981
  • Лунная тень. — М.: Детская литература, 1983
  • 1984 — «Надежда», «Петя-пересмешник»
  • Игорёк и Сивка-бурка. — М.: Малыш, 1990
  • «Теперь я могу сказать правду». — М.: Республика, 1993. — 224 с. — 35000 экз. — ISBN 5-250-02042-9.
  • «Под псевдонимом Ирина: записки разведчицы». — М.: Современник, 1997. — 350 с. — ISBN 5-270-01829-2.
  • 1965 — Сердце матери (И. М. Донская менән бергә)
  • 1966 — Верность матери
  • 1973 — Надежда

З. И. Воскресенская тураһында фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2011 — Поединки. Две жизни полковника Рыбкиной (реж. Леонид Белозорович)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2017 йылда Мәскәүҙә Зоя Воскресенская исеме урамға бирелә (Беговой САО районы)[7][8].
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119217554 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 https://tounb.ru/tulskij-kraj/istoriya-kraya/biograficheskie-ocherki/pisateli/74-tulskij-kraj/istoriya-kraya/biograficheskie-ocherki/pisateli/1159-Voskresenskaya-Zoya-Ivanovna-
  3. З. И. Воскресенская — Почётный гражданин Тульской области 2018 йыл 24 ноябрь архивланған.
  4. Независимое военное обозрение. — 27 апреля 2007.
  5. Русские детские писатели XX века. — С. 106—110.
  6. «Чем меньше знают о разведчике, тем ему спокойнее работать и дольше жить» • Общество • Окно в Россию. Дата обращения: 29 декабрь 2013. Архивировано 31 декабрь 2013 года. 2013 йыл 31 декабрь архивланған.
  7. Улица имени Зои Воскресенской появилась на севере Москвы. Управа Хорошёвского района. Дата обращения: 27 октябрь 2017. 2017 йыл 28 октябрь архивланған.
  8. Постановление. 24 октября 2017 г. N 792-ПП. Правительство Москвы. Дата обращения: 26 октябрь 2017. 2018 йыл 5 май архивланған.
  • Трубина Л. А. Воскресенская Зоя Ивановна // Русские детские писатели XX века: Биобиблиографический словарь. — М.: Флинта; Наука, 1997. — С. 106—110. — ISBN 5-02-011304-2.
  • Зоя Воскресенская, Эдуард Шарапов. Тайна Зои Воскресенской. — М.: Олма-Пресс, 1998. — ISBN 5-87322-877-9.
  • Воскресенская Зоя Ивановна // Тульский биогр. слов: в 2-х т. — Тула, 1996. — Т. 1 (А-Л). — С. 119.