Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гюлли Мубарякова битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 сентябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Вафат булған көнө 20 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Атаһы Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
Әсәһе Янбулатова
Хәләл ефете Сафин Рафаэль Сафа улы
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты[d]
Commons-logo.svg Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Викимилектә

Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл20 февраль 2019 йыл[1]) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлли Мөбәрәкова
Асыла А. Мөбәрәков музейы алдында. Артистың бюсы асылған көн. Фотола Гөлли Мөбәрәкова, Рәғиҙә Янбулатова, скульптор Тамара Нечаева, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, режиссер Рәйес Исмәғилев, район етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар. Шағир Гүзәл Ситдиҡова сығыш яһай. 1997 йыл.
  • Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (19081977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова (19151977).
  • Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 19911997 йылдарҙа баш режиссер була. Өфө сәнғәт институтының (20032015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
  • Гөлли Мөбәрәкова атаһының тыуған ауылы Асы менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәй, ауылға хәйриә ярҙамы күрһәткәне лә бар. Асыла атаһы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған музей һәм бюст бар (авторы — Тамара Нечаева). Музейға бик күп экспонаттарҙы ул тапшырған.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды[2].

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вольтерҙың «Мөхәммәт» пьесаһында — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһында — Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә, Ер-Әсә» пьесаһында — Алиман, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшырылмаған хаттар"ында — Ғәлиә.
  • Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды.
  • Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды.
  • 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.

Режиссер эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Илдар Юзеев. Һөйгәнемдең тыуған көнө. Комедия (1987).
  • Ғәзим Шафиҡов. Һәҙиә. Публицистик очерк нигеҙендә драма-хроника (1991).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975).
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981).
  • СССР-ҙың халыҡ артисты (1990).
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (1996).
  • Салауат Юлаев ордены (2007).
  • Почёт ордены (2012).
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» орденының миҙалы.
  • Рәсәй Федерация Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе.
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)[3]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫтәлмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео, фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова тураһында фильм
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео «Ай тотолған төндә». Гөлли Мөбәрәкова — төп ролдә
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Об отце: Артист из народа — Арслан Мубаряков
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Вдохновение — 08.12.16 Гюлли Мубарякова, народный артист СССР
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Выпуск от 2017-04-04 19:31:48. Народная артистка СССР Гулли Мубарякова
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова оло юбилейын билдәләй
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Яңы көн — 06.09.16 СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова юбилейын билдәләй