Эстәлеккә күсергә

Дар әл-ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дәр әл-ислам битенән йүнәлтелде)
Дар әл-ислам
Ҡапма-ҡаршыһы Дар әл-хәрб
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова әмирлеге (ҡуйы йәшел) территорияһы, VIII быуат

Дар әл-ислам (ғәр. دار الإسلام‎ — ислам территорияһы‎; рус. Дар аль-исла́м) — мосолман дини законы ғәмәлдә булған һәм мосолмандар сәйәси өҫтөнлөк иткән территорияларҙың традицион мосолман атамаһы.

Дар әл-исламға ҡапма-ҡаршыһы — Дар әл-куфр (көфөрлөк территорияһы) йәки Дар әл-хәрб (һуғыш (хәрби) территорияһы). Был термин каноник түгел, Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә телгә алынмай, һәм тәүге тапҡыр хәнәфи мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы имам Әбү Хәнифә тарафынан файҙаланыла[1].Дар әл-исламда мосолман булмаған әһле әз-зимми« тигән классификацияға тура килгән кешеләр йәшәүе мөмкин [2].

Хәнәфи мәҙһәбендә, судья (ҡаҙый) ислам закондары буйынса хөкөм иткәндә, ә мосолмандар һәм зиммиҙәр яҡлаулы булғанда , кафырҙар яулап алған территория Дар әл-ислам булып ҡалыуы ихтимал, тип иҫәпләй. Күпселек юристар фекеренсә, ислам биләмәһендә ислам хоҡуғы мосолман булмағанға алмаштырылһа, ул һуғыш территорияһына (Дар әл-хәрб) әүерелә[3].

Колониаль осорҙа колониялға әүерелгән территорияларҙың статусы тикшерелә. Һиндостан мосолмандары Британия Һиндостаны Дар әл-хәрбтең бер өлөшө, шуға күрә инглиздәргә ҡаршы йыһат алып барырға тейеш, тип һанаған. Ислам тәғлимәтселәре колониялаштырылған Алжирҙы Дар әл-хәрб тип һанаған, шуға күрә Дар әл-исламға һижрәт тураһында бәхәстәр килеп тыуған[4].

Хәҙерге ваҡытта «дар әл-ислам» термины башлыса мосолмандар йәшәгән донъяуи дәүләттәргә ҡарата ла ҡулланыла"[5].

  • Исламда донъя бүленеше
  1. Исламская политика глазами известных ученых. islamnews.ru (5 июль 2006). Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 2 декабрь 2013 года.
  2. Ньюби, 2007
  3. Dar al-Harb. Oxford Islamic Studies Online. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  4. Dar al-Islam. Oxford Islamic Studies Online. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
  5. Гогиберидзе, 2009, с. 47
урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Дар аль-ислам и Дар аль-харб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ионова А. И. Современный ислам и панисламизм // Вопросы научного атеизма. Вып. 39 / Редкол. В. И. Гараджа (отв. ред.) и др.; Акад. обществ. наук ЦК КПСС. Ин-т научного атеизма. — М.: Мысль, 1989. — С. 120—139. — 335 с. — 18 870 экз.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
башҡа телдәрҙә