Эстәлеккә күсергә

Еләҙекүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еләҙекүл (Балтас районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Еләҙекүл
Еләҙекүл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

55°46′45″ с. ш. 55°54′07″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 819 008

ОКТМО коды

80 608 419 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Еләҙекүл (Рәсәй)
Еләҙекүл
Еләҙекүл
Еләҙекүл (Башҡортостан Республикаһы)
Еләҙекүл

Еләҙекүл (рус. Зилязекулево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[1]. Почта индексы — 452995, ОКАТО коды — 80208819008.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 146 71 75 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса татарҙар күпселекте (99 %) тәшкил итә[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 98 км

1803—1811 йылдарҙа шул уҡ исемдәге күл эргәһендә Еләҙекүл ауылы барлыҡҡа килә. Уға Суртанлыкүл ауылы кешеләре нигеҙ һала, шуға күрә «Чуртанлы тож» тип тә йөрөтөлә. Бынан тыш, Ҡыр-унлар түбәһе башҡорттары тарафынан Еләҙекүл ауылы мишәрҙәренә («иптәштәре менән» Копкилде Таҡтамышевҡа) бирелгән яҙма буйынса, аҫабаларға 4 һыуһар түләү шарты менән, мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған.

(Бынан тыш, Еләҙекүл ауылы мишәрҙәре Копкилде Таҡтамышевҡа Ҡыр-унлар түбәһе башҡорттарына йылына 4 һыуһар түләү шарты менән мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған.) Әммә документтың иҫке булыуы сәбәпле, йылын билдәләп булмай, ләкин уның һаны (көнө, айы) билдәләнде — «28 июль». Ауыл халҡы Бабай (1825 йыл) һәм Яңы Солтанғол (1835 йыл) ауылдарынан күсеп килеүселәр иҫәбенә тулылана.

7 ревизия 114 кеше йәшәй тип күрһәтә, 8 ревизия ваҡытында 224 кеше иҫәпкә алынған. 10 ревизия 469 (78 йорт), 1905 йылдағы иҫәп алыу 727 мишәр (134 йорт) күрһәткән. 1920 йылда 152 йортта 736 кеше йәшәгән[3].

Башҡорт энциклопедияһы биргән мәғлүмәт буйынса, 2002 йылда ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана эшләй[4].

Еләҙекүл ауылы Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкаларында (1917)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еләҙекүл ауылы Рәсәйҙә үткән ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)