Эстәлеккә күсергә

Википедия:Емерткес тәртип

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Емерткес тәртип битенән йүнәлтелде)


Дөйөм принциптар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияның асыҡлығы ҡайһы берҙә Википедияны үҙҙәренең оригиналь фекерҙәрен һәм тикшеренеүҙәрен таратыу йә нейтраль булмаған ҡарашын нығытып ҡуйыу (йә был ҡарашына тейешленән артыҡ ҙур әһәмиәт биреү) өсөн файҙаланырға теләүселәрҙе ылыҡтыра.

Айырым ҡатнашыусылар тикшереп булмаған, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланмаған йә оригиналь тикшеренеү булып торған мәғлүмәт урынлаштырыу менән мәшғүл.

Ҡайһы берәүҙәр әҙселектең фекеренә үтә ҙур әһәмиәт бирергә ныҡыша йә, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланған әһәмиәтле фекерҙәр булыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер бер ҡарашты берҙән-бер мөмкин булған фекер тип күрһәтергә тырыша. Был ВП:НҠ ҡағиҙәһен боҙоу булып тора.

«Изге ниәт менәндер тип уйлағыҙ» принцибынан сығып, ҡайһы берҙә бындай хатаны конструктив ҡатнашыусылар ҙа ебәргеләгәнен онотмаҫҡа кәрәк. Ләкин улар — емерткес рәүештә эш иткән ҡатнашыусыларҙан айырмалы — үҙ фекерен бер нигә ҡарамай үткәреү өсөн тырышмай, консенсус йә һәр яҡҡа ҡулай булған компромисҡа килеүгә, үҙ хаталарын һәм хаҡ түгеллеген танырға, ебәрелгән хаталарҙы төҙәтергә йә башҡаларҙың төҙәтеүен ҡабул итергә әҙер.

Емерткес тәртип Википедия ҡағиҙәләрен һәм принциптарын боҙа (бөтәһенән элек, «Википедия — трибуна түгел» тигән төп ҡағиҙәне һәм ВП:ОРИСС, ВП:НҠ, ВП:АС, ВП:ТИКШ ҡағиҙәләрен). Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ҡатнашыусылар төп мәҡәләләр даирәһендә үҙен оҙаҡ ваҡыт буйы шулай тота, етди административ санкцияларға ла эләкмәй, сөнки уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары бик аҙ һанлы мәҡәләләр менән сикләнә, этика ҡағиҙәләрен етди боҙмай. Емерткес тәртип Википедияға зыян килтерә, ундағы материалдарҙың сифатын төшөрә, Википедияның мәғлүмәт сығанағы булараҡ ышаныслылығына һәм дөрөҫлөгөнә хилафлыҡ килтерә. Бындай тәртип шул мәҡәләләр өҫтөндә эшләгән конструктив ҡатнашыусыларҙың түҙемлеген бөтөрә, хатта уларҙың проектты ташлап сығып китеүенә лә килтерә.

Әгәр емерткес тәртипле ҡатнашыусыға мөрәжәғәт итеүҙең файҙаһы теймәһә, шул уҡ ваҡытта был мәҡәләне (мәҡәләләрҙе) мөхәррирләмәгән һәм был конфликтта ҡатнашмаған башҡа ҡатнашыусыларҙың күпселеге әлеге ҡатнашыусының тәртибе емерткес тигән берҙәм фекерҙә торһа, емерткес тәртипкә хакимдар тарафынан иҫкәртеү, унан һуң бикләү юлы менән кәртә ҡуйылырға тейеш. Әгәр хәл барыбер яҡшырмаһа, конфликт көйләнмәһә һәм ҡатнашыусы конструктив эшкә күсмәһә, уға ҡарата низағлашыуҙарҙы хәл итеү процедураһына ярашлы, тағы ла етдиерәк саралар күрелә ала (мөҙҙәтһеҙ бикләүгә тиклем).

Емерткес тәртиптең һәм емерткес тәртипле ҡатнашыусыларҙың билдәләре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Емерткес тәртип Википедияның төп ҡағиҙәләрен тупаҫ, даими һәм күрәләтә боҙоуҙан ғибәрәт. Ошо билдәләр емерткес тәртипте берлектәге эш барышында айыҡ аҡыллы ҡатнашыусылар араһында ара-тирә сығып торған фекер айырымлыҡтарынан айырып тора.

Емерткес тәртипле ҡатнашыусылар ҡылыҡтарын мәҡәләләрҙе конструктив мөхәррирләү, мәҫәлән, нейтраль ҡарашты ғына һаҡларға ынтылыу менән аңлатырға тырыша. Әммә тәртиптәренең айырым һыҙаттары уларҙы ысынлап конструктив ҡатнашыусыларҙан айырырға ярҙам итә.

Емерткес тәртипле ҡатнашыусыға түбәндәгеләр хас:

  • даими, башҡа ҡатнашыусылар риза булмаһа ла, теге йәки был тематикалағы мәҡәләгә йә мәҡәләләргә тарафлы ҡарашты өҫтәү маҡсатында төҙәтеү индерә;
  • даими ВП:ТИКШ, ВП:ОРИСС һәм/йәки ВП:АС ҡағиҙәләрен һәм ҡулланмаларын боҙа;
  • был ҡатнашыусы менән консенсус йә уртаҡ тел табырға тырышыу, уның ВП:НҠ, ВП:ТИКШ, ВП:ОРИСС, ВП:АС ҡағиҙәләрен үтәүенә өлгәшергә тырышыуҙың һөҙөмтәһе булмай, йә ҡатнашыусы өлгәшелгән консенсус йә уртаҡ телгә килеүҙе ваҡытлыса тип һанай һәм элекке ҡылығына кире ҡайта. Ҡатнашыусы шулай уҡ аралашсылыҡты, башҡа ҡатнашыусыларға комментарий һорап мөрәжәғәт итеүҙе һәм башҡа конфликтты хәл итеү процедураларын кире ҡағырға һәм үҙенең ҡарашын агрессив алға һөрөүен дауам итергә мөмкин.

Бынан тыш, емерткес тәртипле ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләрҙән бүтәнсә фекерле конструктив ҡатнашыусыларҙы өркөтөү өсөн кампаниялар ойошторорға мөмкин: улар әҙәплелек ҡағиҙәһен һәм хурлауҙы тыйған ҡағиҙәне боҙа (мәҫәлән, үҙен өҫтөн ҡуйып һөжүм итә), «был минең мәҡәлә, ә һеҙ минең эшемдең һөҙөмтәләрен юҡ итәһегеҙ» тип күкрәк ҡаға, үҙ ҡарашын иҫбатлау өсөн хәлде абсурдҡа еткерә, бүтән ҡарашта торған ҡатнашыусыларҙы эҙәрләй, үҙ ҡарашын алға һөрөү йә уны хуплайҙар тип уйлаһындар өсөн виртуалдар яһау йә митпаппеттар йәлеп итеү менән мәшғүл була. Быларҙың бөтәһе, берләшмәнең түҙемлеген юҡҡа сығара алмаһа ла, ҡайһы бер конструктив һәм ҡағиҙәләргә ярашлы эш иткән ҡатнашыусыларҙың түҙемлеген бөтөрөргә мөмкин.

Мәҡәләләрҙе конструктив мөхәррирләүҙән айырмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусылар йыш ҡына мәҡәләләрҙә ниндәй ҙә булһа әҙселектең фекерен сағылдыра. Үткәрелеүсе фекерҙәр тикшерелә алһа, абруйлы сығанаҡтар менән нығытылһа, оригиналь тикшеренеү билдәләренән азат булһа, тарафһыҙ яҙылһа, атап әйткәндә, таралыу тапмаған, маргиналь ҡараштарҙы үтә ныҡ ҡабартмаһа йә берәй фекерҙе, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланған һәм әһәмиәтле башҡа фекерҙәр булыуға ҡарамаҫтан, берҙән-бер мөмкин булған һәм берҙән-бер дөрөҫ тип раҫламаһа, был Википедия маҡсаттарына тап килә. Википедияға өҫтәлеүсе ҡараштың йә фекерҙең әһәмиәтлелеген, уның тикшерелә алыуын, сығанаҡтарының абруйлы булыуын уны Википедияға өҫтәүсе йә өҫтәргә теләүсе хәстәрләй.

Тикшерелеүсән һәм әһәмиәтле ҡараштарға фәнни булып күренгән йә фәнни булмаған концепциялар ҙа (әгәр улар абруйлы сығанаҡтарҙа баҫылған булһа) ҡарарға мөмкин. Ҡатнашыусылар мәҡәләләргә теге йәки был көнүҙәк мәсьәлә буйынса асыҡ дискуссиялар һәм бәхәстәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә индерә ала (әлбиттә, улар абруйлы сығанаҡтарҙа документлаштырылған булһа). Ләкин был иҫкәрмә күптән тамамланған һәм һөҙөмтәһе билдәле булып, абруйлы сығанаҡтарға инерелгән тарихи дискуссияларға ҡағылмай. Мәҫәлән, беҙҙең заманда Ерҙе яҫы тип раҫлаған фекерҙе мәҡәләгә индереү, ул фекер абруйлы сығанаҡтарға һылтанһа ла һәм Европала Урта быуаттар аҙағына тиклем көнүҙәк булһа ла, НҠ-ны һаҡларға тырышыу тип баһалана алмай. Википедияла, әһәмиәтлелек критерийына яуап биргән шартта, абруйын юғалтҡан, күпселек тарафынан кире ҡағылған йә танылмаған ҡараштар, төрлө гипотезалар һәм уларҙың дошмандары менән эйәрсәндәре тураһындағы мәҡәләләр ҙә ҡуйыла ала. Мәҫәлән, «Яңы Ер яҡлылар йәмғиәте» тураһында мәҡәлә булырға мөмкин, ләкин Ер яҫы тигән раҫламалар, хатта әҙселектең ҡарашы тигән билдә аҫтында ла, Ер йәки География тигән мәҡәләләргә индерелә алмай.

Ҡайһы берҙә намыҫлы ҡатнашыусыны фәнни булып күренгән йә фәнни булмаған публикациялар, абруйһыҙ йә бигүк абруйлы булмаған сығанаҡтарҙан раҫламалар хаталандырырға мөмкин, йәки уның үҙе килтергән өҙөмтә тексын йә сығанаҡтың йөкмәткеһен аңғармаҫтан боҙоуы йә шулай уҡ аңғармаҫтан тарафһыҙ яҙыу талабын боҙған формулировкалар ҡулланыуы ихтимал. Бындай ҡатнашыусы был фекерҙәрҙе төплө һәм дәлилле итеп яҡларға ла мөмкин, — ләкин уға яҡшылап аңлатҡан осраҡта фекерен үҙгәртергә йә, уға ышандырғыс дәлилдәр һәм сығанаҡтар тәҡдим иткән осраҡта, йә булмаһа үҙе яҙған мәғлүмәттең тарафлылығы, абруйлы сығанаҡтар менән раҫламағанлығы йә тәғәйен мәҡәлә өсөн яраҡлы булмағанлығы буйынса консенсус барлығын күрһә, фекерен ныҡышып яҡлауҙан баш тартыуы бар. Намыҫлы ҡатнашыусы емерткес тәртипле ҡатнашыусынан шуның менән айырыла.

Әгәр конфликтҡа йәлеп ителмәгән тарафһыҙ ҡатнашыусылар араһында теге йәки был ҡатнашыусыға емерткес тәртип ысынлап та хас булыуы буйынса консенсусҡа өлгәшелмәһә, йә ҡатнашыусының емерткес тәртибен һәм ҡағиҙәләрҙе даими боҙоуын раҫлаған Юғары шура ҡарары булмаһа, намыҫлы ҡатнашыусыларҙы башҡа фекер яҡлы ҡатнашыусыларҙың ихтимал булған эҙәрләүенән, емерткес тәртиптә нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәрҙән һәм ошо ҡулланмала яҙылғандарҙы манипуляциялау өсөн боҙоп файҙаланыуҙан яҡлау маҡсатында, бер ҡатнашыусы ла емерткес тәртибе (йәғни бөтәһенән элек ВП:НҠ, ВП:ОРИСС, ВП:ТИКШ, ВП:АС ҡағиҙәләрен даими боҙоу) өсөн санкцияларға (иҫкәртеүҙәргә һәм бикләүҙәргә) дусар ителергә тейеш түгел. Был ҡулланма Юғары шура тарафынан теге йәки был тематикалы мәҡәләләрҙе мөхәррирләүгә сикләү ҡуйылған ҡатнашыусыларға ҡағылмай — бындай ҡатнашыусылар ҡуйылған сикләүҙәрҙе боҙған осраҡта Юғары шура ҡарарына ярашлы бикләүгә дусар ителә, ә был ҡулланма талаптарына яуап бирмәй.

Емерткес тәртипле ҡатнашыусылар менән эш итеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндә тенденциоз йәки емерткес тәртипле ҡатнашыусылар менән эш итеү ысулы тәҡдим ителә. Ысул үҙе, ғәмәлдәренең эҙмә-эҙлелеге һәм һәр береһе айырым-айырым үтәлеү йәһәтенән мотлаҡ түгел. Ҡайһы бер күрәләтә экстремаль булған айырыуса емерткес тәртип осраҡтарында (оригиналь тикшеренеүҙәрҙе күрәләтә ныҡышмалы алға һөрөү, тарафлы ҡарашты алға һөрөү, тикшереп булмай торған мәғлүмәт урынлаштырыу), ҡатнашыусыға ҡарата сара күреүҙе һорап, ВП:ХҺ битенә мөрәжәғәт итеү иң һөҙөмтәле беренсе аҙым булырға мөмкин. Ләкин ҡайһы берҙә ҡулланылған сараларҙы ҡатыра барыу ярҙам итә.

  1. Ҡатнашыусының беренсе энциклопедик булмаған төҙәтеүе (мәҫәлән, ВП:НТЗ йә ВП:ОРИСС талаптарын бик ныҡ боҙған, йә тикшерелмәүсән, абруйлы сығанаҡ менән раҫланмаған).
    Изге ниәттән тип уйлағыҙ. Ҡатнашыусы тенденциоз йә емерткес эш итә, тигән шигегеҙ булһа ла, уны кәмһетмәгеҙ һәм уға һөжүм итмәгеҙ. Бары тик мәҡәләнең фекер алышыу битендә дөрөҫ түгел, нейтраль түгел тигән йә абруйлы сығанаҡ менән раҫланмағанлығы тураһында билдә генә ҡуйырға кәрәк. Шикле мәғлүмәтте (дөрөҫ сығанаҡ булмаһа) уның дөрөҫ түгеллегендә ныҡлы ышанған булһағыҙ ғына юйҙырырға мөмкин, йә {{сығанаҡ юҡ}} тигән ҡалып ҡуйып та, уға кәм тигәндә ике аҙна буйы яуап булмаһа йәки фекер алышҡанда юйҙырыу тураһында консенсусҡа киленһә генә юйҙырырға ярай. Юйҙырыр алдынан мәҡәләнең фекер алышыу битендә комментарий ҡалдырып, ҡатнашыусының яуабын көтөңкөрәү, яуап булмаһа йә ҡәнәғәтләндерерлек булмаһа, юйҙырырырға мөмкин. Сигендереү сәбәптәрен әҙәпле һәм тыныс аңлатырға кәрәк. Ҡатнашыусыны дискуссияға һәм консенсус эҙләргә саҡырығыҙ, ул яҙған мәҡәләгә абруйлы сығанаҡтар биреүҙе һәм тексҡа индереүҙе һорағыҙ, НҠ боҙолған осраҡта, нейтралерәк формулировканы үҙегеҙ тәҡдим итегеҙ. Яңы килгәндәргә бәйләнергә ярамағанлығы тураһында онотмағыҙ, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән яңы ҡатнашыусы менән эш итмәйһегеҙме икән, шуны асыҡлағыҙ.
  2. Әгәр ҡатнашыусы проблемалы төҙәтеүҙәрҙе ҡабат тергеҙһә:
    Ҡатнашыусы мәҡәләнең фекер алышыу битендә яуап бирмәһә, проблемалы төҙәтеүҙәрҙе ҡабат юйҙырығыҙ. Ғәмәлдәрегеҙҙең сәбәптәрен аңлатығыҙ, фекер алышыу битендә фекерегеҙҙе дәлилле нигеҙләгеҙ. Төҙәтеүгә аңлатмала сәбәптәрҙе яҙып, версияларҙың айырмаһына һылтанма ҡуйығыҙ. Мәҡәләнең фекер алышыу битендә компромистың мөмкин булған варианттарын тәҡдим итегеҙ.
    1. Әгәр ҡатнашыусы проблемалы төҙәтеүҙәрҙе тергеҙеүен дауам итһә (уларҙы юйҙырыуҙы сигендерһә) һәм сығанаҡ һораған билдәне юйҙырһа, өҫтәүенә, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланмаған мәғлүмәтте тағы ҡуйһа:
      Сығанаҡ һораған билдәне тағы ҡуйығыҙ йә уның төҙәтеүен сигендерегеҙ һәм хакимдарға һорауҙар битендә хакимдарҙың ҡыҫылыуын һорағыҙ. Ҡатнашыусының абруйлы сығанаҡ менән раҫланмаған мәғлүмәтте ҡабат тергеҙеүенә һәм билдәләрҙе алып ташлауына диффтар ҡуйығыҙ. Һеҙҙең пост ҡыҫҡа (250—500 һүҙҙән артмаһын), һәйбәт нигеҙләнгән булһын, унда ҡатнашыусының абруйлы сығанаҡтар менән раҫланмаған мәғлүмәтте ҡат-ҡат тергеҙеүен күрһәткән һылтанмалар булырға тейеш. ВП:ХҺ битендә хакимдарға мөрәжәғәтегеҙҙә үтә ентекле аңлатыуҙарға төшөп китмәгеҙ, һорауығыҙ ҡыҫҡа һәм аңлайышлы булһын. Йәнә ВП:ХҺ битендә һеҙҙең хәбәргә иғтибар итһендәр өсөн, үҙегеҙҙең дә Википедияны һәм мәҡәләләрҙе яҡшыртырға тырышҡан конструктив ҡатнашыусы абруйына эйә булыуығыҙ кәрәк. Һәр осраҡта итәғәтле, әҙәпле булығыҙ, кәмһетеүҙәргә юл ҡуймағыҙ, ҡатнашыусы менән төҙәтеүҙәр һуғышына ҡушылмағыҙ.
    2. Әгәр ҡатнашыусы сығанаҡтарға һылтанһа, ләкин ул килтергән сығанаҡтар абруйлы булмаһа, мәҡәлә темаһына тап килмәһә йәки сығанаҡтарҙа яҙылғандар ҡатнашыусы тарафынан дөрөҫ аңланмаһа:
      • ВП:ХҺ битенә, ҡатнашыусыға сара күреүҙе һорап, хәбәр ебәрергә ашыҡмағыҙ.
      • Конфликттарҙы хәл итеү процедураларына иғтибар итегеҙ.
      • Ҡатнашыусыны һөйләшеүгә һәм консенсус эҙләүгә йәлеп итергә тырышығыҙ. Ҡарашығыҙҙы нигеҙләү өсөн Википедия ҡағиҙәләренә һәм ҡулланмаларына, абруйлы сығанаҡтарға һәм башҡа энциклопедик дәлилдәргә һылтанығыҙ.
      • Был һорауҙа эксперттарҙың йә өсөнсө нейтраль яҡтың фекерен белешергә тырышығыҙ.
      • Аралашсылыҡ процедураһын башларға тәҡдим итегеҙ.
      • Башҡа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, ҡатнашыусының тәртибе, мәҡәлә өсөн ул ҡулланған сығанаҡтарҙың абруйлылылығы һәм урынлылығы, сығанаҡтың йөкмәткеһе дөрөҫ интерпретацияланыуы тураһында комментарий ҡалдырыуҙарын һорағыҙ.
  3. Әгәр ҡатнашыусы аралашсынан баш тартһа йә аралашсылыҡ уңышһыҙ булһа, йә ҡатнашыусының проблемалы тәртибе аралашсылыҡ процедураһы барғанда ла дауам итһә:
    Тәртибе емерткес булған ҡатнашыусының фекер алышыу битендә уға иҫкәртеү яһағыҙ. Проблемалы тип һанаған төҙәтеүҙәргә һылтанмалар бирегеҙ. Тик бик әҙәпле, итәғәтле булығыҙ, яҙғанығыҙ ҡатнашыусыға кәмһеткес, тупаҫ булып тойолмаһын. Һеҙҙең маҡсат конфликтты баҫылдырыу икәнен онотмағыҙ. Әгәр конфликтлы мәҡәләне мөхәррирләүгә башҡа ҡатнашыусылар ҙа ҡушылған булһа, фекер алышыу битендә улар ҙа үҙ ҡарашын белдерһә, яҡшы булыр, конфликт сәбәпсеһе булған ҡатнашыусы үҙ тәртибенең башҡалар тарафынан да хупланмауын күрер һәм уйлана төшөр.
  4. Әгәр ҡатнашыусы, иҫкәртеүҙе һанға һуҡмайынса, энциклопедик булмаған төҙәтеүҙәрен тергеҙеүҙе дауам итһә:
    Хакимдарға ҡабат мөрәжәғәт итегеҙ, үтенесегеҙ ҡыҫҡа, аңлайышлы, нигеҙле булһын, төҙәтеүҙәргә һылтанмалар ҡуйылһын.
  5. Әгәр үтенесегеҙгә хакимдар ниңәлер яуап бирмәһә:
    «Ҡатнашыусылар иғтибарына» форумында тред булдырығыҙ — тик ҡатнашыусының емерткес тәртибен һәм төп ҡағиҙәләрҙе даими боҙоуын, конфликтты хәл итеү өсөн бөтә булған алымдарҙы (аралашсылыҡты, иҫкәртеүҙәрҙе) ҡулланыуығыҙҙы, тик файҙаһы булмауын хәбәр итегеҙ һәм конкрет һылтанмалар менән раҫлағыҙ. Был ҡатнашыусы менән конфликтты хәл итә алмаған башҡа ҡатнашыусыларҙың да ҡушылыуы яҡшы булыр.
  6. Низағлашыуға ҡушылмаған ҡатнашыусылар, форумда фекер алышҡандан һуң, былай ярамағанлығы тураһында консенсусҡа килһә лә, ҡатнашыусы емерткес тәртибен һаман дауам итһә:
    Ҡатнашыусының тәртибе емерткес булыуы тураһында консенсусҡа өлгәшелеүен һәм уның Википедияның төп ҡағиҙәләрен даими боҙоуын белдереп, хакимдарға тағы бер мөрәжәғәт итегеҙ. Хакимдар, үтенесте ҡарағас, ҡатнашыусыны емерткес тәртиптең һәм ҡағиҙәләр боҙоуҙың юл ҡуйылғыһыҙлығы тураһында иҫкәртергә, был ярҙам итмәһә, ваҡытлыса бик һалырға хоҡуҡлы.
  7. Әгәр иҫкәртеүҙәр һәм ҡыҫҡа ваҡытлы бикләүҙәр ярҙам итмәһә йәки хакимдар һеҙҙең үтенес буйынса ниңәлер сара күрмәһә, конфликтты хәл итеүҙең бөтә саралары ҡулланылып бөтһә:
    Һеҙ Юғары шураға нигеҙле ғариза бирә алаһығыҙ. Ғаризала дәғүәлә ҡатнашыусы тәртибенең емерткеслеген, тенденциозлығын һәм юл ҡуйылғыһыҙлығын һәм мәҡәләләрендә Википедияның төп ҡағиҙәләрен даими боҙоуын ғына нигеҙләргә тейешһегеҙ, ә мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе ниндәй булырға йә булмаҫҡа тейешлеген яҙыуҙың кәрәге юҡ. Юғары шура мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә экспертиза үткәреү менән шөғөлләнмәй, әммә ҡатнашыусы тәртибенә һәм уның төҙәтеүҙәренең Википедия ҡағиҙәләренә тура килеү-килмәүенә баһа бирә ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]