Заһир
Викидатала элемент юҡ |
Заһир — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заһир башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, яҡты нур сәсеүсе, бик матур; ярҙамсы, булышсы[1]; күренекле, билдәле; яҡты, нурлы[2] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғилев Заһир Ғариф улы (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.
Вәлитов Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл — 17 февраль 2019 йыл[3]) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заһиров Наил Ғамил улы (10 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. «Енер хорлдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (компанияның) генераль директоры
Заһиров Наил Хәйбулла улы(20 ноябрь 1925 йыл — 27 сентябрь 2014 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Себер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә.
Заһир Исмәғилев һәйкәле - Өфө ҡалаһының Киров районында ҡуйылған һәйкәл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов донъянан китте 2019 йыл 21 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)
- ↑ Загиров Наиль Хайбуллович
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |