Зөбәй (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Зөбәй — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөбәй башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән исем. Иң һәйбәт тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Хәмит Зөбәйер Ҡушай 1910 йылға тиклем — Ғәбделхәмит Зөбәйер, 1910—1935 йылдарҙа — Хәмит Зөбәйер, Төркиәлә фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң — Хәмит Зөбәйер Ҡушай. (төр. Hamit Zübeyir Koşay; 1897—1984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөбәйеров Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы (18 март 1891 йыл — 23 май 1963 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1944, 1955) кавалеры.
Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (9 февраль 1963 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (28 октябрь 1929 йыл — 31 декабрь 2001 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969).
Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы 1915 йыл, Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылы — 23 февраль 1943 йыл, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөбәйер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһе составына керә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу.Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |