Исхаҡ (исем)
Исхаҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исхаҡ исеме ғәрәп телендәге көлөү һүҙенән килә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуриев Исхаҡ Ғәбделкәбир (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Кәбир, Ғәбделхәбир, Абдулкәбир улы (10 август 1918 йыл — 23 ғинуар 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы элемтәсеһе, сержант, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы (10 апрель 1912 йыл — 6 май 1993 йыл) — подполковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Килдейәров Исхаҡ Мөхәмәҙи улы (1897 йыл — 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар дивизияһы яугиры, уҡсы, ефрейтор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин улы (башҡа сығанаҡта Шәйхислам) (1907 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы артиллерия батареяһы тоҫҡаусыһы. Политрук.
Әбү Исхаҡ Ибраһим ибн Мөхәммәт әл-Истахри (яҡынса 850—934) — ғәрәп географы.
Дәүләтбирҙин Исхаҡ Ғүмәр улы (1925—4.11.2011) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1986 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Ленин (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985 һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры.
Фәрхетдинов Исхаҡ Мансур улы (2 июнь 1987 йыл, Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй геологы, Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире (2016 йылдан), Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә Халыҡ-ара медик-геологик ассоциацияһының (International Medical Geology Association Russia - NIS Chapter) рәйесе. Геология-минералогия фәндәре кандидаты, доцент.
Фаҡаев Исхаҡ Фаҡайетдин улы (1930), хеҙмәт ветераны, ғалим-агроном. 1970—1982 йылдарҙа Балтас район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Балтас районының почётлы гражданы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исхаҡ (Яңауыл районы) (рус. Исхак) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |